+11 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Йәйге ял
26 Июль 2019, 13:30
Ислам – ырыу батыры, Таңсулпан – йәйләү һылыуҡайы
– Балалар, ял итеү оҡшанымы? Лагерь етәксеһе Гөлсибәр Ғилманованың һорауына ҡыҙҙар, малайҙар шат, берҙәм тауыш менән шунда уҡ:– Эйе, – тип яуапланы.
– Йәл, тиҙ генә үтте лә китте, ай аҙағына хәтлем булһа, ҡайһылай һәйбәт булыр ине лә ул, – тиеүселәр ҙә табылды.
Ысынлап та, ялдары матур ойошторолған икән балаларҙың. Һәр көндәре иҫтәлекле үтһен өсөн тәрбиәселәре Фәнилә Шафиҡ ҡыҙы Иҫәнсурина, Фәнүзә Ғәли ҡыҙы Ғәлиева, физкультура буйынса етәксе, практика үтеүсе Вилдан Илдар улы Әбделмәнев бөтә тырышлығын, көсөн һалған.
– «Үҫәргән», «Бөрйән», «Ҡыпсаҡ», «Юрматы» ырыуҙарына бүленеп, 30 бала ял итте. Һәр береһенең үҙенең исеме, девизы, йыры булды. Ҡайҙа ғына барһаҡ та, хор менән уларҙы әйтеп, йырлап йөрөнөк.
Һәр көнөбөҙҙө нимәгәлер арнаныҡ. Күмәкләп иҫке ҡағыҙ ҙа йыйып, магазинға тапшырҙыҡ. Бик күп кенә булды. 200 килограмм тирәһе. Мәсеткә барып килдек, баҡсала эшләнек. Тәбиғәт ҡосағына «Кәкүк сәйе»нә лә сыҡтыҡ. «Йәйләү һылыуы», «Ырыу батыры» конкурстары мауыҡтырғыс үтте. Егеттәр уҡтан атты, ҡыҙҙар милли костюмдар кейеп, йыр, бейеү буйынса оҫталыҡтарын күрһәтте. Таңсулпан Иҫәнсурина йәйләү һылыуҡайы тип танылһа, Ислам Мырҙабулатов ырыу батыры булды. Һуңғы көндә һәйкәлгә барып, сәскәләр һалдыҡ, – ти Ибрай мәктәбенең көндөҙгө ял лагеры етәксеһе Гөлсибәр Сабит ҡыҙы.
Лагерҙағы 21 көндөң үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды, бында ял итеүселәр бай тәьҫораттар ғына туплап ҡалманы, илебеҙҙең тарихы, мәҙәниәте буйынса белемдәрен дә арттырҙы.
Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.
Ейәнсура районы.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән