+25 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Йәйге ял
5 Июль 2019, 12:41
Сәйәхәткә – велосипедтарҙа
Беҙ, уҡыусылар һәм уҡытыусылар, йыл һайын каникулда бергәләп велопоходҡа сығабыҙ.
Уның маршруты ҡабатланмай, үҙгәртелеп тора, алыҫлығын да арттыра барабыҙ. Быйыл да йәйҙең матур бер көнөндә гүзәл Ағиҙел буйына велопоходҡа юл тоттоҡ. Көн ҡояшлы, йылы, әкрен генә ел иҫә. V – VIII синыфтар өсөн 20 саҡрым араны үтеү ауыр булманы. Улар тирә-яғыбыҙҙың тәбиғәтенә ҡарап, һоҡланып барҙы, фотоға төштө. Ярты юлды үткәс, туҡтап ял итеп, балыҡ тотоп, картуф бешереп ашап та алдыҡ.
Үҙ көстәрен һынап ҡарарға 28 уҡыусы һәм 5 уҡытыусы теләк белдергәйне. Улар араһында велопоходты ойоштороусы, өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, һәр ваҡыт велосипедта әүҙем йөрөүсе Фәниә Мәғсүм ҡыҙы Сәғәҙиева, VII cиныфтар етәкселәре – Зөһрә Рәсих ҡыҙы һәм Шамил Лерун улы Әхмәровтар, алтынсыларҙың етәкселәре – мин һәм Салауат Урал улы Ҡашҡаров, тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Ләйсән Имаметдин ҡыҙы Мырҙаева булды. Уҡыусыларға был сәйәхәт бик ныҡ оҡшаны. Нисек кенә арыуҙарына ҡарамаҫтан, балалар көҙ көнө тағы ла шундай походҡа сығырға теләктәрен белдерҙе.
Лилиә ҠАШҠАРОВА, уҡытыусы,
Дүртөйлө районы, Исмаил ауылы.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?