-6 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Йәш рәссамдар ижады
10 Февраль 2023, 15:00

Күңел торошоноң сағылышы

Күптән түгел Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт интернат-гимназияһында ижади эштәрҙе яҡлау көнө булды. Эйе, быйылғы сығарылыш синыфы уҡыусылары өсөн дә үҙе бер иҫтәлекле мәл бит ул.

Күңел  торошоноң  сағылышы
Күңел торошоноң сағылышы

Белем усағының икенсе ҡатына күтәрелеү менән миңә етди ҡиәфәттә, ыҫпай кейемдә йылмайып тор­ған егет тап булды. Баҡтиһәң, ул да бөгөн яҡлай икән үҙенең ижади эшен. Танышабыҙ. Белем усағында гел «дүртле» һәм «бишле» билдәһенә уҡыусы Илгиз Ҡаһарманов икән. Үҙе шундай ихлас, кәйефе лә шәп ине. Был белем усағында VII cиныфтан уҡып йөрөгәнен белдем.

– Һүрәт төшөрөргә яратҡас, шуға бында уҡырға килдем. Тәүге йылы ғына ауырыраҡ булды. Гимназия тормошона тиҙ өйрәнеп киттем, синыфыбыҙҙа өс кенә егетбеҙ. Беҙ, өс таған һымаҡ, үҙ-ара ныҡ дуҫбыҙ. Бер-беребеҙгә ярҙам итергә генә торабыҙ. Беҙҙә уҡытыусылар төплө белем бирә, уларға рәхмәтлемен, – ти Илгиз.

Бына көткән тулҡынландырғыс мәл дә етте. Гимназияның директоры Гөлйемеш Хәйрулла ҡыҙы Садиҡова сараны асып:

– Хөрмәтле сығарылыш уҡыусылары! Бөгөн һеҙ хыялығыҙҙы ҡағыҙға төшөрөп, сигеп, балсыҡтан, ағастан төрлө әйберҙәр яһап, оҫталығығыҙҙы күрһәтәсәкһегеҙ. Шуға барығыҙға ла матур итеп ижади эшегеҙҙе яҡлап, яҡшы билдә алыуығыҙҙы теләйбеҙ, – тип фатихаһын бирҙе.

Ә һынауҙы иң беренсе булып Илгиз Ҡаһарманов тотто. Танышым бер ҙә ҡаушап ҡалманы, оҫта итеп һөйләне. Һүрәте лә һоҡланғыс ине. Илгиздең «Иҫке урамда заманса архитектура» тигән ижади эшен баһалама ағзалары ла оҡшатты. Уны ҡағыҙға күмер менән төшөргән йәш рәссам. Етәксеһе – Роман Сәйфуллин.

Карина Сабированың «Өләсәйемдә ҡунаҡта» (етәксеһе – Гөлнара Исмәғилева) рәсеме бигерәк матур төшөрөлгән. Ҡыҙҙың күңел һалып ижад иткәне күренеп тора. Баһалама ағзалары ла: «Төҫтәрҙе дөрөҫ һайлаған, йәшел буяуҙы ла кәрәгенсә оҫта ҡуллан­ған», – тип маҡтаны үҙен.

Эйе, уҡыусыларҙың кемеһенең ижад емешен алһаң да, барыһының да эштәре һоҡланғыс, оҫтарып алғандары һиҙелә. Бына Екатерина Крайнованың  «Тыуған яҡ күренеше» (етәксеһе – Ирина Хлёсткина) композицияһы  нисек үҙенсәлекле!  Баһалама ағзаһы, күренекле рәссам, Өфө дәүләт нефть техник университеты профессоры Валерий Мельников та һоҡланыуын йәшермәй:

– Екатерина Крайнова иҫ киткес матур эшен күр­һәтте. Уға бик күп көс һалынғаны күренеп тора. Ваҡыт та арыуыҡ киткәндер, сөнки һүрәтендәге һәр нәмә нескәлектәренә тиклем сағылдырылған бит, – тине. Шулай уҡ баһалама ағзаһы, күренекле рәссам, профессор, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының һынлы сәнғәт факультеты деканы Әмир Мәжитов та:

– Аҡ менән ҡара төҫтәрҙе шул хәтлем матур итеп ҡуллана белгән, – тип өҫтәп ҡуйҙы.

Ә бына Алһыу Рамаҙанова (етәксеһе – Роман Сәйфуллин) рәссам сәнғәтенә нигеҙ һалыусы, үҙе уҡыған белем усағы исемен йөрөткән Ҡасим Дәүләткилдеевтең портретын төшөрөргә баҙнат иткән. Ижадын линогравюра ысулы менән эшләгән.

– Эшемде бөтә күңелемде һалып башҡарҙым, тип әйтә алам. Етәксем миңә төрлө яҡлап ярҙамлашты, кәңәштәрен бирҙе. Уға һәм шулай уҡ бар уҡытыусыларыма ла рәхмәтлемен. Был гимназияға VIII синыф­ҡа уҡырға килгәйнем. Бер ҙә үкенмәйем, артабан да ошо һөнәр буйынса уҡырға хыялланам, – ти гел «дүрт­ле» һәм «бишле» билдәләренә генә өлгәшеүсе Ал­һыу.

Әйткәндәй, был ижади эштәр яҡлау көнөндә һынлы сәнғәттең күп төрҙәре тәҡдим ителде: портрет, пейзаж, милли биҙәүестәр, натюрморт, төрлө-төрлө ҡул эштәре. Мине тағы ла Радмила Вәхитованың «Тегенсе мөйөшө» натюрморты (етәксеһе – Дмитрий Сапожков) һоҡландырҙы. Ул эшен киндерҙә майлы буяу менән башҡарған. Ҡалай килештергән!  Баһалама ағзалары ла уға йылы һүҙҙәрен йәлләмәне. Афарин!  Ҡулдарыңдан ҡыуан! Ул был эшен тегеү оҫтаһы булған әсәһенә бағышлаған икән.

Ижади эштәр араһында мәшһүр «Урал батыр»ы­быҙға арналған һүрәттең булыуы ла иғтибарға, маҡтауға лайыҡ. Уны Алиса Ғүмәрова Руслан Мәғәлимов етәкселегендә  башҡарған. Рәсемен ҡағыҙға гуашь менән төшөргән. Баһалама ағзалары ла ҡәнәғәт ҡалып: «Был һүрәткә ҡараһаң, элекке беҙҙең ата-бабаларыбыҙ күҙ алдына килеп баҫа», – тине.

Бар ошо һоҡланғыс ижади эштәрҙе һынлы сәнғәт фәне буйынса директор урынбаҫары, Башҡорт­остандың мәғариф алдынғыһы Любовь Мәжитова етәкселегендә гимназия директоры Гөлйемеш Садиҡова һәм Валерий Мельников, Әмир Мәжитов, Елена Ҡотлойәрова, Зимфира Ғәлимоваларҙан тор­ған абруйлы жюри ағзалары ғәҙел баһаланы.

Был матурлыҡ көнөндә ҡатнашҡан уҡыусыларҙың ижади эштәре лә, хыялдары ла, тормоштары ла палитра төҫтәре кеүек сағыу ине. Киләсәктә йәш рәссамдарҙың хыялдары тормошҡа ашһын, имтихандарын уңышлы тапшырып, үҙҙәре һайлаған һөнәр­ҙәренә эйә булырға яҙһын.

 

Зөһрә ХӘКИМОВА.

Өфө ҡалаһы.

Күңел  торошоноң  сағылышы
Күңел  торошоноң  сағылышы
Күңел  торошоноң  сағылышы
Күңел  торошоноң  сағылышы
Күңел  торошоноң  сағылышы
Күңел  торошоноң  сағылышы
Күңел  торошоноң  сағылышы
Күңел  торошоноң  сағылышы
Күңел  торошоноң  сағылышы
Күңел  торошоноң  сағылышы
Күңел  торошоноң  сағылышы
Күңел  торошоноң  сағылышы
Күңел торошоноң сағылышы
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: