+7 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Йәйге ял
19 Август , 15:00

Ижевскиҙа ике көн йәки люпиндар илендә

Удмурт Республикаһы беҙгә сиктәш ята. Баш ҡалаһы – Ижевск (Ижау, тип тә атайҙар). Ял көндәрендә ут күршеләребеҙгә барып, иң билдәле урындарын күреп килдек. Әйҙәгеҙ, һеҙ ҙә беҙҙең менән сәйәхәткә!  

Ижевскиҙа ике көн йәки люпиндар илендә
Ижевскиҙа ике көн йәки люпиндар илендә

Удмурт Республикаһы беҙҙең тыуған еребеҙ менән сағыштырғанда бөтөнләй кескенә: майҙаны – 180-гә 270 саҡрым. Ижевск та Өфөнән ике тапҡырға бәләкәйерәк. Ике ҡала араһы – 340 саҡрым самаһы. Башҡортостан ул яҡҡа табан Краснокама районы менән тамамланып, Нефтекама ҡалаһын үткәс, күршеләрҙең сигенә етәбеҙ. Илебеҙҙең иң киң йылғаларының береһе булған Кама аша үтеү түләүле: еңел машина өсөн 600 һум ҡалдырырға тура килде. Ә артабан... иҫ киткес матурлыҡ башланды. Бындай люпин яландарын күргәнебеҙ юҡ ине әле! Беҙҙә бәпембә нисек әрһеҙ үҫә, унда люпин шулай таралған, имеш.
Ижевск 5 районға бүленә. Ҡаланы ҡап уртаға ярып, Иж йылғаһы аға. Беҙ төшкән фатир уға яҡын ғына булып сыҡты. Ғөмүмән, ҡаланың мәҙәни үҙәге лә ошо тирәлә, тип аңланым. Сөнки артабан һүрәтләнәсәк барлыҡ тарихи урындарға йәйәү йөрөнөк.

Удмуртия дәүләт зоопаркы

Европалағы иң яҡшы зоопарктарҙың береһе булараҡ дан алған Ижевск йәнлек-ҡоштар донъяһын күрергә теләүселәр бихисап. Иң тәүҙә шунда юл тоттоҡ. Билет хаҡына килгәндә, балаларға – 100, ҙурҙарға – 400 һум. Сиратта оҙаҡ торманыҡ былай, биләмәгә тиҙ генә инеп тә киттек.
Зоопарк иҫ киткес ҙур (11 гектар ерҙә ҡасандыр парк булған). Һәр хайуан-ҡошто яҡшылап ҡарар өсөн көнө буйына йөрөргә кәрәк. Беҙҙең ваҡыт яғы тығыҙ ине (тулы булмаған ике көндә башҡа урындарҙы ла ҡарап өлгөрөргә кәрәк бит), шуға тиҙерәк йөрөргә тырыштыҡ. Иң ҡыҙығы моржды күҙәтеү булды. «Хужа»һына өйрәнеп бөткән, һыу аҫтынан ырғып килеп сыға ла балыҡ ҡаба.
Бында саваннала көн күреүселәр ҙә, мәңгелек боҙлоҡта йәшәүселәр ҙә, тайганы үҙ итеүселәр ҙә бар. 240 төрлө кейек-ҡоштоң дөйөм һаны йылдан-йыл арта. Амур юлбарыҫы, аҡ айыу, бүре, янут, болан, ягуар, альпака, гөбөргәйел, тритон, Мадагаскар тараҡаны, үрмәксе; фламинго, берғаҙан, тауис, дөйәғош... Ә маймылдарҙың ниндәй генә төрө юҡ! Һәр тереклек итеүсе өсөн бик яҡшы шарттар булдырылған, рәхәтләнеп көн күрәләр.

Михаил Калашников музейы

Автомат уйлап тапҡан кеше ғаиләһендә 17-се бала булған. Бәләкәйҙән техника менән ҡыҙыҡһынған. Ижевскиға 28 йәшендә, әрме хеҙмәтен, Бөйөк Ватан һуғышын үтеп, инде билдәле ҡорал авторы булғас, күсеп килә. Ғүмере буйы ошонда йәшәй һәм заводта автоматтар сығарыу буйынса эшләй. Шуға ла ҡорал яһаусылар ҡалаһы тип беләбеҙ Ижевскиҙы.
Музейға инеү хаҡы – 200 – 300 һум. Ул бер нисә залдан тора. Ғаиләбеҙҙәге ир-атҡа бик оҡшаны бындағы әйберҙәр, улар­ҙы алып сығып китә алмай бер булдыҡ хатта. Күпме ҡорал төрө бында! Үҫмерҙәр ундай­ҙы телефон уйындарында ғына күрә. Ә беҙҙең, ҡатын-ҡыҙҙарҙың, әллә ни иҫе китмәне автоматтарға. Моделдәрен дә белмәйбеҙ, ҡыҙыҡһынмайбыҙ ҙа.

Шәхси мотоциклдар музейы

Данлыҡлы «Иж» мотоциклдарын хәтерләмәгән олораҡ быуын вәкилдәре һирәктер арабыҙҙа. Улар ҡалалағы заводта 2008 йылға тиклем сығарыла. Барлығы 10 миллионлап транспорт һатыла.
Был мотоциклдар коллекцияһын йыйыусы кешеләр – Артём менән Павел Кожушковтар. 2022 йылда музей Рәсәйҙең ғәҙәти булмаған ун музейы исемлегенә ингән. «Халыҡ мотоциклдары», «Спорт», «Фронт һәм тыл өсөн», «Аҙ кубатурлы техника» бүлектәрендә төрлө экспозициялар менән танышырға, ҡай­һыларына ултырып фотоға төшөргә лә була. Музей үҙе бәләкәй генә, инеү хаҡы – 350 һум.
Транспорт тигәндән, ошонда уҡ билдәләп үткем килә: ҡалала машиналар аҙ кеүек тойолдо. Әллә ял көнө булғанғамы икән? Нимәһе ҡыҙыҡ – трамвайҙар бик йыш йөрөй, елдереп үтеп кенә тора.

Иж йылғаһы яр буйы

Беҙ Ағиҙел буйында йөрөргә яратһаҡ, бында Иж буйы ҡайнап тора. Биләмә Өфөләгенә оҡшаған, хатта Халыҡтар дуҫлығы монументы ла бар. Удмурт Республикаһының Рәсәйгә ҡушылыуына 400 йыл тулыу айҡанлы 1972 йылда асылған. Айырма шунда: беҙҙәге яр буйы ныҡ таҙа, ҡарал­ған, ә Иж буйы – юҡ. Буяуҙы һип­тереп һүрәт төшөрөргә яратыусыларҙың «эштәре» лә бетон диуарҙарҙы бер ҙә биҙәмәй. Уның ҡарауы, күңел асыу нөктәләре, ҡапҡылау урындары күп, үҙенсәлекле тимер һындар урынлаштырылған. Һуңғылары әкиәт геройҙары менән таныштыра.

Аттракциондар паркы

Икенсе көндө «Максим Горький исемендәге йәйге баҡса» тип аталған ергә киттек. Бында яҙыусыға һәйкәл бар. Бер һүҙ менән әйткәндә, аттракциондарға бай ғәҙәти парк. Һәр ҡалала була торған күҙәтеү ҡулсаһы ла балҡып тора. Уның бейеклеге – 50 метр. Күңелебеҙгә ятҡан аттракциондарҙа йөрөгәс, шешлек ашаныҡ та сыҡтыҡ.


Ҡала талисманы

Ижик – ҡаланың үҙенсәлекле билдәһе. Ҡорал яһаусы оҫталарҙың кафтанын кейгән малай һыны металдан ҡойолған. Башында – эшләпә, уға миләш тәлгәше һалын­ған. Ижик ҙур түгел: метр ярым ғына. 2010 йылда үҙәк майҙанға ҡуйылған һәм ҡала халҡының ярат­ҡан һәйкәлдәренең береһенә әүерелгән.

Тағы ла...

...перепеч (беҙҙеңсә бәрәмәстер инде) тигән аҙыҡ һатылған нөктәне махсус рәүештә эҙләп таптым. Удмурт иленә килеп, удмурт халҡының милли ризығын ауыҙ итмәй ҡайтып китһәм, үҙемде ғәфү итә алмаҫ инем! Уның ниндәй генә төр эслеге юҡ икән: тоҙлоһо ла, шәрбәтлеһе лә, тик ул мотлаҡ һөткә туғылған йомортҡа менән ҡаплана. Формаһы буйынса кескәй пиццаны хәтерләтә. Беҙ ит, бәшмәк, кәбеҫтә, сыр, ит, йәшел һуған, ҡурай еләге менән шоколад һалынған перепечтар араһынан бер нисәһен һайлап алдыҡ. Ашап өйрәнмәгән кеше өсөн ҡамырының тәме ҡыҙыҡ ҡына.

Юлға сыҡҡанды белгәс, бер нисә танышым: «Бәй, ә ниңә Ижевск? Унда ҡарарлыҡ нимә бар һуң?» – тигән һорау бирҙе. Ҙур Рәсәйебеҙҙең һәр мөйөшө үҙенсәлекле бит! Тәжрибә тупларлыҡ, белем алырлыҡ, күңелде – хәтирәләр, телефонды фотолар менән байытырлыҡ урындарҙа булһағыҙ, беҙгә лә яҙып ебәрегеҙ, дуҫтар!

Л. МӘҮЛИТОВА.

АВТОР фотолары.

Ижевскиҙа ике көн йәки люпиндар илендә
Ижевскиҙа ике көн йәки люпиндар илендә
Ижевскиҙа ике көн йәки люпиндар илендә
Ижевскиҙа ике көн йәки люпиндар илендә
Ижевскиҙа ике көн йәки люпиндар илендә
Ижевскиҙа ике көн йәки люпиндар илендә
Ижевскиҙа ике көн йәки люпиндар илендә
Ижевскиҙа ике көн йәки люпиндар илендә
Ижевскиҙа ике көн йәки люпиндар илендә
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: