Быйылғы йәй башы, урта тирәһе лә үтә эҫе торҙо. Был беҙҙең кеүектәргә үҙе оҙайлы байрам ине. Иң әүәл, әлбиттә, туйғансы һыу индек. Сафтан-саф, үтә күренмәле Талҡаҫ күлендә сумып, төрлө төҫтәге матур-матур таштар йыйҙыҡ, Мулдаҡкүлдең (Тоҙлогүл) шифалы мәтеһенә һыланып, тоҙло һыуында ҡойоноп кинәндек. Шул уҡ ваҡытта Һаҡмар менән Ҡыҙылды ла онотманыҡ. Көн дә тиерлек йылға буйында рәхәтләндек. Ҡармаҡлап балыҡ та тоттоҡ, эре-эре сабаҡтар эләкте. Быларҙан тыш, олатайым аҙнаһына өс тапҡыр Асҡарҙағы «Юрға» балалар спорт мәктәбенә йөрөттө. Ундағы ат яратҡан, башҡорт рухлы дуҫтарыма гәзитебеҙ аша ҡайнар сәләмдәремде ебәреп ҡалам.
Әлеге йәйҙә шулай уҡ ҡылҡумыҙсыларҙың Ҡазан ҡалаһында үткән оло онлайн бәйгеһендә ҡатнашып, I урын яулап, мәртәбәле дипломға лайыҡ булдым. Уҡытыусым, республикала ғына түгел, унан ситтә лә билдәле ҡылҡумыҙсы Миңлегөл Бәхтинур ҡыҙы Солтанбаеваға рәхмәтлемен. Ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәй минең менән шөғөлләнде. Йәл, тарихҡа бай ҡаланың үҙенә бара алманыҡ, коронавирус арҡаһында иғлан ителгән карантин ҡамасауланы. Шулай ҙа бошонмайбыҙ: үтеп китер әле был яһил сире лә.
Асҡар, Темәс баҙарҙарында булғылап торҙоҡ, музейҙарға индек. Мифтахетдин Аҡмулла, Зәки Вәлиди һәйкәлдәрен күрҙек.
Урағай (август) айында Лиза һеңлем менән баш ҡалабыҙ Өфөгә имтихандар тапшырырға барҙыҡ. Мин – Рәми Ғарипов исемендәге, ә Лиза Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге гимназияларҙың уҡыусылары булып киттек. Һеңлем унда думбыра синыфында шөғөлләнә. Уңыштары ла юҡ түгел. Өфөлә беҙгә ныҡ оҡшай. Ошо күп мәшәҡәттәрҙән бушай алмайса Сибай ҡалаһында үткән «Ирәндек моңдары» төбәк-ара башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар онлайн бәйгеһендә ҡатнашып булманы. Йәл...
Ғөмүмән алғанда, берәгәйле йәйҙе беҙ тәбиғәт менән яҡындан аралашып үткәрҙек. Күп ер-һыу күрҙек, атамаларын белдек: Һаңғала (Ханҡала) тауы, Тағанташ ҡаяһы, Ҡанифә юлы, Әүлиә ҡотоғо, Һаҡмарбаш ыҙмаһы, Бейәҡаҙа, Ғилмияза, Тимәшәү тауҙары...
Аҡыллы этебеҙ Ҡашҡарҙы эйәртеп олатайыбыҙға ике тапҡыр һарыҡ көтөүе көтөштөк. Өләсәйебеҙ менән еләккә, бөрлөгәнгә, бәшмәккә, муйылға йөрөнөк. Көҙгәрәк олатай машинаһында баланға, энәлеккә алып барҙы. Емеш-еләк быйыл иҫ китмәле уңды. Арттырмай ғына әйткәндә лә, өс йыллығын йыйғанбыҙҙыр әле.
Йәй ныҡ ҡоро килгәнлектән, баҡсабыҙға йылғанан (урамдағы колонкаларҙа һыу юҡ) һыу ташый-ташый, арып бөттөк. Уның ҡарауы, мул уңыш алдыҡ. Ҡыяры ла, помидоры ла, кишер менән сөгөлдөрө, бигерәк тә ҡурай еләге, ҡара, ҡыҙыл, аҡ ҡарағаттар, һырғанаҡ, ирга һәм башҡаһы ла емерелеп уңды. Бер нисә йыл элек ултыртҡан алмағасыбыҙ беренсе емештәрен биреп ҡыуандырҙы. Шуныһы үкенесле: картуф алышыуҙа булыша алманыҡ. Ҡырҙа йөрөгәс, ҡатнашлығыбыҙ булманы. Ярай әле олатай-өләсәйҙе һөйөндөрөп, бесән әҙерләүҙә ярҙамыбыҙ ныҡ тейҙе.
Иң ҙур ҡыуанысыбыҙ, әлбиттә, Өфөлә булды. Ҡустыбыҙ Рамаҙанға иш булып, Данияр ҡустыбыҙ донъяға килде. Уға әле өс ай ғына. Үҙен барыбыҙ ҙа яратабыҙ, «өф» итеп кенә торабыҙ.
Йә, шунан, әйтегеҙ, ошондай йәй нисек итеп иҫтә ҡалмаһын инде?..
Өфө ҡалаһы, Рәми Ғарипов исемендәге
1-cе республика башҡорт интернат-гимназияһы.