Бөтәһе лә дәррәү генә «Йәншишмә» гәзитенә яҙылған. Уҡытыусылары Гүзәл Мөнәвир ҡыҙы Саҙретдинова ла шәп. Әлеге синыфты тәүге йыл етәкләй. Гәзиткә яҙылыуҙы ла «һә» тигәнсе ойоштороп та ҡуйҙы. Ни тиһәң дә, «Йәншишмә»нең элекке йәш хәбәрсеһе бит!
– Башланғыс синыфта бер генә уҡытыусыға өйрәнгәс, бишенсегә килгәс, бер аҙ ҡаушап ҡалдылар. Сөнки һәр фәндән төрлө уҡытыусы уҡыта. Ярар, ваҡыт кәрәк, яйлап өйрәнерҙәр әле, тип уйлайым. Өйгә эштәрен тырышып эшләп киләләр, мәктәптәге төрлө түңәрәктәргә лә ихлас йөрөйҙәр. Альбина менән Илмир һүрәт төшөрөргә яратһа, Эльвир шахмат менән ҡыҙыҡһына, ә Илнур конструктор булыр, моғайын. Сөнки техникаға мөкиббән киткән. Шул темаға күпләп китап уҡый.
Атай-әсәйҙәр ҙә әүҙемдәр, ярҙам итергә әҙер генә торалар. Уларға ҙур рәхмәт! Әле лә гәзиткә яҙылыуға ихлас ҡушылдылар. Уҡыусыларым өйҙәрендә лә атай-әсәйҙәренә тырышып ярҙам итә. Эльвирҙың ғаиләһендә күпләп мал аҫрайҙар. Илнур йәйҙән әсәһенә өйрәк, күркә, бройлер үҫтерешә. Илмир менән Альбина баҡса үҫтереү, ҡарау буйынса оҫталар, – тип һөйләне синыф етәкселәре Гүзәл Мөнәвир ҡыҙы.
Афарин, бишенселәр! Беҙҙе ныҡ ҡыуандырҙылар.
Әле гәзиткә яҙылыу дауам итә. Әйҙәгеҙ, әүҙемерәк булайыҡ! Кемдәр эйәрер Илеш уҡыусылары өлгөһөнә? Акцияға ҡушылыусыларға гәзитебеҙҙең Почёт грамотаһы һәм иҫтәлекле бүләге тапшырыласаҡ.