Лагерҙарҙы асыу ваҡыты тағы ай аҙағына тиклем кисектерелде. Коронавирус сире эҫенән дә ҡурҡмай, хәҙер таныш-белештәр араһында ла сирләүселәр тураһында ишетелә башланы.
Ауылда туғандары булмаған ҡала балалары күберәк өйҙә ултырырға мәжбүр. Ни эшләһендәр, эпидемиологик хәл һаман киҫкен булып ҡала. Шуға ла республикала 20 июлдән тағы онлайн сменаларҙы тергеҙергә булдылар. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров белдереүенсә, йәй башында ойошторолған онлайн лагерҙарҙы Башҡортостандан ғына түгел, Рәсәйҙең бүтән төбәктәренән – Краснодар крайынан, Төмән, Силәбе, Свердлов өлкәләренән, Татарстандан, Ямал-Ненец округынан да балалар бик оҡшатҡан. Бөтәһе 89 мең уҡыусы ҡатнашҡан.
Был юлы ла бай программа әҙерләнгән. Бизнес-проекттарҙың презентациялары, «Уңышлы балалар мәктәбе», «Эшлекле этикет»... Был онлайн лагерҙа үҙең өсөн күп яңылыҡ белергә була.
Исемлеккә 43 смена ингән. Улар менән Башҡортостан мәғариф һәм фән министрлығы сайтында танышырға мөмкин: education.bashkortostan.ru.
«Бәйләнештә» селтәрендә төркөмдәре, сайттары бар. Мәҫәлән, «Йәш туристар-тыуған яҡты өйрәнеүселәр» онлайн лагерында ҡатнашҡығыҙ киләме? Рәхим итегеҙ.
Мәләүездәге 9-сы башҡорт гимназияһы «Йәйләү» сменаһын 11 – 20 августа ойошторасаҡ икән. Ғөмүмән, үҙегеҙ теләгән йүнәлеште һайлап алырға мөмкин. Барыһы ла бушлай, тик интернетың ғына булһын. Республиканың теләһә ниндәй ҡала, районында эшләгән онлайн лагерға яҙылырға мөмкин – шуныһы ла уңайлы.