+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Йәншишмә"гә – 90 йәш
14 Февраль 2020, 14:25

Илһам ҡанаттары бирҙе

«Йәншишмә» гәзитен ҡулға алған һайын, унда баҫылған тәүге мәҡәләмде иҫкә төшөрәм.

...1965 йылдың көҙөндә беҙҙең Ҡаран-Ҡуңҡаҫ ауылында һигеҙ йыллыҡ мәктәп асылды. Ниһайәт, беҙ күрше ауылға йөрөп уҡыуҙан ҡотолдоҡ. Шатлығыбыҙҙың иге-сиге юҡ ине. Шулай булмай ни, миҙгелдең ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, теңкәгә тейгән көҙгө быҫҡаҡ ямғырмы, күҙ асҡыһыҙ ҡышҡы буранмы, аяҡ йырып атлағыһыҙ яҙғы бысраҡмы – йоҡоноң иң тәмле сағында таң һарыһынан тороп, өс-дүрт саҡрым араны йәйәүләп көн дә ике мәртәбә үтеп ҡара әле! Шатланмаҫ ереңдән шатланырһың! Ҡыуанысымды башҡалар менән дә уртаҡлашҡым килде. Дәрестәр бөтөү менән, өйгә лә ҡайтып тормай, синыфта ултырып үҙемсә мәҡәлә яҙ­ҙым. Ни ғәжәп – бер нисә көндән ул гәзиттең беренсе битендә баҫылып та сыҡты. Яҙмамдың башы әле лә хәтеремдә: «Яуап бер – яҡшы уҡыу» тип атала ине.

Мәҡәләм баҫылған гәзитте таушалып бөткәнсе кеҫәмдә йөрөттөм. Ниңә улай эшләгәнмендер, әле булһа аптырап бөтә алмайым. Ижади мөхиткә ылыҡтырған, киләсәктә һөнәр һай­лар­ға йүнәлеш биргән мәҡәләмдән айырыл­ғым килмәгәндер, бик ҡәҙерле булғандыр, күрәһең.

Мәктәптә уҡыған йылдарҙа ғына түгел, шулай уҡ журналистикаға ныҡлап аяҡ баҫҡас та гәзит менән хеҙмәттәшлек итеүемде туҡтатманым. Мәҫәлән, Себерҙә нефть ятҡылыҡтары үҙләштереүсе яҡташтарыбыҙ янында командировкала булып ҡайтҡас, «Йәншишмә»гә лә өлөш сығарҙым, «Төмәнгә сәйәхәт» тигән баш менән дүрт мәҡәлә тәҡдим иттем.

1975 йылда «Совет Башҡортостаны» («Башҡортостан») гәзите редакцияһына эшкә урынлашып, штатында тиҫтәләрсә хеҙмәткәр, Матбуғат йортоноң тотош бер ҡатын биләгән редакция, гөр килеп эшләп ултырған заманса типография менән танышҡас, күңелемдә балалар өсөн әҫәр яҙыу теләге тыуҙы. Нимә ул гәзит? Уны ҡайҙа, кемдәр сығара? Тәүге гәзиттәр ҡасан сыға башлаған? Бөтә кеше лә мәҡәлә яҙа аламы? Ошо һәм шуға оҡшаш башҡа һорауҙарға яуап бирергә тейеш ине ул әҫәр. Киләсәктә йәш хәбәрселәрҙең айырылмаҫ юлдашына әйләнәсәк был әйберҙе яҙҙым да... һалып ҡуйҙым. Ун өс йыл үткәс, ҡабат эшләнем. «Йәш хәбәрсе» башта 1989 йылда – «Башҡортостан пионеры» гәзитендә, һуңынан 1993 йылда айырым китап булып баҫылып сыҡты. Үҙем жанрын «Журналист дәрестәре» тип билдәләгәйнем, яҙыусылар союзына ағза булып ингәндә миңә фатиха биргән яҙыусы Булат Рафиҡов китапты «Йәш хәбәрсе тураһында мауыҡтырғыс повесть» тип атаны. Был хаҡта журналист, шағирә Лариса Абдуллина матбуғатта ла яҙып сыҡты: «Беҙ мәктәптә уҡыған йылдарҙа гәзиттә нисек журналист булырға өйрәтеп, фәһемле, ҡыҙыҡлы мәҡәләләр бирә башланылар. Кемгә нисек булғандыр, әммә үҙе ҡәләм тибрәтеүсе балаларҙы журналистика кеүек ҡатмарлы, үҙенсәлекле, мауыҡтырғыс институт менән ситтән тороп булһа ла таныштырыуҙың был алымы миңә бик ҡыҙыҡлы тойолғайны».

«Аманат» журналында баҫылған өс повесты иҫәпкә алмағанда, ҡалған хикәйәләрем һәм повестарым барыһы ла (улар бер тиҫтәнән ашыу) «Йәншиш­мә»лә донъя күрҙе. Уларҙың беренсеһе – «Ҡайынлыҡ – малайҙар төбәге». Дүрт бүлектән торған әҫәр гәзиттә ике йыл буйы баҫылды. Бала саҡ хәтирәләренә нигеҙләнеп яҙылған был повесть башта бер бүлектән генә тора ине. Уны уҡығас, балалар әҫәрҙең дауамын яҙыуҙы үтенде. Шулай итеп, журналист һәм шағирә Зөһрә Ҡотлогилдина һүҙҙәре менән әйткәндә, дүрт повестан торған роман килеп сыҡты. «Уның повестары беҙгә әҫәрҙәрендә әллә нисә быуын бала тәрбиәләнеп үҫкән Мостай Кәрим, Зәйнәб Биишева, Әнүәр Бикчәнтәев, Рәйес Ғабдрахманов, Фәрит Иҫәнғолов, Динис Бүләковтарҙың алтын замандарын хәтерләтте. Факил Мырҙаҡаев улар киткәндән һуң әҙәбиәттә барлыҡҡа килгән бушлыҡты тултырҙы. Һәм ул хаҡлы рәүештә йәш уҡыусыларҙың иң яратҡан авторына әйләнде», – тип белдергәйне ул.

«Йәншишмә» гәзите әҫәрҙәремде баҫтырып сығарыу менән генә сикләнмәне, улар буйынса уҡыусылар конференциялары ла ойошторҙо. Шуларҙың береһе үҙем белем алған Миәкә районы Ҡаран-Ҡуңҡаҫ мәктәбендә уҙҙы. Унда күрше Бик­ҡол һәм Илсеғол мәктәптәре уҡыусылары, районыбыҙҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ла ҡатнашты. Ә Илеш районы Үрге Йәркәйҙәге 1-се гимназияла, Туймазы районы Бишҡурай мәктәбендә «Ҡайын һуты», «Баҙар­ҙарға барһаң...» повестары буйынса уҙғарылған конференциялар уларҙа ҡатнашыусылар өсөн генә түгел, үҙем өсөн дә фәһемле булды.

«Мыраубай» тигән хикәйә яҙғайным, «Йәншишмә» уның аҙағын баҫыр алдынан уҡыусыларға әҫәрҙе үҙҙәренә тамамлап ҡуйырға тәҡдим итте, мин иһә уларға үҙемдең автографлы китаптарымды бүләк итергә, ижад өлгөләрен хикәйә менән бергә китапҡа индерергә вәғәҙә бирҙем. Редакцияға егерменән ашыу хат килде, уларҙың барыһы ла тиерлек баҫылып сыҡты. Илеш, Белорет, Бөрйән райондары уҡыусылары айырыуса өлгөрлөк күрһәтте. Араларында хикәйә буйынса һүрәт төшөрөүселәр ҙә бар ине. Вәғәҙә иткәнемсә, уҡыусыларҙың ижад емештәрен «Ҡайын һуты» тигән йыйынтығыма индерҙем, һәр береһенә китап бүләк иттем. Ә Белорет районы Ғәбдөк мәктәбе уҡыусыларына бүләктәрҙе үҙемә барып тапшырырға насип булды.

«Йәншишмә» минән егерме йәшкә өлкәнерәк. Әле лә, бала сағымдағы һымаҡ, уның һәр һанын көтөп алам. Мәҡәләләремде һәм әҫәрҙәремде баҫтыр­ғанға ғына түгел, илһам ҡанаттары биргән өсөн.


Факил МЫРҘАҠАЕВ, яҙыусы, Мифтахетдин Аҡмулла, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге премиялар лауреаты,

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.



Читайте нас: