+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Йәншишмә"гә – 90 йәш
14 Февраль 2020, 15:52

Ҙур өмөттәр бағлайбыҙ

Борис МЕЛКОЕДОВ, Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы етәксеһе:

– «Йәншишмә» 90 йыл халҡыбыҙҙың рухи мираҫын йәш быуынға тапшырыуҙа, балалар араһында мәғрифәтселек эше алып барыуҙа баһалап бөткөһөҙ ҙур роль уйнай. Баҫмаға сығарылған көнөнән үк ул мәҙәни-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе һаҡлап ҡалыуға һәм байытыуға булышлыҡ итә, яңы быуында Тыуған илгә, телгә ҡарата һөйөү тәрбиәләй, уларға халыҡтың бай рухи тәжрибәһен тапшыра.

Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн нәшер ителгән гәзит һәр саҡ йәш быуындың проблемаларын яҡтыртып бара, уларҙы хәл итеү юлдарын эҙләй. 90 йыллыҡ тарихлы «Йәншишмә» киләсәк баҫмаһы булып ҡала, сөнки ул республиканың ышаныслы граждандарын тәрбиәләй, ҡәләм оҫталары мәктәбенә әйләнде. Редакция фатихаһын алған журналис­тар бөгөн республиканың алдынғы баҫмаларында уңышлы эшләй.

Гәзит республика кимәлен­дә үткән төрлө сараларҙы ойоштора. Йәш хәбәрселәр семинарҙары йәш ҡәләм тибрәтеүселәр күңелендә яҡты хәтирәләр ҡалдыра. «Йәншишмә»нең призына ойошторолған саңғы ярыштары республика мәктәп уҡыусылары араһында сәләмәт тормошто пропагандалай.

Киләсәктә лә һеҙгә ҙур өмөттәр бағлайбыҙ, ошо тиҫтә йылдар эсендә тупланған изге башланғыстар дауам итер, тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ һәм төрлөрәк булыр тип ышанабыҙ. Үҙ телеңде, милләтеңде хөрмәт итеү, яҡты уйҙар менән йәшәү, кешеләрҙе яратыу, яңы бейеклектәргә ынтылыу – бөтәһе лә ябай нәмәләр­ҙән: тырышып уҡыуҙан, тәртипле булыуҙан башлана.

Һеҙгә ихлас күңелдән ныҡлы һаулыҡ, бәхет, именлек һәм яңы ижади эҙләнеүҙәр теләйбеҙ.


Читайте нас: