+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Йәйге ял
30 Апрель 2020, 18:14

Лагерҙар 13 июлдән эшләй башлаясаҡ

Башҡортостан хөкүмәтенең Вице-Премьеры Фәнүр Йәғәфәров бедереүенсә, республиканың балалар лагерҙары 13 июлдә генә эшләй башлар, тип көтөлә.

Йәйге ялға әҙерлек сараларын 12 майҙан башларға планлаштырыла. Ҡала ситендәге лагерҙарҙа 21-әр көнлөк ике, йәки 14-әр көнлөк өс смена ойоштороу күҙаллана. Алдан һатып алынған юлламалар тураһында ла асыҡлыҡ индерелде. Уларҙың аҡсаһын кире ҡайтарырға йә булмаһа бүтән сменаға күсерергә мөмкин. Бөтә лагерҙар ҙа һауаны зарарһыҙландырыу, антисептик саралары, термометрҙар менән тәьмин ителергә тейеш.
Читайте нас: