Әлмира өләсәйем тәмле ҡоймаҡтар, бәрәмәстәр, бәлештәр бешереп һыйланы. Мин иһә һауыт-һаба йыуҙым, гөлдәргә һыу һиптем, иҙән һөрттөм. Әхирәттәрем менән еләк йыйырға йөрөнөм, өләсәйем унан тәмле ҡайнатма әҙерләне.
Бик күп дуҫтар таптым, улар менән күңелле булды. Мәҙәниәт йорто балалар өсөн көн дә ҡыҙыҡлы, файҙалы саралар, оҫталыҡ дәрестәре ойошторҙо, унда мин, мәҫәлән, сәйлән менән төрлө биҙәүестәр эшләргә өйрәнеп ҡайттым. Рощинскийҙа ҙур һабантуй ҙа ойошторҙолар. Быға дуҫтарыбыҙ менән ныҡ шатландыҡ, сөнки ял итергә, күңел асырға, уйнарға тағы ла күберәк мөмкинлек тыуҙы.
Илнар, Линар ағайҙарым менән Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Гагарин паркына барҙыҡ. Унда төрлө аттракциондарҙа йөрөнөк, аждаһа, динозавр һындарын ғәжәпләнеп ҡараныҡ. Мәликә һеңлем менән батутта һикерҙек, ҡабырсаҡ эсенә инеп әйләндек, һыуҙағы шар эсендә йөҙҙөк. Төрлө тәмлекәстәр менән һыйланып, ҡәнәғәт ҡайтып киттек.
Әйткәндәй, ағайҙарымдың аталары Илдар бабайым Украиналағы һуғышта батырҙарса һәләк булды. Уның орден, миҙалдары бик күп. Беҙ уның менән ғорурланабыҙ һәм бер ҡасан да онотмаясаҡбыҙ.
Йәнә өләсәйем, атай-әсәйем менән киң билдәле Торатауға сәйәхәт итеп ҡайттыҡ. Тау башына менеп, һоҡланып тирә-яҡты күҙәттек. Унда сағыу сәскәләр, төрлө үләндәр, еләктәр үҫә. Бигерәк матур икән Башҡортостаным тәбиғәте!
Өс айым шулай үтеп тә китте. Һау бул, йәй! Һаумы, мәктәп!
Фидалиә ИРМӘКОВА.
Ҡырмыҫҡалы районы, Иҫке Бәпес мәктәбе.