+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Йәншишмә"гә – 90 йәш
14 Февраль 2020, 12:48

Оло хөрмәткә лайыҡ

Эльвира АЙЫТҠОЛОВА, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, «Бө­тә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» йәмәғәт ойошмалары халыҡ-ара берлеге президиумы рәйесе:

– Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы балалар һәм үҫмерҙәр баҫмаһы «Йәншишмә» гәзитен 90 йыллыҡ юбилейы менән ҡотлай.

1930 йылдың 12 февралендә «Йәш төҙөү­се»нең беренсе һаны донъя күрә. Шул көндән алып ул – балалар араһында матур рухиәт һәм йәшәү рәүеше өлгөһөн кәүҙәләндереүсе.

Тиҫтәләгән йылдар дауамында гәзит балалар араһында баһалап бөткөһөҙ тәрбиәүи һәм хеҙмәт һабаҡтары алып бара, йәш быуынды тик изгелеккә өндәй, яҡшылыҡҡа саҡыра. Баҫмаға нигеҙ һалғандан алып ул изге маҡсаттарынан тайпылмай: балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе рухи яҡтан байыта, туған телгә, Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләй. Үҫеп килгән йәш быуынды халҡыбыҙҙың тамырҙары менән таныштырыуығыҙ, телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереүҙә ҙур эштәр алып барыуығыҙ оло хөрмәткә лайыҡ.

Балалар күңеленә башҡортлоҡ рухын һеңдереүҙә, йолаларҙы пропагандалауҙа, телгә, данлы үткәндәргә һөйөү тәрбиәләүҙә әүҙем ҡатнашыуы өсөн «Йәншишмә» гәзитенә ысын күңелдән рәхмәт әйтәбеҙ.

Редакция коллективына артабан да яңынан-яңы ижади үрҙәр, ырыҫ, бәхет, һаулыҡ һәм рух ныҡлығы теләйбеҙ. Киләсәктә лә ижади эштәрегеҙ күп һәм һөҙөмтәле булһын.


#Йәншишмә90



Читайте нас: