Баш ҡалабыҙҙың бөтә эре сауҙа нөктәләрендә лә мәктәп баҙарҙары ойошторолған. Шулай ҙа иң ҙуры – «Башҡортостан» лайфстайл үҙәгендә. Өс ҡатында ла уҡыу кейемдәре һатыуға ҡуйылған, төрлө ойошмалар үҙ тауарҙарын тәҡдим итә.
Бындағы хаҡтар менән ҡыҙыҡһынабыҙ. «ОПТРИ» теген фабрикаһы, мәҫәлән, малайҙар өсөн пинжәктәр, салбарҙар, күлдәктәр һатыуға ҡуйған. Үлсәменә ҡарап, хаҡтары ла төрлөсә. Пинжәк 2 мең 500 – 3 мең 100 һум торһа, салбар – 1 мең 600 – 1 мең 900. Күлдәкте 750 һумға алырға була.
«Радуга» теген предприятиеһы ҡыҙҙар өсөн тәҡдим иткән күлдәктәр – 2 мең 200 – 2 мең 400 һум тирәһе. Бәләкәйҙәргә лә, ҙурҙарға ла яраҡлыһын табырға мөмкин.
Әлеге сауҙа нөктәһендә Аделина Ғәниева әсәһе менән күлдәк һайлай ине. Ул Өфөнөң 37-се мәктәбенә туғыҙынсы синыфҡа уҡырға барасаҡ.
Арзаныраҡ магазиндарҙа биштәр, портфелдәр 500 һумдан башланһа, бында хаҡтар күпкә ҡиммәтерәк. Ортопедик арҡалыһын алам тиһәң, яҡынса 2 мең 500 – 3 мең һумға төшә.
«Башҡортостан» сауҙа үҙәгенә улы Искәндәр һәм ҡыҙы София менән килгән Юлиә Рәмил ҡыҙы Чернейкинаны беҙ уҡыу портфелдәре һайлағанда тап иттек.
– Яңы уҡыу йылына кейемдәр алып бөттөк. Ваҡ төйәктәр генә ҡалды, – ти әсәйҙәре.
Искәндәр быйыл 103-сө мәктәпкә IV «Д» синыфына уҡырға барасаҡ. Каникулын бик матур үткәргән: Павловкалағы мосолман лагерында ял итеп, намаҙ уҡырға өйрәнгән, ислам дине буйынса ғилем алған. Юлиә ханым әйтеүенсә, тырышып уҡый, дзюдо менән шөғөлләнә, мәсеткә лә йөрөй икән улы. Ә София мәктәп тупһаһына тәүге тапҡыр аяҡ баҫасаҡ. Уҡый ҙа, яҙа ла белә. Белем көнөн түҙемһеҙләнеп көтә икән.
Бер юлы бөтә кәрәк-яраҡтарҙы ла алып ҡайтырға уйлаһағыҙ, кәнсә тауарҙарын ошо уҡ сауҙа үҙәгендәге «Галамарт» магазинда алырға була. Бында дәфтәр, альбом, пластилин, фломастер, юйғыс, ҡәләм кеүек әйберҙәр барыһы ла бар.
«Красин» баҙарын да барып ҡараныҡ. Бында шәхси эшҡыуарҙар уҡыу кейемдәре, кәрәк-яраҡтар һата. Ҡыҙҙар өсөн алъяпҡыстар 370 һум торһа, малайҙар өсөн күлдәктәр – 450 – 650 һум, аҡ футболкалар – 130 – 220 һум, костюмдар – 1 мең 600 – 5 мең 600 һум тирәһе.
Физкультура өсөн кроссовкиҙы «Спортмастер» магазинынан алыу һәйбәт. Бик уңайлы ла, сифатлы ла. Үлсәменә ҡарап, хаҡы 700 – 1 мең һумға төшә.
Август башында мәктәп йәшендәге балаларға 10-ар мең һум аҡса түләнгәйне. Уҡыу кәрәк-яраҡтары алыр өсөн бик һәйбәт булды, ти күп ата-әсәләр. Эксперттар яҡынса иҫәпләп сығарыуҙарынса, ҡыҙҙарҙы мәктәпкә әҙерләү – 13 мең 360, малайҙарҙы 12 мең 530 һумға төшә икән.
Кемдәр әле уҡыу кейемдәре, кәрәк-яраҡтарын алырға өлгөрмәгән, мәктәп йәрминкәләре үҙ эшен дауам итә әле.
Г. РАМАҘАНОВА.
Өфө ҡалаһы.