-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Йәйге ял
24 Июнь , 20:00

Ырыуҙарға бүленеп

Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылындағы Мәрйәм Бураҡаева исемендәге башҡорт интернат-гимназияһының «Йәйләү» ял һәм һауыҡтырыу үҙәгенә I – V синыфтарҙан 40 бала йөрөнө. Улар «Үҫәргән», «Мең» һәм «Әйле» ырыу­ҙарына бүленеп, 21 көн буйы рәхәтләнеп ял итте, һаулығын нығытты.

Ырыуҙарға бүленеп
Ырыуҙарға бүленеп

Беҙ барған көндө бер төркөм балалар «Аманат» этнопедагогика музейына йыйылғайны. Уларҙы йәш экскурсовод Зарина Һәҙиәтуллина экспонаттар менән таныштыра ине. Урҙаларҙа эленеп тор­ған милли кейемдәр, йөҙлөклө урындыҡтағы мендәр, балаҫ, ҡорама юрған, түшәктәр... Иҫ киткес сағыу, зауыҡлы улар! Һәр береһенә хайран ҡалып, һоҡланып ҡарап тораһың.
– Тағы беҙҙә сәңгелдәк, ҡарындыҡ тәҙрә, киндер тарағы, дебет һуға торған ая (шапалай), ҡыуыҡ шәм дә һаҡлана. Барыһын да Ҡарғалы ауылынан Таһир Хаммат улы Аҙнабаев тапшырҙы, – тип һүҙгә ҡушыла музей етәксеһе Нурия Мөхтәр ҡыҙы Ҡунысбаева. – Уға ныҡ рәхмәтлебеҙ, музейҙағы һәр әйбер, һәр экспонат халҡыбыҙҙың үткәнен, тарихын бәйән итә. Хәтер һандығы бит улар.
Таһир Аҙнабаев, ысынлап та, изге эшкә тотонған. Ата-бабалар ҡулланған көнкүреш әйберҙәрен, эш, яу ҡоралдарын, ат егеү кәрәк-ярағын, биҙәүестәрҙе, милли кейемдәрҙе йыя ир уҙаманы.
Музейҙан балалар күпте күреп, белеп сыҡты. Тарихи ҡомарт­ҡылар улар күңелендә ғорурлыҡ тойғоһо ла уятҡандыр, моғайын. «Үткән менән бөгөнгө араһында күпер шулай һалына», – ти музей етәксеһе. Бик хаҡ һүҙҙәр!
Ял итеүселәр менән осрашыу ҙа үткәрҙек. Балаларға «Йәншишмә» тураһында һөйләнек, иҫтәлеккә үҙебеҙҙең календарҙы бүләк иттек. Гәзитебеҙҙең исеме «Урал батыр» эпосынан алыныуын белгәс, Әминә һәм Алтынай Абдуллиналар, Әлиә Әйҙәшева, Мәҙинә Һәҙиәтуллиналар (аҫтағы һүрәттә) мәш­һүр ҡобайырыбыҙҙан өҙөк тә һөйләп ишеттерҙе.
Бында аҙнаға ике тапҡыр «Урал батыр» мәктәбе лә эшләгән икән. Балалар бөйөк әҫәрҙең йөкмәткеһен өйрәнгән, өҙөктәр ятлаған. Эпос буйынса һүрәттәр төшөргәндәр. Һуңынан сәхнәләштереү ҙә була, тинеләр. «Урал батыр»ҙы өйрәнеүҙә балаларға Нурия Мөхтәр ҡыҙы Ҡунысбаева, Нурзиә Ислам ҡыҙы Ҡәҙербәкова, Гөлйөҙөм Рәүеф ҡыҙы Күҫәковалар ярҙам иткән.
– Һәр көнөбөҙ күңелле, фай­ҙалы уҙҙы, – ти үҙәк етәксеһе Миңзәлә Булат ҡыҙы Абдуллина. – Тәрбиәселәр ныҡ тырышты. Улар әйҙәүселәр – VII синыфтан Азалиә Ғүмәрова, Азалиә Байғөбәкова, Таңһылыу Яковлева һәм Ильяс Хәсәновтар менән төрлө ҡыҙыҡлы саралар ойоштороп ҡына торҙо. Балалар ял итеп кенә ҡалманы, Мәрйәм Бураҡаеваның «Йәйләү» программаһы буйынса телебеҙҙе, тарихыбыҙҙы, йолаларыбыҙҙы, милли уйындарыбыҙҙы өйрәнде. Әйткәндәй, һәр көнөбөҙ «Йәйләү»ҙең гимны менән башланды.
Балаларға ял бик оҡшаған. Уйнағандар, йырлағандар, бейегәндәр, тәбиғәткә сәйәхәткә сыҡҡандар. Күңелһеҙләнеп ултырырға бер ҙә ваҡыттары булмаған. Көндәре һиҙелмәй ҙә үткән. Хушлашҡанда:
– Икенсе йыл тағы ла йөрөйәсәкбеҙ. Күңелле бит «Йәйләү»ҙә, – тип оҙатып ҡалды улар.

М. ӘБЕШЕВ.

Ырыуҙарға бүленеп
Ырыуҙарға бүленеп
Ырыуҙарға бүленеп
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: