+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Йәншишмә"гә – 90 йәш
14 Февраль 2020, 12:06

Балаларға ҡанат ҡуйыусы

«Йәншишмә» – күп балаларға ҡанат ҡуйыусы, уларҙы ижади яҡтан үҫтереүсе. Мине лә гәзит ҡәләм тибрәтеү оҫталығына, донъяға бөтөнләй икенсе күҙлектән ҡарарға өйрәтте.

Яҙған әйбер­ҙәрем баҫылғанын көтөп ала инем. Ә инде «Йәш хәбәрсе» исемен алып, Ғәбиҙулла Зарипов исемендәге премияға лайыҡ булғас, тағы ла нығыраҡ һөйөндөм. Әлбиттә, был уңыштарға ирешергә бер үҙемдең генә ҡулымдан килмәҫ ине. Уҡытыу­сым, үҙ телемә һөйөү уятыусы Рәсимә Сәлихова менән күп эштәр башҡарҙыҡ. Ҡәҙерле әсәйем дә мине илһамландырып тороусым булды. Бар яҡлап та әйҙәп, дәртләндереп, эштәремә дөрөҫ баһа биреүсе «Йәншишмә»нең хеҙмәткәрҙәренә лә оло рәхмәтлемен.

Яратҡан гәзитемдең 90 йыллыҡ юбилейын билдәләүе ҙур ваҡиға. Ул күпме йәш хәбәрселәрҙе үҫтергән, оло юлға баҫтырған. Ижад шишмәң бер ҡасан да ҡоромаһын, мәңге йәшә, «Йәншишмә»м!

Зәлиә АЛТЫНБАЕВА, гәзиттең элекке йәш хәбәрсеһе,

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге БДПУ студенткаһы.



Читайте нас: