+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Йәншишмә"гә – 90 йәш
14 Февраль 2020, 15:29

Һөнәр һайларға ла ярҙам итте

Хәтеремдә, минең дә тәүге шиғырым нәҡ ошо гәзиттә донъя күреп, өмөтләндерҙе, илһам ҡанаттарымды нығытты. Зөбәржәт апай Миңлебаева, Зөһрә апай Ҡотлогилдиналар беҙҙе, йәш хәбәрселәрҙе, ижад­ҡа дәртләндереп кенә торҙо.

Данлыҡлы Юлдыбай мәктәбендә беҙҙе башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыт­ҡан уҡытыусыбыҙ Нәфисә Нәҙерғолова менән яҡташ шағирәбеҙ Фәүзиә инәй Юлдашбаева ойошторған «Сатҡылар» әҙәби түңәрәге лә ошо баҫма менән тығыҙ эшләне, беҙҙең шиғыр-хикәйәләрҙе, әкиәттәрҙе, мәҡәләләребеҙҙе баҫтырып торҙо. Гәзиттә сыҡҡан яҙмаларымды йыйып, синыф етәксебеҙ Сәрбиямал Ихсанова синыф музейы өсөн альбом да эшләткәйне (ун беренсене бөткән йылды уны ҡулыма тапшырҙы, әлеге көндә минең үҙемдә һаҡлана).

Тәүге гонорарымды алған көнөмдө әле лә хәтерләйем. Бәләкәй генә уҡыусы ҡыҙҙың шиғырҙарын баһалап, гәзит биттәрендә баҫтырып, өҫтәүенә, аҡсаһын да түләүҙәре хайран ҡалырлыҡ ине! Шуға китап та, матур дәфтәр ҙә, ручка-ҡәләмдәр ҙә, сәскә тағырға таҫмалар ҙа, хатта әҙерәк тәм-том да алғайным.

Мәктәптә уҡыған ваҡытта «Йәш хәбәрсе» исемен алыуымдың һөнәр һайлағанда ла файҙаһы тейҙе. Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналис­тика факультетына уҡырға инергә тип ниәтләп йөрөгәндә лә «Йәншишмә»м ярҙам ҡулын һуҙҙы.

Балалар һәм үҫмерҙәр баҫмаһында ҡанат нығытып, оло ижад юлына сыҡҡандар бихисап бит ул. Курс­таштарым Фәнил Бүләков, Гөлсинә Байғужина (Йосопова), Рәшиҙә Бай­ғужина (мәрхүмә инде күптән), Гүзәлиә Түләшева, Ләйсән Шәүәлиева, Лилиә Әмирханова, Әлиә Фәррәхова, Гөлназ Яҡупова, Земфира Әбүшахмановаларҙың да тормошо, эшмәкәрлеге ижад һәм журналистика менән бәйле. Күптәргә юл күрһәткән туҡһан йыллыҡ бай тарихлы «Йәншишмә»беҙ киләсәктә лә башҡорт журналистары һәм әҙәбиәтселәре үҫтерәсәк әле.


Айгөл АЙЫТҠОЛОВА, Башҡортостан һәм Рәсәй журналистар, Башҡортостан яҙыусылар союздары ағзаһы,

Күгәрсен районының «Мораҙым» гәзите хәбәрсеһе.




Читайте нас: