-8 °С
Болотло
VK
OK
Telegram
Бөтә яңылыҡтар
Йәйге ял
3 Июль 2020, 13:04
Нимә һуң ул «Өйҙә нөктә ру»?
Бөгөнгө үҙҡурсалау ваҡытында бөтә нәмә яңыса булыуына өйрәнеп тә барабыҙ. Альмира Варис ҡыҙы Дәүләтшина етәкселегендә Баймаҡ районы балалар ижады үҙәге ойошторған йәйге лагерҙың онлайн форматта үтеүен уҡыусылар ғына түгел, атай-әсәйҙәр ҙә хафаланып ҡабул иткәйне. Кеше бар нәмәгә лә күнә, тигәндәре дөп-дөрөҫ! Ике аҙналыҡ онлайн-лагерь тиҙ генә үтте лә китте. Ошо арауыҡта балалар ниндәй генә һөнәргә өйрәнмәне!
Лагерҙың үҙ программаһы бар ине. 24 отрядта – 500 бала. Улар менән 24 вожатый ихлас эшләне. Малайҙар һәм ҡыҙҙар көндәре нисек үтеүе тураһында төрлө видеояҙмалар әҙерләп, фотоға төшөп, социаль селтәрҙәге төркөмгә һалып барырға тейеш ине. Балалар ижады үҙәге педагогтары һәм вожатыйҙары балаларҙың йәйге ялын күңелле һәм файҙалы үткәреү өсөн бар тырышлығын һалды. Бирелгән эштәрҙең үтәлешен тикшереүселәр, уҡыусыларҙы төрлө сараларға йәлеп итеүселәр ҙә улар ине бит.
Тыуған яҡты өйрәнеү көнөндә, мәҫәлән, һәр кем үҙе йәшәгән төбәктең матурлығын сағылдырған фотолар, видеолар ҡуйҙы. «Тауышлы оркестр» көнө лә бик уңышлы үтте. Был көндө балалар төрлө әйберҙәрҙән музыка тауышы сығарырға тейеш ине. Һоҡландырҙылар! Төрлө һауыт-һаба шалтырауы, бәллүр бокалдар зыңлауы, ҡағыҙ, гәзиттәрҙең ҡыштырлауы, тимер-томорҙоң даңғырлауы – бөтәһе бергә ҡушылып, матур бер моң хасил булды. Балаларҙың фантазияһына иҫең китер!
«Өйҙәге музей» ҙа ҡыҙыҡлы булды. Ололар йорттарында ниндәй генә ҡомартҡы әйберҙәр һаҡламай икән. Боронғо балаҫ һуғыу станоктары, аҫалы балаҫтар, еҙ самауырҙар, һауыт-һабалар, иҫке аҡсалар менән биҙәлгән ҡашмауҙар, сәсмәүерҙәр, түшелдеректәр, эш ҡоралдары... Быларҙың барыһы ла ҡулдан-ҡулға күсә һәм тарих һаҡлаған әйберҙәр. Экспонаттар янында уҡыусылар фото ғына төшөп ҡалманы, ҡомартҡылар менән танышты, тарихын белде. Был да үҙенә күрә уҡыусыларҙы тарих менән таныштырыуҙың бер алымы инде.
Тағы бер сара тәмлекәс яратҡан барлыҡ ғаилә ағзаларына ла оҡшағандыр, тип уйлайым. «Кулинар шоу»ҙа кесеһе лә, олоһо ла ҙур теләк менән ҡатнашты. Кемдер әсәйҙәре менән бергәләп тәмлекәстәр бешерергә өйрәнһә, икенселәр – интернеттан алынған, гәзит-журналда сыҡҡан рецептар ярҙамында. Баллы торт, һәр төрлө бутерброд, бәлештәр тәҡдим ителде. Быларҙың барыһына ла балаларҙың күҙ нуры, күңел йылыһы һалынды.
Бына шулай онлайн-лагерҙа балаларҙың ялы күңелле һәм файҙалы уҙҙы.
Райхана БУЛАТОВА.
Баймаҡ районы,
Билал ауылы.
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Матбуғат
17 Май 2024, 10:58
Яҙыл да бүләк от!
Новости партнеров
1 ғинуарҙа саҡ үлемдән ҡалған
Соңгы кыңгырау кайчан яңгыраячак?
«Бумага» не сдаётся
Повестар
Ҡайын һуты
Бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны...
Ҡунаҡ малай
Конкурстар
«Ҡышҡы әкиәт»
«Ҡоштарға ашхана»
«Беҙ — Бала саҡ иленән»
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Алтынсылар “Йәншишмә”гә яҙылды
Нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ!
Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын
Хикәйәләр
Һунарсы терпе
“Смотрильщик”
Ауылымдың аҡ өйҙәре
Фильмдар
"Тыуған көн"
Елғыуар
Салауат Юлаев
Әкиәттәр
Ҡуян менән Төлкө
Тыңлауһыҙ төлкө балаһы
Суҡлыҡайҙың ҡурсаҡтары
Тестар
Кемдең дуҫы кем?
Географияны яҡшы беләһеңме?
Йыһанды беләһегеҙме?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Трамвайҙағы танышыу
Һиңә тиң түгел, тигәндәр...
Бергә була алманыҡ...