-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Дуҫлыҡ менән көслөбөҙ!

Дуҫ, татыу, берҙәм беҙҙең синыф. Мәктәптә ниндәй генә байрам, саралар үткәрмәһендәр, берәй эштә ярҙам кәрәкме – һәр ваҡыт дәррәү ҡушылабыҙ.Бер кем дә ситтә тороп ҡалмай, һәр кем үҙ өлөшөн индерә. Уҡытыусыбыҙ Раушания Ниязбай ҡыҙы Мырҙағолова «Йәншишмә»гә синыф менән яҙылырға тәҡдим иткәс, шунда уҡ ҡеүәтләп алдыҡ. Тиҙ арала почтаға барып, гәзиткә яҙылып та ҡуйҙыҡ. Хәҙер һәр беребеҙҙең өйөнә «Йәншишмә» килә!

Синыфташтарым менән һеҙҙе лә таныштырып үтәйем әле. Өс егет һәм һигеҙ ҡыҙ уҡыйбыҙ. Бишенсе синыфта унау ғына бул­һаҡ, алтынсыла беҙгә күрше ауылдан Фәрүәз килеп ҡушылды.
Әлиә беренсе синыфтан алып тик «бишле»гә генә уҡый. Ошо уҡыу йылында математика, йәм­ғиәтте өйрәнеү фәндәре буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаларының муниципаль этабында ҡатнашып, призёр булыуға өлгәште.
Тәнзилә, Әҙилә, Гөлдәриә, Алтынай, Юлиә, Гөлиә һәм мин дә уҡыуҙа һынатмайбыҙ. Динис­лам менән Алмаз да беҙҙән ҡалышмай.
Мине нәфис һүҙ оҫтаһы тип йөрөтәләр. «Тере классика» конкурсында, инша яҙыу, ижади эштәр бәйгеләрендә йыш ҡатнашам, уңыштарым да байтаҡ. Юлиәбеҙ моңло һанду­ғас кеүек, бик матур йырлай. Республика, район конкурстарында ла үҙен һынап ҡарай, һәр ваҡыт уңыштарға ирешә. Гөлиәбеҙ – шәп саңғысы. Уҙған йыл район буйынса өсөнсө урын яуланы, быйыл да иң-иңдәр араһында булыр, тип өмөт итәбеҙ.
Алмазыбыҙ көрәшсе булып танылған, район үҙәгендәге физкультура-һауыҡтырыу комплексына йөрөп шөғөлләнә. Алтынай менән Әҙилә һүрәтте оҫта төшөрә. Төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашып торалар.
Тәнзилә, Гөлдәриә, Динислам төрлө ижади конкурстарҙа әүҙемлек күрһәтә. Юрий Гагарин кубогына үткәрелгән республика олимпиадаһы еңеүселәре лә үҙҙәре.
Синыфыбыҙ менән бейеү түңәрәгендә шөғөлләнәбеҙ. Ауылда ойошторолған төрлө концерттарҙа сығыш яһайбыҙ. Былтыр «Сыңлы үксә» бәйгеһендә өсөнсө урын яуланыҡ, был беҙҙең өсөн оло ҡыуаныс булды. Ошо уңыштарыбыҙ өсөн ата-әсәләребеҙгә, синыф етәксебеҙ Раушания Ниязбай ҡыҙына оло рәхмәтлебеҙ. Улар беҙгә ышаныс бирә, киләсәктә оло еңеүҙәргә дәрт өҫтәй.

Нәркәс БАЙҒАЗИНА, VI синыф уҡыусыһы.
Бөрйән районы,Тимер мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: