+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Йәйге ял
23 Август 2019, 14:52

Ғөрөф-ғәҙәттәребеҙгә һөйөү ҙә тәрбиәләнде

Балаларға ныҡлы белем биреү менән бер рәттән, уларҙы рухи яҡтан тәрбиәләү һәм сәләмәтлектәрен нығытыу – мәктәп коллективының төп бурысы.

Йәйге каникулдың тәүге көндәренән республика белем усаҡтарында мәктәп яны лагер­ҙары эш башлай. Тап шундай­ҙарҙың береһе тиҫтә йылдан ашыу беҙҙең Бишауыл-Уңғар мәктәбендә лә уңышлы эшләп килә. Уның һөҙөмтәле башҡарылыуына башҡорт әҙибәһе, йәмәғәт эшмәкәре, талантлы педагог, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мәрйәм Бураҡаеваның «Йәйләү» исемле авторлыҡ программаһы ла ныҡлы булышлыҡ итә. Ни өсөн тигәндә, ул илһөйәрлек тәрбиәләүгә, телебеҙҙе һәм мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлауға йүнәлтелгән.

Ял итеү осоронда ауылыбыҙға йәм һәм йән биреүсе Ҡайырлыкүлгә, гүзәл тәбиғәт­ле Ҡарлыман мәмерйәһенә, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры, бөйөк яҡташыбыҙ Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған ауылына сәйәхәт тә балаларҙы рухи яҡтан үҫтерҙе. Ер-һыу атамаларының барлыҡҡа килеүе һәм бөтә Рәсәйгә билдәле бөйөк шәхесебеҙҙең үткәне менән танышыу ҡыҙыҡһыныу ғына түгел, ғорурлыҡ тойғоһо ла уятты.

Тәрбиәселәр һәм әйҙәүселәр тарафынан һәр көн иртән һәм көн дауамында ойошторолған ҡыҙыҡлы уйындар, күнекмәләр, ашнаҡсы Алһыу Солтангилдина әҙерләгән тәмле, туҡлыҡлы һәм файҙалы ризыҡтар ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың сәләмәтлеген нығытыуға ҙур өлөш индер­ҙе. Ауыл китапханаһы һәм Бишауыл-Уңғар мәҙәниәт йорто менән берлектә үткәрелгән йөкмәткеле кисәләр ял итеүселәр­ҙең белемдәрен тәрәнәйтеп, тыуған илебеҙгә һәм туған телебеҙгә, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙгә, йолаларыбыҙға һөйөү, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләргә булышлыҡ итте.

Әйткәндәй, мәҙәниәт йорто мөдире Фәймә Ғаяз ҡыҙы Абдрафиҡова йыл әйләнәһенә балаларҙың илебеҙ тарихын, уның бөйөк шәхестәрен, халҡыбыҙ йолаларын белеп, өйрәнеп үҫеүенә булышлыҡ иткән саралар ойоштора. Әлеге йәйге каникул осоронда ла «Йәйләү» лагеры етәксеһе Миңнур Сәйетгәрәева менән берлектә Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арналған «Бәхетле бала саҡ илендә» әҙәби-музыкаль композиция, Театр йылына һәм Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған асфальтта һүрәттәр конкурсы, башҡорт халҡының легендар батыры Салауат Юлаевтың 265 йыллығы уңайынан «Милли батырыбыҙға дан» исемле тарих сәғәте, Бөйөк Ватан һу­ғышы башланыуҙың 78 йыл­лығына бағышланған «Бер кем дә, бер ни ҙә онотолмай» тигән хәтер кисәләре үткәрелде. Шулай уҡ Рәсәй көнөнә арналған викторина һәм костюмдар парады бик ҡыҙыҡлы уҙҙы. Унда ял итеүселәр һәм уларҙың тәрбиәселәре, мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре лә әүҙем ҡатнашты. Сара милли йырҙар һәм бейеүҙәр менән бергә үрелеп барып, йәш быуынға ҡанат ҡуй­ҙы, үҙ милләте өсөн ғорурлыҡ хисен арттырҙы.

Мәктәп һәм мәҙәниәт йортоноң берлектә эшләүе уҡыусы йәштәге үҫмерҙәрҙең каникул мәлендә ваҡытын файҙалы шөғөл менән үткәрергә, ижади һәләттәрен үҫтерергә, донъяны ҡыҙыҡлы экскурсиялар аша танып белергә лә ярҙам итә.


Рәмилә ИСХАҠОВА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Ҡырмыҫҡалы районы, Бишауыл-Уңғар мәктәбе.

Читайте нас: