– «Йәйләү» тип аталған ял итеү үҙәге бына 23 йыл инде балаларҙы физик, рухи яҡтан да көслө итеп тәрбиәләү йүнәлешендә эшләй. Уңышлы, тип әйтә алам, сөнки хәҙер хатта сит илдәрҙә йәшәүсе милләттәштәребеҙ ҙә улдарын, ҡыҙҙарын ял итергә алып килә.
Онлайн-сменаның «Бәйләнештә» селтәрендәге төркөмгә барлығы 2 мең 808 кеше яҙылғайны. Балаларҙың ялын ата-әсәләр, уҡытыусылар, етәкселәр ҙә ҡыҙыҡһынып күҙәтте. Ял итеүселәрҙең иртәһе күңелле бейеү күнекмәләре менән башланып, һәр көн ниндәйҙер темаға бағышланды, ҡыҙҙар, малайҙарға төрлө эштәр башҡарырға ҡушылды. Мәҫәлән, тәүге көндө асыу тантанаһы, танышыу, «Йәйләү» өсөн яҙылған «Башҡортостан» гимнын өйрәнеү үтте. «Бейемәгән башҡорт юҡ», «Башҡорт музыка ҡоралдары. Ҡурай», «Башҡортостандың ете мөғжизәһе», «Ҡумыҙ һәм ҡумыҙсылар», «Шәжәрә – нәҫелем тарихы», «Урал батыр һабаҡтары», «Ағы барҙың – туғы бар», «Һабантуй» кеүек саралар ҙа иҫтә ҡалырлыҡ ине. Улар барышында оҫталыҡ дәрестәре, видеоконкурстар, викториналар, бәйгеләр, онлайн-осрашыуҙар үткәрелде.
Тәүге йылдан башлап «Йәйләү» балалар ял итеү үҙәгендә мәрәй тәртибе индерелгәйне. Был юлы ла бөтә һынауҙар ҙа ошо уҡ система менән баһаланды. Һәр уҙғарылған сарала әүҙемдәрҙән-әүҙеме булып, онлайн-сменаның еңеүсеһе тип Хәйбулла районының Әбүбәкер мәктәбенән Әминә Билалова танылды. Әбйәлилдән Нәркәс Баймырҙина, Саҡмағоштан Алина һәм Эльвина Вәлиевалар, Ейәнсуранан Мәликә Кәлимуллина икенсе урын яулап ҡыуанды. Ә инде Хәйбулланан Рәлинә Хәсәнова, Йәнгүзәл Байғужина, Балтастан Тимур Әхмәҙуллин, Әбйәлилдән Гөлназ Нөғәмәнова, Көйөргәҙенән Асман Рахманғолов, Белореттан Асия Басирова, Мәләүездән Флорид Алтынсуриндар өсөнсө урынға лайыҡ булды. Ябыу тантанаһында шулай уҡ 72 призёр һәм 59 әүҙем ҡатнашыусы балаларҙың исемдәре лә аталды. Барыһын да онлайн-лагерҙың
https://vk.com/yaylau2020 төркөмөндә мәғариф министрлығының Милли мәғариф идаралығы етәксеһе Булат Зинуров тәбрикләп, еңеүселәргә планшет, электрон фитнес сәғәттәре, аудиоколонкалар кеүек бик шәп бүләктәр ҙә әҙерләнеүен белдерҙе.
Әминә БИЛАЛОВА, Хәйбулла районы Әбүбәкер мәктәбе уҡыусыһы, «Йәйләү» онлайн-лагерында бөтә бәйгеләрҙә лә әүҙем ҡатнашып, еңеү яулаусы:
– «Йәйләү» лагеры тураһында әсәйемдән ишеттем дә ял итергә шатланып риза булдым. Онлайн-сменаның һәр көнө ҡыҙыҡлы һәм файҙалы үтте. Иртәнсәк билдәләнгән ваҡытта ғына дәрестәрҙе ҡарарға тырыштым, сөнки уның артынан бирелгән эштәрҙе үтәп, кискә тиклем һалып өлгөрөргә кәрәк ине. Ябай ғына итеп һүрәт төшөрөргә, ҡурайҙа, ҡумыҙҙа уйнарға өйрәттеләр, миңә айырыуса бейеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре оҡшаны. Башҡортостан тарихы, мәҙәниәте тураһында ла күпте белдем. «Шәжәрә көнө» бигерәк ныҡ иҫтә ҡалды. Ғаиләбеҙ менән бергәләп мәғлүмәт эҙләнек, фотоальбом ҡараныҡ. Матур ғына итеп нәҫел ағасымды төҙөп ҡуйҙым. Киләсәктә лә уның кәрәге буласаҡ әле.
Һәр көндө әсәйем менән бергәләп күп кенә видеояҙмалар төшөрөп һалдыҡ. Камераға ҡарап, асыҡ, матур итеп һөйләргә өйрәндем, бик ҡыҙыҡлы булды. «Йәйләү» балаларға төрлө яҡлап белем бирҙе, үҫтерҙе, халҡыбыҙ тарихына, мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныу уятты. Ҙур рәхмәт ойоштороусыларға һәм уҡытыусыларға!
Нәркәс БАЙМЫРҘИНА, Әбйәлил районы Асҡарҙағы Таһир Күсимов исемендәге гимназия уҡыусыһы:
– «Йәйләү»ҙә ял итеүемә бик шатмын. Ул, әлбиттә, башҡа лагерҙарҙан ныҡ айырыла. Бында – башҡорт рухы, бөтәһе лә үҙебеҙсә. Отряд түгел, ә ырыуҙар булдыҡ. Һәр көн рәхәтләнеп бейенек. Быйыл яңы форматта иғлан ителгәс, ситтә ҡалмаҫҡа булдым. Тәүге көндән үк әүҙем ҡатнашыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙым. Барлыҡ дәрестәрҙе рәхәтләнеп ҡараным. Шундай дәртле, моңло, рухлы тиҫтерҙәрем булыуына ныҡ ҡыуандым. Һәр кемдең «Йәйләү»гә бик эләккеһе килә ине. Шуға онлайн үткәрелеүе, бер яҡтан, ҙур мөмкинлектәр асты. Илдең төрлө мөйөштәренән дә тиҫтерҙәрем ҡарап, һәләттәрен үҫтерә алды. Әлиә апай Саматова менән «Йәйләү» гимнын өйрәндек, Эльвира апай Муллағолова бейеү серҙәренә төшөндөрҙө. Зәйнетдин иртәнге флешмоб менән күңелде күтәреп, дәрт өҫтәп ебәрҙе. Башҡортостандың ете мөғжизәһенә сумдыҡ, Ейәнсуранан Инйәр ағай Ишмырҙин егеттәргә ҡурай уйнау нескәлектәрен асты, Әлшәйҙән Миләүшә апай Муллағәлина – милли биҙәүестәр, Миңлеғәфүр ағай Зәйнетдинов ҡумыҙ серҙәре менән таныштырҙы.
Бында бер генә тапҡыр булһа ла ял иткән балалар үҙҙәрен шундай бәхетле тоя! Беҙгә ҡанат та ҡуя, маҡсатлы йәшәргә көс-дәрт тә бирә «Йәйләү»! Киләсәктә мин дә, Инсаф ағай кеүек, ошо лагерҙа эшләргә теләгем ҙур.
Флорид АЛТЫНСУРИН, Мәләүез районы Ҡотош мәктәбе уҡыусыһы:
– Мин «Йәйләү» онлайн-лагерында күп сараларҙа ҡатнаштым. Иң шәбе: блиц-турнирҙа еңеү яуланым. Ул «Йәйләү»ҙең гимны тураһында ине. «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире Лариса апай Абдуллинаның һорауҙарына ла тулы яуап бирҙем. «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр конкурсында ла көсөмдө һынаным. Онлайн-лагерь ойошторған бөтә саралар ҙа бик оҡшаны. Башҡортостаныбыҙҙың мәҙәниәтен, тарихын, арҙаҡлы шәхестәрен яҡшы белгәндәр күп булыуы ҡыуандырҙы.
Шәүрә АҠҠУЖИНА, Йылайырҙағы Шәйехзада Бабич исемендәге башҡорт гимназияһы уҡыусыһы:
– Күп яңылыҡтар белдем, яңы һөнәрҙәргә өйрәндем. Онлайн-сменала ойошторолған барлыҡ бәйгеләрҙә лә әүҙем ҡатнашырға тырыштым. «Шәжәрә» конкурсы айырыуса күңелгә ятты. Ә һабантуй бигерәк тә ҡыҙыҡлы булды. Ул Zoom платформаһында үткәрелде, дәрестәрҙе лә шунда уҡығайныҡ.
Мәликә КӘЛИМУЛЛИНА, Ейәнсура районы Таҙлар ауылынан:
– «Йәйләү» лагерында быйыл бишенсегә ял иттем. Шуға күрә Инсаф ағай ҙа миңә бик яҡшы таныш. Йыл һайын тик йылы тәьҫораттар ғына алам. Бөтә конкурстарҙа ла теләп ҡатнаштым. «Бейемәгән башҡорт юҡ», «Шәжәрә», «Башҡортостандың ете мөғжизәһе» – бындағы һәр бер сара юғары кимәлдә уйланылған ине. Киләсәктә мин үҙем дә ошо лагерҙа вожатый булып эшләгем килә.
Альбина МУЛЛӘХМӘТОВА, Әбйәлил районы Асҡарҙағы Таһир Күсимов исемендәге гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, һабантуй байрамын ойоштороусы:
– «Йәйләү»ҙәге төрлө ырыу балалары һабантуйға ихлас күңелдән ҡушылды. Онлайн-сараға көр күңел менән сағыу милли кейемдәрҙә сығыуҙары, дәрт-дарманлы, рухлы ҡыҙҙар һәм малайҙар йыйылыуы ҡыуандырҙы. Улар матур байрамда мотлаҡ үткәрелә торған ярыштар – милли көрәш, һырғауылға үрмәләү, ҡыя бағана буйлап атлау, күҙҙе бәйләгән килеш көршәк ватыу, аяҡтарға тоҡ кейгән килеш йүгереп ярышыу, уҡтан атыу, арҡан тартышыу, таш ырғытыу тураһында бай мәғлүмәт алды. Һабантуй башҡорттарҙың боронғо байрамы икәнен, халыҡта тәбиғәткә бәйле уйындар, күмәк күңел асыу саралары юҡҡа ғына уйлап сығарылмағанлығын да белде.
Сарала ҡатнашыусы балалар Triventy-Join Game селтәрендә ойошторолған Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте буйынса викторина һорауҙарына яуап бирҙе, «Арҙаҡлы шәхестәребеҙҙе беләһегеҙме?», мәҡәл әйтеү, йомаҡ ҡойошоу уйындарында зирәклектә, тапҡырлыҡта көс һынашты. Ярыштарҙа Йылайырҙан Шәүрә Аҡҡужина, Әбйәлилдән Нәркәс Баймырҙина, Белореттан Асия Басирова, Көйөргәҙенән Алтынай Сәйфуллина, Хәйбулланан Әминә Билалова, Стәрлетамаҡтан Руфина Кинйәбаевалар Башҡортостаныбыҙ тарихын һәм мәҙәниәтен белеүҙә иң юғары һөҙөмтәләр күрһәтте.