Сара “Первушин” аэродромы тәҡдим иткән авиашоу менән асылды. Төбәгебеҙ Башлығы Радий Хәбиров килгәйне, ул һөт етештереү буйынса республиканың илебеҙҙә өсөнсө урында барыуын билдәләне. Рәсәйҙә һатылған был эсемлектең биш проценты беҙҙә сығарыла икән. Сифатлы ла, тәмле лә беҙҙең һөт! Бының шулай икәнен ҡунаҡтар Ағиҙел яры буйындағы Дуҫлыҡ монументы эргәһендә үк тиерлек тикшерә алды — һәр кешегә бер стакан тәмлекәс тәҡдим ителде. Ҡабат-ҡабат алыусылар ҙа бар ине хатта.
Сараға килеүселәр үҙенә оҡшаған программаны үҙе төҙөнө, тиһәм дә хата булмаҫ. Минең, мәҫәлән, ҡул эштәре йәрминкәһенә иҫем китте, һәр һатыу нөктәһенән оҙаҡ айырыла алмай торҙом. Матурлыҡ тыуҙыра белеүселәр нимә генә килтермәгәйне: ағас әйберҙәр, ырғаҡ менән бәйләнгән уйынсыҡтар, ыҫмаланан яһалған биҙәүестәр, ҡыҙҙар өсөн сәс таҫмалары... Һәр береһен алғы килә. Артабан Бөрйән, Белорет, Дәүләкән, Өфө, Нуриман һәм башҡа райондар тәҡдим иткән ауыл хужалығы продукцияһы эсте ҡыҙҙырҙы. Боланут, мәтрүшкә сәйе, ҡаҡ, башҡорт балы, ҡаҡланған ит алғың килһә — рәхим ит. Әммә халыҡ иң мыжғып торған урын, әлбиттә, һөттән эшләнгән аҙыҡ-түлек менән сауҙа рәттәрендә ине. Унда ҡырҡлап предприятие ҡатнашты. Ашап-эсеп ҡарау мөмкинлеге бик яҡшы уйланылған, оҡшаһа, ҡымыҙ, эремсек, ҡаймаҡ, әжегәй, сыр, ҡатыҡ, йогурт алдың да ҡайттың.
Балаларға аквагрим һәм һүрәт төшөрөү кеүек оҫталыҡ дәрестәренән тыш һөт лабораторияһы эше ҡыҙыҡлы булды. Эсемлектең составын микроскоп аша өйрәнергә мөмкинлек бирелде. Тематик костюмдар бәйгеһе, коляскалар ярышы, спорт уйындары, туңдырма оттороу байрамға йәм һәм сәм өҫтәне.
АВТОР фотолары.