+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Йәншишмә"гә – 90 йәш
14 Февраль 2020, 15:45

Матур байрам

Венера ХӘКИМОВА, «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры:

– Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, коллегалар, редакция ветерандары! Матур байрамығыҙ – 90 йыллыҡ юбилейығыҙ айҡанлы иң изге теләктәребеҙҙе ҡабул итегеҙ.

Инде бына нисәмә тиҫтә йыл дауамында «Йәншишмә» Башҡортостандың лайыҡлы граждандарын тәрбиәләй, үҫтерә. Киләсәк быуынды үҙ халҡының тарихын, мәҙәниәтен белергә, Тыуған илен, ерен, телен яратырға, хөрмәт итергә өйрәтә, һөнәр һайларға ярҙам итә. Шуға ла был байрам һеҙҙең ижади коллективығыҙ өсөн генә түгел, бөтә республика халҡы өсөн дә әһәмиәтле ваҡиға.

90 йыл эсендә гәзитте сығарыуҙа, таратыуҙа тиҫтәләгән һөнәр эйәһе үҙ өлөшөн индерә: мөхәррирҙәр, яуаплы сәркәтиптәр, бүлек мөхәррирҙәре, хәбәрселәр, рәссамдар, фотохәбәрселәр, техник хеҙмәткәрҙәр... Бөгөн коллективта 9 кеше эшләй. Аҙ ғыналар, әммә ҙур эш башҡаралар. Күп йылдар уҙһа ла, гәзит әле лә үҙ бурысына, традицияларына тоғролоҡ һаҡлай, шул уҡ ваҡытта замандан артта ла ҡалмай. Иң мөһиме – рух бар унда, һаман да йәш, изге күңелле, зауыҡлы, намыҫлы, аҡыллы баҫма ул.

Редакция коллективына артабан да ижади үҫеш, иң өлгөлө, ҡыйыу проекттарҙы һәм уй-ниәттәрҙе тормошҡа ашырыуҙа, традицияларҙы дауам итеүҙә, гәзит уҡыусыларын арттырыуҙа уңыштар теләйем. Әйҙә, гәзит үҙенең 100 йыллыҡ юбилейына ла ҡыйыу аҙымдар менән атлаһын!


Читайте нас: