-3 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Йәйге ял
4 Июль , 16:40

Ҡандракүл буйында

"Шәп ял ҡайҙа?”тигән һорауға, Ҡандракүл янындағы каратистар лагерында, тип яуап бирер инем. Эйе, эйе, тап шунда!

Ҡандракүл буйында
Ҡандракүл буйында

 Мәскәү, Һамар, Октябрьский, Туймазы, Салауат ҡалалары һәм Илеш районы командаларынан торған каратэ буйынса ун көнлөк уҡыу-күнекмә йыйыны бөтәһе 214 кешене берләштереп, “Ровесник” лагерында үтте. Республиканың Киокусинкай һәм каратэ федерацияһы етәксеһе Руслан Фәрит улы Хәбибуллин әйтеүенсә, бында бөтә лагерь – һаҡланған биләмә, сит кешеләрҙе индермәйҙәр. Киләсәктә был йыйын Бөтә Рәсәй кимәлендге статусҡа эйә булыр. Бөтә сығымдарҙы ла атай-әсәйҙәр финанслай.
Лагерға яңы ғына өйрәнә башлаусыларҙан алып донъя кимәлендәге чемпиондарға тиклем килгәндәр. Ундағы тәртип, йәш спортсыларҙың бер-береһенә дуҫтарса мөнәсәбәте, ихтирамлы, иғтибарлы ҡарашы һоҡландырҙы.
Ике тапҡыр Гиннесстың рекордтар китабына индерелгән алтын билбау хужаһы, легендар тренер (шихан), “Кайман” карате мәктәбен ойоштороусы, уның директоры, Дмитрий Юрьевич Котвицкий менән тап ошонда танышып, һөйләшеп ултырырмын, тигән уй башыма ла килмәгәйне.
-Башҡортостанда тәбиғәт иҫ китмәле, – тип һүҙен башланы Дмитрий Юрьевич. – 16 йыл рәттән уҡыу-күнекмә йыйындары уҙғарырға киләм. Программаны, әлбиттә, тап ошо ерлек өсөн төҙөнөк. Яңы шөғөлләнә башлаусылар өсөн айырым күнекмәләр үткәрелде, тренерҙар өсөн эш тәжрибәһе менән уртаҡлашыу файҙалы булды. Бында шөғөлләнеү өсөн бөтә уңайлыҡтар ҙа бар. Ҡырыҫ тәбиғәт шарттарында түҙемлелек, маҡсатҡа ынтылыусанлыҡ, сыҙамлылыҡ сифаттарын үҫтереп була. Үҙемден 45 йыл эшләү дәүерендә бер генә бала ла йәрәхәт алғаны булманы. Был спорт төрө шул яғы менән дә башҡаларҙан айырылып торалыр.

Көндәлек режимда дүрт тапҡыр төрлө һынауҙар ҡаралған. 15 йәш һәм унан өлкәнерәктәр тауға менеп күнекмәләр эшләй, ә бәләкәйҙәр тренерҙар менән яланда шөғөлләнә. Туҡланыу шулай уҡ тейешле кимәлдә ойошторолған. Көндөҙ йоҡлап алғандан һуң футбол, пионербол уйнайҙар. Шихан Тимофей Цыганов  менән төрлө алымдар өйрәнгәндән һуң ял ойошторола, дискотека була. Шуныһын әйтеү кәрәктер, көн дә һәр күнекмәнән һуң йәш спортсылар Ҡандракүлдә һыу инеп сыға. Смена тамамланырға бер нисә көн ҡала ҡойма ямғырҙар булды. Балалар нимә менән шөғөлләнер икән, тип уйлағайным да... Каратистар өсөн һауа шарттары ла кәртә була алманы – улар күнекмәләрҙе дауам итте. Көн тәртибенән бары тик һыу инеү генә төшөп ҡалды.
Лагерь биләмәһендә яңы тыуған балалар коляскаһы күргәс, аптырап киттем. Нисек инде? Бында был бәләкәс ни эшләй? Түҙмәнем, яндарына барҙым. Салауат ҡалаһынынан булып сыҡтылар. Ә бәпәй - тренерҙар Вероника Михайловна менән Андрей Александрович Казадаевтарҙың төпсөктәре, өс айлыҡ Аника. Иҫ китмәле ғаилә! Күмәкләп спорт донъяһында йәшәй, тиһәк тә янылыш булмаҫ. 15 йәшлек Данила менән 11 йәшлек Андрей Бөтә Рәсәй, халыҡ-ара кимәлдә енеүҙәр яулаған. Был лагерга Салауаттан 16 йәш каратист килгән.
Илеш районынан тренер Инга Рәсүл ҡыҙы Мырҙахан шулай ук 16 баланан торған команда алып килгәйне. “Ошондай ергә килеп, уҙҙәрен күрһәтеп, башҡаларҙың зштәрен өйрәнеп, тәбиғәт ҡосағында ял итеп ҡайтырға ярҙам иткән атай-әсәйҙәргә рәхмәтебеҙ сикһеҙ. Ойоштороусыларға айырым рәхмәт һәм ихтирам һүҙҙәрен еткерәм», – ти Инга Рәсүл ҡыҙы.
Мәскәү ҡалаһынан килеүселәр араһында Никита Бушман, Европа чемпионы Александр Сорокопудов та бар ине.


Лагерҙағы көндәр һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Дуҫлашып, киләсәктә хәбәрләшеп торорға телефон номерҙарын алышып, йәш каратистар өйҙәренә таралды. Кемдер икенсе көндө үк сираттағы ярышҡа барыр, кемдер ауылға өләсәйенә ҡунаҡҡа ҡайтыр...
Көслө тренерҙарҙың эш алымдары, һәләтле балаларҙың бөтәһен дә өйрәнергә теләге, шишмәләрҙең, Ҡандракүлдең шифалы һыуҙары, әлбиттә, һөҙөмтәләрен бирер.



Лариса СӘХИБГӘРӘЕВА,
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Илеш районы, Исәмәт урта мәктәбе.

Ҡандракүл буйында
Ҡандракүл буйында
Ҡандракүл буйында
Ҡандракүл буйында
Ҡандракүл буйында
Ҡандракүл буйында
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: