+1 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Бәләкәстәр генә, тимәгеҙ...

Әле синыфыбыҙҙа 10 малай, 13 ҡыҙ уҡый. Етәксебеҙ – тәжрибәле, юғары категориялы уҡытыусы Зөбәйҙә Әүхәҙи ҡыҙы Тойғонова. Беренсе синыфтан төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнәбеҙ. Конкурстарҙа ҡатнашабыҙ. Үҙебеҙ төрлө уйын, ярыштар, экскурсиялар ойошторабыҙ. Күңелле йәшәйбеҙ!

Быйыл ҡаланың көньяҡ биҫтәһендә 5-се мәктәп асылғас, синыфыбыҙҙа 23 кенә уҡыусы ҡалдыҡ. Тәүҙәрәк иптәштәребеҙҙе һағына инек, хәҙер өйрәндек. Бойоғоп ултырырға ваҡытыбыҙ ҙа юҡ инде. Тәбиғәткә, Баймаҡтың төрлө иҫтәлекле урындарына, ҡаланың тыуған яҡты өйрәнеү музейына, бассейнға экскурсиялар ойошторабыҙ.

Республикабыҙҙың һәм халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллыҡ юбилейҙарына арналған саралар лицейыбыҙҙа ла үткәрелде. Белем усағының тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Гөлшат Рим ҡы­ҙы Байдәүләтова ойошторған ки­сәләр, байрамдар бик ҡыҙыҡлы, күңелле уҙа. Беҙ ҙур теләк менән ҡатнашабыҙ. Шиғыр һөйөүселәр, һүрәт төшөрөүселәр бәйгеләрҙә һынат­май. Мәҫәлән, «Мостай иле» әҙәби музыкаль кисәһендә әҫәрҙән өҙөк сәхнәләштереп, бөтә лицей уҡыу­сыларына күрһәттек. Төп ролдәрҙә уйнаған Азамат менән Нәркәс 5-се мәктәпкә күсеү сәбәпле, Йәмил, Оксана ролдәрен Ришат менән Ын­йыға уйнарға тура килде. Йәмилдең әсәһен – Айғына, атаһын – Ғәҙел, Петро ағай – Заһир, Мансур бабай – Айнур, уның әбейе ролен Гөлназ башҡарҙы. Уҡытыусыбыҙ Зөбәйҙә Әүхәҙи ҡыҙы, был спектаклебеҙҙе Еңеүҙең 75 йыллығына арнап, олатай-өлә­сәйҙәребеҙ алдына ла сығыш яһарбыҙ, ти.

«Республикам – дуҫлыҡ иле» исемле дөйөм лицей байрамында Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың милли кейемдәрен, аш-һыуҙарын, музыка ҡоралдарын, йыр-бейеүҙәрен күрһәтергә тейеш инек. Синыфыбыҙҙың сығышы башҡорттар тураһында булды. Беҙҙең кеүек йыр-бейеүгә маһир уҡыусыларға үҙебеҙҙең милләттең мәҙәниәтен сағылдырыу ҡыйын булманы. Башҡалар ҙа яҡшы әҙерләнгән ине. Шаулап-гөрләп үтте был байрам. Республикабыҙҙа йәшәгән халыҡтар тураһында бик күп файҙалы мәғлүмәт тупланыҡ.

Быйыл биш көнлөк уҡыуға күскәс, айҙың һәр бер шәмбеһендә төрлө-төрлө ҡыҙыҡлы саралар үтә. Берәү ҙә ситтә ҡалмай. Шуларҙың бер нисәүһе тураһында ғына яҙып китәйем. Сентябрҙә уҙған «Һаулыҡ шәмбе­һе»­ндә бөтә уҡыусылар, уҡытыусылар, хеҙ­мәткәрҙәр, атай-әсәйҙәр спорт кейемендә спорт майҙансығында ойошторолған ярыш-уйындарҙа ҡатнашты. Ҙур байрамға әйләнде был көн.

Өсөнсө синыфтар араһында үткәрелгән «Күңелле старттар» уйынында беҙҙең команда беренсе урын яуланы. Ҡаланың халыҡ үҙәгендә районыбыҙҙың герой-әсәләренә бағышланған «Әсәләр – нур сәсәләр» исемле кисәлә малайҙарыбыҙ йырланы, ҡыҙҙар бейене. Ә синыфта «Йәгеҙ әле, әсәйҙәр!» конкурсы үткәрҙек. Унда ла, әлбиттә, йыр-бейеүһеҙ булманы.

Китап, гәзит-журналдар уҡырға ла ярата минең синыфташтарым. Быйыл Гөлшат Рим ҡыҙы бөтә синыф менән «Йәншишмә»гә яҙылырға тәҡдим яһағас, бер тауыштан ризалашып, яратҡан гәзитебеҙгә яҙылып та ҡуй­ҙыҡ. Сөнки был баҫма бөтәбеҙгә лә оҡшай. Ысынлап та, йәнгә шишмә ул. Барлыҡ темаларға ла мәҡәләләр табырға була унан. Республикабыҙҙың һәр районында йәшәүсе тиҫтерҙәребеҙ эштәре, тормоштары менән дә танышып барырға мөмкин. «Тәбиғәт мөйөшө»ндә файҙалы үҫемлектәр, юҡҡа сығыу ҡурҡынысы янағандары тураһында беләбеҙ. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре, һаулығыңды һаҡлау, дөрөҫ туҡланыу темаһына бик күп мәғлүмәт бар. «Һөнәре барҙың – ҡәҙере бар» рубрикаһында аш-һыу серҙәре менән танышабыҙ, эшкә өйрәнәбеҙ. Беҙгә бик-бик оҡшағаны – тиҫтерҙәребеҙҙең ижады. Шиғырҙарҙы, әкиәттәрҙе күмәкләп уҡып, бәхәсләшеп тә китәбеҙ, үҙебеҙ ҙә яҙып ҡарайбыҙ. Тик, уҡытыусым әйтмешләй, эштәребеҙ әлегә шыйығыраҡ килеп сыға. Киләсәктә яҙыусы булмаһа ла, бер нисә хәбәрсе сығасаҡ һеҙҙән, тип дәртләндерә ул беҙҙе.

Шуныһы шатлыҡлы: барлыҡ саралар ҙа атай-әсәйҙәребеҙ ҡатнашлығында, ярҙамында үтә. Барыһы өсөн дә уларға, яратҡан уҡытыусыбыҙ Зөбәйҙә Әүхәҙи ҡыҙына, хөрмәтле башҡа уҡытыусыларыбыҙға, лицейыбыҙға «Йәншишмә» аша рәхмәтемде белдергем килә.


Айгүзәл ЗӘЙНУЛЛИНА, III «Б» синыфы уҡыусыһы.

Баймаҡ ҡалаһы, 4-се лицей.
Читайте нас: