+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Йәншишмә"гә – 90 йәш
12 Февраль 2020, 10:00

«Йәншишмә»беҙ 90 йыллыҡ юбилейын билдәләй

Бөгөн – гәзитебеҙҙең тыуған көнө. Башта – «Йәш төҙөүсе», артабан – «Башҡортостан пионеры», хәҙерге көндә «Йәншишмә» исемендә сыҡҡан балалар һәм үҫмерҙәр баҫмаһының 90 йыллыҡ юбилейы. Ниндәй генә исемдәрҙә сыҡһа ла, ул изге бурыстарына тоғро ҡалып, республикабыҙ балаларын әҙәпле булырға, белемгә ынтылырға, хеҙмәт һөйөргә, ысын дуҫлыҡҡа өндәй. Балалар һәм үҫмерҙәр баҫмаһын уҡып үҫкән ҡыҙҙар, малайҙарҙың күптәре күренекле дәүләт эшмәкәрҙәре, бөйөк ғалимдар, сәнғәт оҫталары, яҙыусылар, шағирҙар булып танылды.

1930 йылдың 12 февралендә «Йәш төҙөүсе»нең беренсе һаны донъя күрә. Гәзиттең тәүге мөхәррире шағир Хәй Мөхәмәтйәров була. Уның эргәһендә оло һәм кесе йәштәге ижади көстәр туплана. Ғариф Ғүмәр, Мәлих Харис, Ғәйнан Әмири, Рәшит Ниғмәти, Мәҡсүт Сөндөклө, Ҡадир Даян, Мостай Кәрим, Ғилемдар Рамазанов, Хәким Ғиләжев, Батыр Вәлид, Мөхөтдин Тажи, Сәғит Агиш, Әкрәм Вәли һәм башҡалар уның әүҙем авторҙары була. Шулай уҡ Муса Ғәли, Рәйес Ғабдрахманов, Зәйнәб Биишева, Фәрит Иҫәнғолов, Шәриф Бикҡол, Әнүәр Бикчәнтәев, Файыҡ Мөхәмәтйәнов, Фәүзиә Рәхимғолова, Кәтибә Кинйәбулатова һәм тағы бик күптәр – «Йәш төҙөүсе»лә сынығыу алған әҙиптәр.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, гәзит ҙур мәҡәлә менән сығыш яһай. Унда республика уҡыусыларын дошманды ҡыйратыуға үҙ өлөшөн индерергә саҡыра. Танк һәм самолёт төҙөү өсөн тимер-томор йыйыуға Башҡортостан уҡыусылары ла әүҙем ҡушыла. 28 июндә «Йәш төҙөүсе»лә тимер-томор йыйыу барышы хаҡында отчёт баҫыла. Был гәзиттең һуғышҡа сыҡҡан һуңғы һаны була.
1959 йылдың 1 ғинуарынан гәзит «Башҡортостан пионеры» исеме менән яңынан сыға башлай. Уның мөхәррире итеп яугир шағир Шәриф Бикҡол билдәләнә. Мәргән, Ишғәле һәм Ҡушғәле кеүек геройҙары барлыҡҡа килә. Гәзит йәш быуында хеҙмәткә һөйөү ҙә тәрбиәләй. Уҡыусылар уның йорт ҡуяндары, ҡош-ҡорт үҫтереүгә, тәбиғи заманса ҡараш булдырыуға өндәгән һәр саҡырыуын күтәреп ала. «Әлифба», «Ҡыҙыл ҡәнәфер», «Пионер рельстары» операциялары һөҙөмтәһендә 2 мең тонналап иҫке ҡағыҙ йыйылып, 1 миллион 800 мең төп емеш-еләк һәм төрлө ағас ултыртыла. Ә Белорет – Шишмә тимер юлы өсөн 53 мең 155 тонна металл һынығы йыйыла.
1991 йылдан гәзит «Йәншишмә» исеме менән сыға башлай. Ҡатмарлы осорҙа йәш быуынға рухи яҡтан матур, дөрөҫ тәрбиә биреүҙе үҙенең төп эш йүнәлеше итеп ала. Гәзиттә туған телде, үҙ халҡыңдың тарихын, мәҙәниәтен өйрәнеүгә, әҙәп-әхлаҡҡә ҡағылышлы мәҡәләләр урын ала башлай.
Фотоһүрәттә: «Йәншишмә» гәзитенең бөгөнгө коллективы: гәзиттең версткалаусы инженеры Гөлфирә Ҡарағужина, рәссамы Хаят Йәрмөхәмәтова, яуаплы сәркәтибе Юлдаш Әхтәмов, мәктәп тормошо бүлеге хәбәрсеһе Гөлназ Шәйхетдинова, баш мөхәррире Мирсәйет Юнысов, хаттар бүлеге хәбәрсеһе Зөһрә Хәкимова, мәктәп тормошо бүлеге хәбәрсеһе Эльвира Әсәҙуллина, водителе Илмир Ғәйнулов.
Читайте нас: