+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Йәншишмә"гә – 90 йәш
14 Февраль 2020, 15:05

Беренсе көндәрҙә

М. ХӘЙ 1929 йыл ине. Беҙ, ноябрь айында ВЛКСМ Өлкә Комитетының II пленумына килгән бер төркөм кантон пионер эшселәре, башҡорт телендә балалар, пионерҙар гәзите сығарыу тураһында мәсьәлә күтәрҙек.


Шуның өсөн дә гәзиттең беренсе һанын сығарғанға тиклем әҙерлек эштәре алып барырға, уға уҡыусылар йыйнар­ға кәрәк.

Шуға күрә лә барынан да элек бөтә кантон пионер бюроларына гәзитте таратыу өсөн күрһәтмәләр бирҙек. Бөтә Башҡортостан пионерҙарына, мәктәп балаларына мөрәжәғәт менән листовкалар сығарҙыҡ. Бөтә Өлкә гәзиттәренә «Йәш төҙөүсе» гәзите һәм «Пионер» журналы сығыуы тураһында иғландар баҫтыр­ҙыҡ. Ул ғына ла түгел, һәр көн Өфө радио гәзиттәре аша ла балалар гәзите һәм журналы сығыуы тураһында хәбәрҙәр таратыла.

Ҡай бер кантондарға вәкилдәр ебәрелде. Өлкә пионерҙар бюроһы президиумы ағзалары Өфө предприятиеларына, мәктәптәргә, пионер отрядтарына беркетелде. Унда йыйылыштар үткәрелде.

Бынан башҡа Өфө күләмендә шулай уҡ кантон үҙәктәрендә уҡыусыларҙың, вожатыйҙарҙың, балаларҙың, пионерҙарҙың, ата-әсәләрҙең йыйылыштары, кәңәшмәләре үтте.

* * *

Мәктәп балалары, пионер­ҙар гәзитте көтәләр, хәҙер алға беренсе һанды сығарыу бурысы баҫты. Ә хәбәрҙәр бик әҙ килә. Подписчиктар ҙа күп түгел, гәзит тирәһендә яҙыусылар армияһы тупланмаған. Етмәһә, редакцияла минән башҡа бер кеше лә юҡ. Ә эш бер гәзит кенә түгел. «Пионер» журналын да сығарырға, уның да ойоштороу эштәрен алып барырға кәрәк.

«Йәш тө­ҙөү­се»­нең хәҙергә бөтә редакцияһы бер папкала ғына. Шуның өсөн «Башҡортостан йәштәре» (хә­ҙерге «Ленинсе»), «Йәш юҡһыл» (хәҙерге «Йәш коммунар») гәзиттәрендә лә, Өлкә пионерҙар бюроһында ла, Наркомпроста ла, шулай уҡ «Белем» (хәҙерге «Культура революцияһы») журналдарында ла – һәр берендә әҙләп ултырырға тура килә. Редакцияға килеүселәр ҡайһы ваҡыт шулай «Йәш төҙөүсе» гәзитен эшләп сығарыуҙағы ойошмалар менән йөрөп сығалар ине.

Гәзиткә ауылдан килгән хәбәрҙәрҙән, «Башҡортостан йәштәре» һәм «Йәш юҡһыл» гәзиттәренә килгән пионер отрядтары, мәктәптәр тураһындағы хәбәрҙәрҙән, үҙебеҙ яҙған мәҡәләләрҙән, сит ил материалдарынан эшләп, бер гәзитлек материал әҙерләнде. Бер көн йоҡларға тура килмәне. Сөнки барына ла бер үҙем: редактор ҙа, секретарь ҙа, гәзитте таратыусы ла, әҙә­би эшсе лә, хәбәр йыйнау­сы ла, машинистка ла. Ҡыҫҡа­һы, редакцияла ниндәй бурыс­тар бар, бары ла үҙ өҫтөмдә. Гәзиттең курьеры ла мин. Иртә менән уны йыйнарға типографияға илтеп ташла­ным.

Гәзитте өс көн йыйнанылар. Эш күп тигәс, «Йәш төҙөүсе» гәзитен шул эш тығыҙ булмаған арала ғына полиграф (ФЗО) мәктәбе уҡыусылары йыйнайҙар. Мин уларға: «Был бит балалар гәзите, тиҙерәк йыйнағыҙ, уны хәҙер мәктәп балалары, пионерҙар көтәләр», – тим. Улар көлә. Хәреф кассалары өҫтөндә ҡулдарҙы тиҙләтәләр, ашығалар.

Обком Өлкә пионерҙар бюроһына барырға тура килмәй. Сөнки унда мин күренеү менән: «Гәзит ҡайҙа, ни өсөн сыҡмай?» – ти улар. Асыуланып та алалар.

10 февраль көндө гәзит верстать ителде. 1930 йыл, 12 февраль иртә менән сәғәт 7-лә Башҡортостан пионер­ҙар хәрәкәте тарихында иң беренсе балалар, пионер­ҙар гәзите – «Йәш төҙөү­се»­нең беренсе һаны баҫылып сыҡты. Мин ул көндө иртә менән типографияға уның баҫылғанын ҡарарға барҙым. Ахыр­ҙа, ҡул аҫтына 20 дана гәзит ҡыҫтырып, Өлкә Комитет пионерҙар бюроһына киттем. Юлда иртә менән эшкә барыу­сы иптәштәргә: «Мә, күптән көткән гәзит сыҡты», – тип таратып барам. Өлкә Комитетҡа бөгөн башҡа көндәргә ҡарағанда батырыраҡ барып индем. Гәзитте яраттылар. Бигерәк тә пионер эшселәре гәзитте ҡулдан берәм-берәм тартып алып бөттө.

Өлкә пионерҙар бюроһының ул ваҡыттағы рәйесе, иптәш Феоктистов ҡулына гәзит алып, уны сығарыу өсөн өҫтәлмә сәрмәйә һорарға Наркомпросҡа китте.

Подписчиктар бөтөнләй юҡ тиерлек. Гәзиттең беренсе һанын «Башҡортостан» гәзите подписчиктарына ҡушып буш тараттыҡ. Бөтә мәктәптәр­гә, пионер отрядтарына, кантон пионер бюроларына ебәр­ҙек.

12 февралдә поезд, шулай уҡ Өфөгә килеүсе почтальондар «Йәш төҙөүсе» гәзитенең беренсе һанын ауылдарға алып китте.

Өфөләге почтальондар балаларҙың дәрестәре бөтөүгә мәктәптәргә гәзиттең беренсе һанын илтте.

Ул көндө өлкә пионерҙар бюроһы ҡарары буйынса отрядтарҙа, мәктәптәрҙә Пионер Коммунаһы пионерҙары, шулай уҡ Өфө ҡала пионер эшселәре тарафынан «Йәш төҙөүсе»нең сығыуына бағышланған йыйылыштар, митингтар үткәрелде.


«Йәш төҙөүсе»лә, өс йыл тулыу уңайынан, ВЛКСМ Өлкә Комитетының, Пионерҙар Өлкә бюроһының тәбрикләү һүҙҙәре бирелгән. Шулай уҡ «Ленинсы» һәм «Йәш коммунар» гәзиттәре лә ҡотлаған. Икенсе биттә «Башҡортостан» гәзитенең ҡотлауы ла бар. Өлкә балалар радио тапшырыу бүлеге лә изге теләктәрен еткергән.

2-се биттә гәзиттең тәүге мөхәррире, шағир Мөхәмәтйәров Хәй балалар баҫмаһын нисек сығарыу тарихы тураһында һөйләй. Шундай ауыр заманда ла йәш быуындың рухи үҫеше хаҡында хәстәрлек күргән илебеҙ. Гәзит сығарыуҙы ойоштороу эшендә ниндәй ҡыйынлыҡтар кисереүҙәре тураһында уҡып белерһегеҙ.

Әммә барыһынан да бигерәк мине беренсе биттә баҫылған бер ҡыҫҡа ғына хәбәр ҡыуандырҙы һәм һоҡландырҙы. Уны С. Йәрмөхәмәтов тигән уҡыусы яҙған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, районы менән мәктәбе күр­һәтелмәгән. Хәбәр «Һүҙ бирәм» тип атала. Ике-өс һөйләмдән генә торған яҙманы тулыһынса һеҙҙең иғтибарығыҙға тәдҡим итәм.

«Беҙҙең мәктәптә 27 баланың бөтәһе лә «Йәш төҙөүсе»не алдыралар.

Мин киләсәктә ауыл советы күләмендә кәмендә «Йәш төҙөүсе»не 100 дана таратыуҙы һәм киләсәктә лә яҙышып тороуҙы үҙ өҫтөмә бурыс итеп алам».

Бөгөнгө «Йәншишмә» гәзитен алдырыу­сы уҡыусыларға, яҙышып торған йәш хәбәрселәргә бик һәйбәт ишара түгелме был?!

Һәр бала үҙе генә яҙылып ҡалмай, синыфындағы, мәктәбендәге бөтә уҡыусыларҙың да үҙҙәре өсөн сығарылған был баҫманы алдырыуҙа, таратыуҙа үҙ өлөштәрен индерә ала бит. 87 йыл элек, ниндәй ауыр замандарҙа ла, бер ҙә, аҡса юҡ, тип тормағандар. Балалар гәзитенең сығыуы өсөн уҡыусылар үҙҙәре лә тырышҡан.

Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә телебеҙгә, милли матбуғат баҫмаһына битараф булмайыҡ. Алдырайыҡ! Уҡыйыҡ! Таратайыҡ!

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА әҙерләне.



Читайте нас: