-4 °С
Ҡар
VK
OK
Telegram
Бөтә яңылыҡтар
Йәйге ял
7 Сентябрь 2018, 15:37
Маҡсатлы малай
Ирханға каникулдың һуңғы көндәрендә айырыуса күп йүгерергә тура килде. Хәйер, йәйәүләп йөрөргә түгел, ә велосипедта елдерергә. Дүрт ауылда әсәһе менән бергәләп һайлау буйынса агитация материалдарын, бюллетендәрҙе, гәзиттәрҙе өй беренсә таратып сыҡтылар. Икеһе лә велосипедҡа ултырып алды. Бергәләшеп Үтәймулла, Үрге һәм Түбәнге Ләкәнде, Сөләймән ауылдарының ике яҡ урамдарын тиҙ генә урап әйләнделәр.
– Әсәй, һинең ҡайтыуыңа тәмле итеп салат яһаным, – тип ҡаршыланы Ирхан эштән арып килеп ингән ҡәҙерлеһен.
– Эй, рәхмәт, балам, әлдә һин бар әле, – тине әсәһе, ҡыуанып.
Шөкөр, улы – уның уң ҡулы, бөтә эштә лә ярҙамсы. Йәй буйы баҡсалағы йәшелсәләрҙе ҡараны, һыу һипте, утаны. Бушты бушҡа ауҙарып, ваҡыт үткәрмәне. Яланға сығып еләген дә йыйҙы. Бер юлы мәтрүшкә лә тотоп ҡайтты. Ҡышҡы һыуыҡтарҙа һалҡын тейҙереп сирләгәндә яҡшы дауа икәнен белә шул ул.
Әсәһе Розалиә Әхтәм ҡыҙы Үтәймулла ауылында китапханала эшләй. Бында ла буш ваҡытын уҙғарырға ярата Ирхан. Әсәһенә ярҙамлашып та өлгөрә, үҙенә оҡшаған китаптар менән дә таныша, ҡыҙыҡлыларын өйҙә уҡырға алып ҡайта.
Атаһы Ғилман Нәжип улы, һаулығы ҡаҡшау сәбәпле, өйҙә генә тора. Ул – хужалыҡ эштәрендә аҡыллы кәңәштәре менән иң ҙур ярҙамсы. Әле бына өс йыл элек янып киткән аҙбарҙарын яңыртып эшләйҙәр.
Ирханға каникулдың һуңғы көндәрендә айырыуса күп йүгерергә тура килде. Хәйер, йәйәүләп йөрөргә түгел, ә велосипедта елдерергә. Дүрт ауылда әсәһе менән бергәләп һайлау буйынса агитация материалдарын, бюллетендәрҙе, гәзиттәрҙе өй беренсә таратып сыҡтылар. Икеһе лә велосипедҡа ултырып алды. Бергәләшеп Үтәймулла, Үрге һәм Түбәнге Ләкәнде, Сөләймән ауылдарының ике яҡ урамдарын тиҙ генә урап әйләнделәр.
Ауыл малайҙары менән футбол уйнау – Ирхандың иң яратҡан шөғөлө. Көтөү ҡаршыларға алдан баралар ҙа малдар килгәнсе рәхәтләнеп туп тибәләр.
Алтынсы синыфта ғына уҡыһа ла, Ирхан киләсәк һөнәрен һайлап та ҡуйған тиерлек. Дөрөҫ, әлегә әҙерәк икеләнеберәк тә тора. Бешеренергә яратыуы, интернеттан төрлө рецептар буйынса әҙерләүе, үҙе лә фантазияһын ҡушып, яңы аш-һыу, ризыҡтар уйлап сығарыуы арҡаһында, әллә ашнаҡсы булайыммы икән, тип тә уйлап ҡуя. Ә шулай ҙа тормошта, моғайын, табип һөнәрен һайлау кәрәктер, тигән һығымта ла яһай. Ашарға оҫта бешерә белеү берәүгә лә ҡамасауламай. Әсәһе лә шулай ти. Етмәһә, Ирханға ауылдарынан сыҡҡан Илнур Үтәев тигән хирург өлгө булып тора. Ул район үҙәгендәге дауаханала эшләй. Үтәймулла халҡын айырыуса иғтибар менән ҡаршылап, ҡулынан килгән ярҙамды күрһәтә, тип гел маҡтап һөйләйҙәр уның тураһында.
«Дүртле» һәм «бишле» билдәләренә генә уҡыған Ирхан Әсәҙуллин киләсәккә ана шундай матур маҡсаттар ҡуйған. Тырыш үҫмерҙең хыялдары тормошҡа ашһын.
Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА.
Ауырғазы районы, Үтәймулла ауылы.
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Матбуғат
17 Май 2024, 10:58
Яҙыл да бүләк от!
Новости партнеров
1 ғинуарҙа саҡ үлемдән ҡалған
На уровне молекул
“Ана капиталы” акчасы калган иде
Повестар
Ҡайын һуты
Бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны...
Ҡунаҡ малай
Конкурстар
«Ҡышҡы әкиәт»
«Ҡоштарға ашхана»
«Беҙ — Бала саҡ иленән»
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Алтынсылар “Йәншишмә”гә яҙылды
Нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ!
Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын
Хикәйәләр
Һунарсы терпе
“Смотрильщик”
Ауылымдың аҡ өйҙәре
Фильмдар
"Тыуған көн"
Елғыуар
Салауат Юлаев
Әкиәттәр
Ҡуян менән Төлкө
Тыңлауһыҙ төлкө балаһы
Суҡлыҡайҙың ҡурсаҡтары
Тестар
Кемдең дуҫы кем?
Географияны яҡшы беләһеңме?
Йыһанды беләһегеҙме?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Трамвайҙағы танышыу
Һиңә тиң түгел, тигәндәр...
Бергә була алманыҡ...