+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Йәншишмә"гә – 90 йәш
14 Февраль 2020, 12:44

Әҙәбиәткә һөйөү уятты

Зәки ӘЛИБАЕВ, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе,Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты:

– Кеше тормошоноң иң сағыу, үҙенсәлекле һәм яҡты хәтирәләргә бай мәле – бала саҡ. Матур хыялдар, алға ынтылыш, донъяны шау сағыу төҫтәрҙә генә күҙаллайһың. Шуға ла бала саҡ ғүмер буйы йылы хәтирәләр менән һине оҙата бара. Ә минең бала һәм үҫмер саҡтарым республика матбуғатында мөһим урындарҙы биләгән «Башҡортостан пионеры» гәзите менән бәйле. Башҡорт телендәге бихисап матбуғат баҫмалары араһында сағыу ҡыҙыл төҫтәр өҫтөнлөк иткән гәзитте хәреф танығас та уҡ үҙ иттем. Балаларҙың мәҡәләләрен, шиғырҙарын уҡып, үҙем дә сәмләнеп киттем. II синыфта уҡығанда гәзит менән хәбәрләшә башланым. Зөһрә Ҡотлогилдина, Рәмил Йәнбәков, Марс Әхмәтшин һәм башҡаларҙан кәңәш биргән хаттар ала торғас, бер нисә йылдан мәҡәләләрем донъя күрә башланы. Мәктәп тормошо, бала саҡ донъяһы тураһындағы бихисап мәҡәләләр, ҡыҫҡа ғына әҙәби әҫәрҙәр минең тормошомдо ҡырҡа үҙгәртте. «Башҡортостан пионеры» үткәргән йәш хәбәрселәр слёты, башлап яҙыусылар семинары һәм башҡа бик күп саралар ҡанатты үҫтерҙе генә. Унда Динис Бүләков, Сафуан Әлибаев, билдәле яҙыусылар Ноғман Мусин, Ғәли Ибраһимов, Мөкәрәмә Садыҡова һәм башҡалар менән танышыу дәртләндерҙе, сабый күңелендә ышаныс уятты. Йәш хәбәрселәр менән дә тығыҙ бәйләнеш үҫешкә ярҙам ғына итте. Ирина Закирова, Рәшиҙә Лотфуллина (Мәһә­ҙиева), Гемир Нуретдинов, Олег Төхвәтуллин, Фаил Фәтхетдинов, Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева, Гөлдәриә Вәлишина, Самат Ғәлин, Зөлфиә Ханнанова, Рәйсә Абдуллиналар менән хат алышып, хәбәрләшеп тор­ҙоҡ. Гәзит менән бәйләнеш әҙәбиәткә һөйөү уятты. Артабан һөнәр һайлаған ваҡытта ла хәл иткес роль уйнаны. Студент йылдарында, хәрби хеҙмәт осоронда ла яратҡан гәзитемә ижад емештәремде ебәреп тор­ҙом. XX быуаттың 80-се йылдары тарихта ҡалһа ла, хәҙер ҙә «Йәншишмә» гәзитен тулҡынланып ҡулға алам. Уны дүртенсе улым алдырып уҡый. Гәзит Башҡортостан Яҙыусылар союзы үткәргән сараларҙы ла яҡтыртып бара. «Туған телемә – йөҙ аҙым» проектын да гәзит киң яҡтырта.

Ғөмүмән, исеме үҙгәрһә лә, есеме үҙгәрмәй, балалар өсөн баҫма үҙ төҫөн, йөҙөн һаҡлап бара. Шуға ла бөгөн яратҡан баҫмам – «Йәншишмә»­гә, уның хеҙмәткәрҙәренә оло рәхмәтемде белдерәм, оҙаҡ йылдар гәзиттә эшләгән остаздарым алдында баш эйәм.
Читайте нас: