Бына был юлы ла уларҙың ялдары бергә тура килде. Малайҙар ҡыуанышып осрашты. Уларҙың шатлығын Марсель олатай ҙа уртаҡлашмаҡсы булды. «Малайҙар, әйҙә, хәҙер бура һуғып алабыҙ!» – тине.
Был уйын уларға күптән таныш. Бураларҙы Марсель олатай үҙе эшләп биргән. Был юлы ла таяҡтар малайҙарҙың ҡунаҡҡа килгәнен көтөп алған, тиерһең. Теге юлы ырғытҡан таяҡтар ярайһы уҡ кипкән, үҙҙәре осорға ғына тора.
Малайҙар тәүҙә «артиллерия» төҙөй. Ул «танк», «самолёт», «пушка», «ябыҡ һәм асыҡ хат», «йылан», «ҡоҙоҡ» формаларында бураларҙан эшләнә. Уларҙан артҡа ун аҙым яһалғас, сиратҡа теҙеләләр. Уйындың шарты шулай.
Уйында Радмир сосораҡ. Ул һелтәгән таяҡтар ҡоролған бураларҙы туҙҙыра ғына. Мораҙым, уйынсылар араһында иң бәләкәйе булыуға ҡарамаҫтан, таяҡтарҙы оҫта ҡуллана. Ә иң ҡыйыны «самолёт» бураһын туҙҙырыу икән.
Марсель олатай малайҙарҙы ситтән күҙәтеп тора ла: «Афарин, ҡайһылай маладис! Шәп, әйҙә, таяҡты аҫтаныраҡ һелтә!» – тип дәртләндереп ебәрә. Ҡыҙыу уйынға ҡайһы саҡ үҙе лә ҡушыла. Шунда иң мәрәкәһе башлана. «Бына хәҙер оҫталыҡ күрһәтәм», – тигән олатайҙың таяҡтары ситкә оса башлай. «Һеҙҙең сослоҡҡа етеп булмаҫ инде минең йәштә», – тип уйындан сыға һала.
Бына шулай, халыҡ уйындарында таһыллыҡ та, мәргәнлек тә, көс тә, дәрт тә кәрәк.