Унда 80 кеше араһында 9-сы урын яуланым. Призлы урын, тинеләр. Шунда миңә туристик клубҡа яҙылырға тәҡдим дә яһанылар. Ихлас риза булдым.
Көн дә дәрестәрҙән һуң күнекмәләргә йөрөнөм. Ныҡ әҙерлек үттек. Шулай йәй ҙә етте һәм беҙ Сибай ҡалаһына республика ярышына киттек. Ә унда ҙур һынауҙар көтә ине. Мин ауыл ҡыҙы булғас ни, ҡаланыҡыларҙан айырмалы рәүештә, бер ҙә бирешмәнем. Улар арып, көстәре бөтөп йығылған саҡта минең тағы бер йүгереп килерлек хәлем бар ине.
Ярыш төрҙәре күп булды: башҡортса сығыш яһап үҙең менән таныштырыу, поход шарттарында беҙҙең милли ризыҡты әҙерләү, йәрәхәт алыусыларҙы ҡотҡарыу, 20 саҡрым аралыҡта ҡаршылыҡтарҙы үтеү... Командабыҙ менән ҡайһы бер төрҙәрҙә икенсе, өсөнсө булһаҡ, сәксәк бешереү буйынса мин беренсе урын алдым.
Ун көн буйына тәбиғәт ҡосағында булыу үҙенә күрә ял ине. Кистәрен усаҡ эргәһендә йыйылып ултырыуҙар онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Мин гитарала уйнап йырланым, башҡалар ҡушылды. Шул сағында йәнгә тейгән серәкәйҙәр барлығын да оноттоҡ.
Сибайҙан бөтмәҫ дәрт алып таралыштыҡ. Бер-беребеҙгә ныҡ өйрәнеп киткәс, айырылышыуы бик ҡыйын булды.
Әле мин ауылдамын, олатай менән өләсәй эргәһендә ял итәм, иркәләнәм. Еләккә йөрөп, әҙерәк аҡса эшләп тә алдым. Бергәләп бәшмәк тә йыйҙыҡ. Көн дә йәшелсәләргә һыу һибәм. Бесән йыйырға ла барҙым. Буш ваҡыттарҙа ҡустым һәм һеңлем менән мәж киләбеҙ.
Яҡтыкүлгә һыу инергә барыу ҙа оҡшаны. Быйылғы йәй ямғырлы, шулай ҙа быға иҫебеҙ китмәй. Мин ҡойма ямғыр ваҡытында һүрәт төшөрөргә яратам.
Ауылда шундай рәхәт. Көндәремдең үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалам. Быйыл мин яңы көс, дәрт менән ун беренсе синыфҡа уҡырға барасаҡмын. Алға, ҙур еңеүҙәргә юл алам. Имтихандарҙы яҡшы тапшырырға, һынатмаҫҡа ине.
Ләйлә НӨҒӘМӘНОВА, йәш хәбәрсе.
Өфө ҡалаһы, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы.