– Беҙҙең яҡтар емеш-еләккә, бәшмәккә бик бай. Быйыл да бөтә нәмә уңды. Бигерәк тә ҡайын еләге. Ошо ваҡытта байтаҡ аҡса эшләп ҡалабыҙ. Ярты литрлы банкаһын 250 – 300 һумға һаттыҡ, – ти Архангел районының Уҫаҡлы ауылынан VI синыфты тамамлаған Данис Хәйруллин.
– Ҡыйбат, тимәйҙәрме?
– Әйтеүселәр бар. Тик ваҡ ҡына еләкте көн буйына йыйыуы рәхәт түгел. Етмәһә, йылан осрай, ҡурҡыныс та, – тип һүҙгә ҡушылды Динарҙың ике туған апаһы Ләйсән Камалетдинова.
Уҡыу йылы башланғансы улар ошо эштәрен дауам итмәксе. Ә аҡсаһына үҙҙәренә мәктәп кәрәк-яраҡтары аласаҡтар. Көҙгә тиклем урман тағы әллә күпме байлыҡтары менән һөйөндөрәсәк бит әле. Иренмәй йый ғына.