«Йәншишмә» балаларҙы илһөйәр, һау-сәләмәт тормош яҡлы булырға, белемгә ынтылырға, хеҙмәт һөйөргә өндәй, ысын дуҫлыҡҡа өйрәтә, йәш быуынды милли рухта тәрбиәләүгә ҙур өлөш индерә. Был гәзитте уҡып үҫкәндәрҙең, йәш хәбәрселәрҙең күбеһе хәҙер республикаға дан һәм ғорурлыҡ өҫтәгән дәүләт эшмәкәрҙәре, сәнғәт оҫталары, яҙыусылар, ғалимдар, табиптар, төрлө өлкәләге белгестәр булып танылды.
Яҡшылыҡҡа, изгелеккә, матурлыҡҡа, ҡыйыулыҡҡа ғына өйрәтеүсе баҫманы тоғро юлдашы иткән бөгөнгө уҡыусыларға шуны әйтәм: Башҡортостандың киләсәге – һеҙҙең ҡулдарҙа. Әгәр бәләкәйҙән тырыш, уңған, әҙәпле, тәртипле булып, төплө белемгә ынтылып, халҡыбыҙҙың данлы үткәндәрен белеп, хыялдарға ҡыйыу атлаһағыҙ, илебеҙ гөрләп сәскә атыр.
Киләсәктә лә «Йәншишмә» тормошобоҙҙо матурлауға тос өлөш индергән саф шишмә булып ҡалһын. Ил яҙмышын иңдәрендә күтәрерлек көслө, аҡыллы, белемле һәм намыҫлы йәш быуын әҙерләргә ярҙам итһен.
Редакция коллективына, төрлө быуын авторҙарына, меңәрләгән гәзит уҡыусыларына бәхет, именлек, ижади уңыштар теләйем. Оло байрамығыҙ ҡотло булһын!
Башҡортостан Республикаһы Башлығы