+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Йәншишмә"гә – 90 йәш
14 Февраль 2020, 14:05

Киләсәк һинән башлана

Мәктәптә бөгөн иҫ киткес матур байрам булды. Уның хаҡында әсәйемә, ағайҙарыма һөйләнем. Кисен яңы ғына килгән гәзит-журналдарҙы уҡырға ултырҙым. Иң тәүҙә үҙем яратҡан «Башҡортостан пионеры»н ҡулыма алдым.

– Атай, бөгөнгө байрам тураһында гәзиткә яҙһам, нисек булыр? – тип һораным.

– Әйҙә, тырыштырып ҡара һуң, – тине ул.

Аҡ ҡағыҙға уйҙарыңды дөрөҫ итеп теҙеп яҙыуы еңелдән түгел икән дәһә. Һөйләүе генә рәхәт ул. Мәҡәләмде дәфтәр битенә бер нисә тапҡыр күсереп яҙҙым. Оҡшамаған урындарын төҙәтеп ҡуям. Шулай булмай ни, уны бит гәзиттә эшләгән ағай-апайҙар уҡый алырлыҡ матур итеп яҙыу мотлаҡ. Редакцияға ебәрҙем дә үҙемдең исем-фамилиям менән мәҡәләм баҫылыуын көтә башланым. Ләкин уның урынына бер көндө хат килеп төшмәһенме?! Унда мәҡәләмдең донъя күрә алмауы, башҡа төрлө темаға яҙмамды көтөп ҡалыуҙары тураһында белдерелгән ине. Башым күккә тейеп, ҡанатланып осоп йөрөгәнемде күрһәгеҙ... Тағы дәртләнеп китеп, редакцияға тағы хат ебәрҙем. Бына беренсе мәҡәләм дә баҫылды! «Яҡшы өлгөрөш өсөн» тип аталған хатымда үҙебеҙҙең өсөнсө синыф уҡыусыларының уҡыуы, мәктәп тормошо хаҡында яҙғайным. Ошо көндән башлап минең өсөн яңы донъя асылдымы ни! Әленән-әле хәбәрҙәрем гәзиттә сыҡты, баҫылмай ҡал­ғандарының хаталарын яҙып, редакциянан хаттар килә торҙо. Йәркәй Яҡшыдәүләтов, Зөһрә Ҡотлогилдина, Сафуан Әлибаев кеүек яҙыусылар менән хатлашыу, редакциянан байрамдарға ҡотлау открыткаларын алыу оло шатлыҡ, мәртәбә ине. Хәҙер генә рәхәт ул, интернет аша кемдәр менән генә аралашмай­һың. Ул ваҡытта беҙҙе, Башҡортостан уҡыу­сыларын, бер майҙанға йыйыусы булып матбуғат баҫмалары торҙо.

«Башҡортостан пионеры»нда мин дуҫтар, ҡәләмдәштәр таптым, ҡайһы берҙәре менән хатлашып алып киттек. Гәзит килгәнен түҙемһеҙлек менән көтөп алам, республикабыҙ мәктәптәрендә ниндәй саралар үткәнен уның аша беләм, үҙебеҙ хаҡында тағы мәҡәләләр ебәрәм. Күпте белергә, яңылыҡҡа ынтылырға теләк шул тиклем ҙур! Мәҡәләләрҙән тыш, шиғырҙар, әкиәттәр ижад итеп тә ҡарайым. Был уҡыуға бөтөнләй ҡамасауламай, сөнки былай ҙа пионер, комсомол тормошо эсендә ҡайнай инек, дәрестәрҙән һуң мәктәп эсе гөр килә: түңәрәктәр эшләй, йыйылыштар бара, концерт, кисәләр... Яратҡан гәзитем ижад итергә генә түгел, ижад сәме менән йәшәргә лә өйрәтте. Уҡытыусы булараҡ, шуны әйтер инем: һәр дәрес, үткәрелгән сара – ул ижад емеше.

«Беренсе ҡыңғырау»ға арналған тантаналы линейкаға теҙелгәнбеҙ. Мин алтынсы синыфта уҡыйым. Бына мәктәп директоры исем-фамилиямды әйтте.

– «Башҡортостан пио­неры» редакцияһы һиңә «Йәш хәбәрсе» танытмаһын ебәргән, ҡотлайым, – тине директор ҡулымды ҡыҫып. Бәләкәй генә ҡыҙыл төҫтәге был танытма минең хеҙмәтемә ҙур баһа ине. Ошо уҡ йылдың март айында «Башҡортостан пионеры» мине тағы ла ололаны – Бөтә Союз пионер лагеры «Артек»­ка юллама менән бүләкләне. Беҙ, бер төркөм йәш хәбәрселәр, Зөһрә Ҡотлогилдина апай менән Ҡырымға юлландыҡ. Поез­да барған саҡта ижад итеүҙе остазыбыҙ менән дауам иттек. Рәшиҙә Лотфуллина (Мәһәҙиева), Миләүшә Миһранова, Фаил Фәтхетдинов, Сафа Кәримов, Рәхимйән Игелеков – гәзиттең иң әүҙем йәш хәбәрселәре менән танышып, дуҫлашып киттем. Ҡара диңгеҙ буйында зауыҡлы корпустарҙа ял итеү, һаулыҡты нығытыу менән бер рәттән, «Йәш хәбәрселәр» мәктәбен дә үттек, ижад кешеләре менән аралаштыҡ, төрлө осрашыуҙарға йөрөнөк, сәйәхәт иттек. Бала саҡтың онотолмаҫ бер хәтирәһе булып ҡалды был ял. Рәхмәт, «Башҡортостан пионеры»!

Гәзиттең 50 йыллығы айҡанлы уҙған слёт республикабыҙҙың бик күп йәш ижадсыларын йыйҙы. Беҙ «Ағиҙел» ҡунаҡханаһында йәшәнек, төрлө сараларҙа ҡатнаштыҡ, типографияға, баш ҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарына сәйәхәт ҡылдыҡ, яҙыусылар менән осраштыҡ, телевидение аша сығыш яһаныҡ. «Башҡортостан пионеры» балаларҙың ижади һәләттәрен үҫтереп, шулай яңы быуын яҙыусыларын, журналистарын, тел белгестәрен тәрбиәләүгә иреште, уҡыусы балаларҙы берләштереп, күптәрҙә ижад ҡомарын уятыуға өлгәште.

Хәҙер гәзитебеҙ ижадсыларҙың «Йәншишмә»һенә әүерелде. Яратҡан баҫмабыҙҙы шундай оло юбилейы менән ҡотлайым. Гәзиттең ҙур ижади тормошонда ҡасандыр үҙемдең дә ҡатнаша алыуым менән сикһеҙ бәхетлемен.


Минира БИКӘНӘСОВА (ҮТӘГӘНОВА).

Ауырғазы районы, Талбазы ауылы.

Читайте нас: