Унда Өфө, Салауат ҡалаларынан, Дыуан, Ғафури, Өфө райондарынан һәм Ҡаҙағстан Республикаһынан 9 команда ял итергә һәм көсөн һынарға килгәйне. Лагерь сиктәрендә тыуған яҡты өйрәнеү, туристик оҫталыҡтар буйынса ярыштар уҙғарылды. «Оҫталар ҡалаһы» конкурсында балалар оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте, биҙәү-ҡулланма эштәренән күргәҙмә ойошторҙо. Аҡманай күленә сәйәхәт ваҡытында туристик маршрутты ла уңышлы үттеләр.
Шулай бер аҙна буйына балалар ял итеп кенә ҡалманы, туризм буйынса белемдәрен дә арттырҙы. Ә иң шәп команда тип, Дыуан районы Ярославка мәктәбе уҡыусылары танылды. Ошо уҡ райондан Таҙтүбә мәктәбенекеләр икенсе урынға сыҡты. Ғафури районынан Балалар ижады үҙәге командаһы өсөнсө урын яуланы. Бөтә командалар ҙа Почёт грамоталары, ҡиммәтле бүләктәр алып ҡыуанды.