-5 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Йәрминкәләр
16 Август 2019, 15:43

Мәктәп йәрминкә-баҙарҙары буйлап

Август айы – уҡырға әҙерләнеүҙең иң ҡыҙыу мәле. Был ваҡытта ауыл-ҡалаларҙа мәктәп баҙарҙары, йәрминкәләр ойошторола. Баш ҡалабыҙҙағы күп сауҙа-күңел асыу үҙәктәре лә «Мәктәпкә әҙербеҙ!», «Барыһы ла мәктәп өсөн!» кеүек девиздар менән эшләй. Әле һеҙҙең арағыҙҙа мәктәп кәрәк-яраҡтары, уҡыу кейемдәре алырға өлгөрмәгәндәр ҙә барҙыр. Уларға ярҙам булһын тип, беҙ ҙә Өфөләге бер нисә һатыу нөктәһе буйлап хаҡтар менән танышып сыҡтыҡ.



– Беҙҙең мәктәптә уҡыу формаһы итеп аҡ блузка менән итәк талап ителә. Бөтә кәрәк-яраҡтарҙы алып бөттөк, тиһәк тә була. Тик миңә алған блузка оҡшап етеңкерәмәй. Бындағы миңә оҡшап ҡалды, – ти VI «В» синыфына барасаҡ Лиза Цвик. Ул Өфө районындағы Михайловка ауылынан Луиза өләсәһе менән кейем һайларға килгән.

Унан «Красин баҙары» сауҙа-сервис комплексына ҡарай юл алдыҡ. Икенсе-өсөнсө ҡаттарҙа уҡыу кейемдәре, портфелдәр һатҡан бер нисә сауҙа нөктәһе күренә. Һатып алыусылар бигүк күп түгел.

Беҙҙе икенсе ҡаттағы «Даими арзанға һатыу» магазины айырыуса йәлеп итте. Бында кәнсә тауарҙарын бик осһоҙ хаҡҡа алырға мөмкин. Мәҫәлән, 8-енән 21 августҡа тиклем акция ваҡытында линейка менән юй­ғыс – 8, ручка – 2, ҡәләм – 3, елем – 12, фломастер­ҙар – 25, циркуль – 19, 16 битлек ике яҡлы төҫлө ҡағыҙ – 19, ҡайсы 19 һум ғына тора. Шулай уҡ дәфтәр, альбом, пластилин кеүек башҡа кәрәк-яраҡтар ҙа бар.

Ҡытайҙан килтерелгән тауар­ҙар булһа ла, өсөнсө ҡаттағы «Азия» магазинына инеп сыҡтыҡ. Бында ла мәктәп уҡыусылары өсөн әйберҙәр һатыла. Малайҙар өсөн кемегеҙ иң осһоҙ костюм эҙләй икән, бында уларҙың хаҡы 1 мең 280 һумдан башлана. Ҡыҙҙарға блузкалар, аҡ, ҡара төҫтәге алъяпҡыстар ҙа алырға була.

Ә уҡыу портфелдәре, биштәр­ҙәрҙең ниндәйе генә юҡ! Сағыу төҫтәгеләре лә, ортопедик арҡалылары ла. Хаҡтар ҙа тешләшмәй. Иң осһоҙо 380 һум торһа, ортопедик арҡалыһы – 500 – 700.

– Әсәйҙәребеҙ, алдан уҡ үҙегеҙгә сумка ҡарап ҡуйығыҙ ҙа, аҙаҡ килеп алырбыҙ, тигәс, бына һайлап йөрөйбөҙ әле. Беҙгә оҡшаған уҡыу сумкаһы 500 һум ғына тора, – тип шатлана баш ҡалабыҙҙағы 2-се башҡорт лицейының VI «Б» синыфына барасаҡ синыфташтар – Карина Вәлиева менән Ангелина Нуриәхмәтова.

Мәктәп йәрминкәләре буйлап йөрөүебеҙҙе дауам итеп, «Ғаилә» сауҙа-күңел асыу үҙәгенә туҡталабыҙ. Бында мәктәп өсөн әйберҙәр – минус беренсе ҡатта урынлашҡан «Балалар донъяһы» магазинында. Уҡыу кейемдәре хатта 30, 50, 70 процент ташлама менән тәҡдим ителә. Атай-әсәйҙәре менән әйберҙәр һайлаусы балаларҙың күплегенә хайран ҡалырлыҡ! Шул тиклем осһоҙмо икән? Хаҡтарға күҙ һалмайынса булдыра алмайбыҙ. Ҡыҙҙарға күлдәк – 750 – 1 мең 400, итәк – 300 – 950, сарафан – 600 – 1 мең 400, блузка – 350 – 900, пинжәк – 1 мең 350, джемпер 500 һум тора. Малайҙарға салбар – 680 – 1 мең 200, уҡыу костюмы – 2 мең 100, күлдәк – 350 – 700, жилет 400 – 1 мең 100 һумға һатыла. Бер ыңғай килгәндә бынан кейем-һалым ғына түгел, кәнсә тауарҙары ла, аяҡ кейемдәре лә алып ҡайта ала­һығыҙ. Шул яғы менән дә бик уңайлы.

Был магазинда баш ҡалабыҙҙан ғына түгел, райондарҙан да кейем һайлаусылар бар ине. Мәҫәлән, икенсе синыфҡа барасаҡ Злата Ғафарова әсәһе Светлана менән Благовар районы Языков ауылынан килгән. Улар ҡыҙы менән бергәләп сарафан эҙләү менән мәшғүл.

Һуңғы барасаҡ еребеҙ – «Башҡортостан» лайфстайл-үҙәге. Бында бөтә ҡаттарҙа ла мәк­тәп йәрминкәләре бара. «Балалар донъя­һы» магазинындағы ке­үек, һатып алыусылар бигерәк күп.

Өсөнсө ҡаттағы «Радуга» теген предприятиеһының ҡыҙ­ҙар өсөн сауҙа урыны бигерәк тә, ҡырмыҫҡа иләүендәй, мыж­ғып тора.

– Предприятиебеҙ I – XI синыф ҡыҙҙары өсөн уҡыу формалары тегеү менән шөғөлләнә. Беҙҙе республикабыҙҙа ғына түгел, Рәсәй төбәктәрендә лә беләләр. Быйыл Ҡазан ҡалаһында ла сауҙа нөктәләре астыҡ.

Бөтә мәктәпте, айырым синыфтарҙы ла кейендерәбеҙ. Ҡыҙҙар өсөн сарафандар, пинжәктәр, итәктәр, күлдәктәр, алъяпҡыстар, яғалар, блузкалар, жилеттар тегәбеҙ. Хаҡтары үлсәмгә, моделдәренә бәйләнгән. Мәҫәлән, башланғыс синыф ҡыҙҙарына күлдәктәр 1 мең 500 һумдан алып 2 мең 100 һумға тиклем. Унан өлкәнерәктәргә 2 мең 300 һумдан башлана. Билле, тура, трикотаж күлдәктәребеҙ ҙә бар, – тип таныштыра беҙҙе «Радуга» тегеү предприятиеһының директоры Индира Рәшитова.

Шуныһы иғтибарға лайыҡ: «Радуга» тегеү предприятиеһы – «Башҡортостан тауарҙары» проекты дипломанты. Үҙебеҙҙең тыуған төйәгебеҙҙә етештерелеүе, сифаты яғынан ныҡлы булыуы менән дә күптәрҙе йәлеп итә. Шуға йылдан-йыл һатып алыусылары күбәйә бара. Белем усаҡтары менән дә әүҙем бәйләнеш булдырылған. Индира Дим ҡыҙы әйтеүенсә, Борай, Бишбүләк, Бөрө, Дүртөйлө, Иглин райондары, баш ҡалабыҙҙың күп мәктәп уҡыу­сыларын кейендерәләр. Уларға уҡыу формаһын алғанда ташламалар ҙа яһала.

Гел ҡыҙҙар тураһында ғына һүҙ йөрөткәс:

– Малайҙар өсөн дә үҙегеҙ тегәһегеҙме? – тип һорамай ҡалмайбыҙ.

– Улар өсөн беҙ Мәскәү һәм Белоруссия фирмаларының дис­трибьюторҙары булып торабыҙ. Ҡайһы мәктәптәге ҡыҙҙарҙы кейендерәбеҙ, малайҙарына ла биш процент ташлама яһайбыҙ, – ти етәксе.

Әйткәндәй, баш ҡалабыҙҙың «Баштехинформ» үҙәге бина­һында ла «Мәктәп мәле» республика күргәҙмә-йәрминкәһе эшләй. Унда ла уҡыу формалары һайлау мөмкинлеге бар.

Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.

Өфө ҡалаһы.
Читайте нас: