+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Йәншишмә"гә – 90 йәш
14 Февраль 2020, 13:48

Ижад лабораторияһы ул

Ғималетдин ЯРУЛЛИН, 1992 – 1997 йылдарҙағы баш мөхәррир,Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре:

– «Йәш төҙөүсе», «Башҡортостан пионеры» (балалар баҫмаларының элекке исемдәре), «Йәншишмә» гәзиттәрен уҡыусылар араһынан кемдәр генә сыҡмаған?! Был гәзит әллә күпме күренекле яҙыусылар, журналистар өсөн тәүге ижад лабораторияһы булып торҙо. Ә күпме йәмәғәт эшмәкәре һәм башҡа һөнәр эйәләренә ошо баҫма ижтимағи тормош менән ҡыҙыҡһынырға өйрәтеп, илгә файҙалы шәхестәр булып үҫергә ярҙам итте. Ҡыҫҡаһы, гәзит уҡып үҫкән бала бер ваҡытта ла әрәм булмаған, әҙәм булған. Шуның өсөн бала саҡтың, балалар матбуғатының да ҡәҙерен беләйек, уның кеше тормошонда мөһим урын тотҡанын – әһәмиәтен аңлайыҡ һәм бер ваҡытта ла онотмаһаҡ ине.

Һүҙемде түңәрәкләп, шуны әйткем килә. Бынан теп-теүәл 25 йыл элек, мин мөхәррир булып эшләгән йылдарҙа, «Йәншишмә»нең 65 йәшлек юбилейын билдәләгәйнек. Ул ваҡытта элекке мөхәррирҙәр Вилләр Дауытов, Рәйес Фәт­ҡуллин, Сафуан Әлибаев, Рәмил Йәнбәков ағайҙар иҫән ине, улар ошо сараның уртаһында ҡайнағайны.
Читайте нас: