Уға тиклем документаль кинолар ғына ижад итә ине. Фильм Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһында төшөрөлгән. Унда һунарсылыҡ хужалығында йәшәгән Йәмилә исемле бәләкәй башҡорт ҡыҙының дауаханаға эләгеүе һәм балалар йортонда тәрбиәләнгән урыҫ ҡыҙы Рита менән дуҫлашыу тарихы бәйән ителә. Фильм Ишембай районы Ҡолғана ауылында төшөрөлә.
Төп ролдәрҙе кемдәр уйнаймы? Йәмиләне – Камилә Кәбирова, Ританы – Кира Богодухова. Икеһе лә үҙ ролдәрен бик оҫта, килештереп башҡара. Ошо ике милләт ҡыҙының дуҫлашыуына, бер-береһе менән ихлас аралашыуына, холоҡ-фиғелдәренә ҡарап, берсә йылмаяһың, берсә борсолаһың. Ни тиһәң дә, төрлө милләт вәкилдәре бит улар, төрлө тәрбиә алғандар. Режиссёр оҫта алымдар ҡулланып, был ҡыҙҙарҙың дуҫлыҡ мөнәсәбәтен матур итеп күрһәтә алған. Ә йәш артистар үҙ ролдәрендә һоҡланғыс уйнап, әлеге көндә дуҫлыҡ, татыулыҡ, берҙәмлек, ғәҙеллек, тоғролоҡ төшөнсәләренең ни тиклем мөһим икәнлеген күрһәтте. Бындай фильм беҙгә күптән кәрәк ине.
Әйҙәгеҙ, хәҙер ҡыҙҙарҙың үҙҙәре менән яҡындан танышайыҡ. Камилә Кәбирова – Өфө районы Шамонин мәктәбенең III «А» синыфы уҡыусыһы. Гел «бишле» билдәләренә генә өлгәшә. Бейеү түңәрәгенә йөрөй. Ғаиләләрендә – өс бала. Ағаһы – Тимерхан, ҡустыһы – Батырша. Атаһы Артур Кәбиров – Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. Әсәһе Лилиә Кәбирова – Милли музейҙа баш бухгалтер урынбаҫары. Камилә – бик аҡыллы, тәрбиәле бала. Ипле итеп һөйләшә.
– Киноға төшөү миңә ныҡ оҡшаны. Әлбиттә, ауыр ҙа булды. Ныҡ арыһам да, бер ҙә ялҡытманы. Беҙ киноға төшкән ауылда тәбиғәттең матурлығына һоҡланып бөтә алманым. Ысын ҡыштың мөғжизәһен тәүгә күреүем ине. Хас та әкиәттәге һымаҡ. Ике аҙна булдыҡ ауылда. Бигерәк тә ауыл икмәге, ҡаймаҡ менән бал ашап ултырған мәл нығыраҡ иҫтә ҡалды.
– Камеранан ҡурҡманыңмы?
– Юҡ, минең быға тиклем «Тамыр» телеканалында «Әлләсе» тапшырыуында төшкәнем булды. Тәжрибәм бар. Шунда үҙемде Вилүрә апай күреп ҡалған.
Кастинг мәлендә: «Сәсеңде ҡырҡтырырға риза булырһыңмы?» – тип һоранылар. Ныҡ тулҡынландым, ҡыйын булып китте. Шулай ҙа: «Юҡ», – тип әйтергә көс таптым. Сөнки мин бейеүгә йөрөгәс, ҡыҫҡа сәс менән ҡалырға риза түгел инем. Фильмда парик кейеп уйнаным.
– Дуҫтарың ҡалай күп! Һиңә сәскәләрҙе лә мул бүләк иттеләр бит...
– Эйе, бөгөн бар синыфташтарым фильмды ҡарарға килде. Киноға төшкәнемде белгәс, улар минең өсөн ныҡ ҡыуанды. Фильмдың премьераһын саҡ көтөп алдылар. Ныҡ һөйөндөм шундай дуҫтарым булғанға, – тине ул.
Ә Кира Богодухова – Өфөләге 76-сы мәктәптең III «Б» синыфы уҡыусыһы. Ғаиләләрендә – ике ҡыҙ бала. Апаһы – Дарья. Атаһы – нефтсе, әсәһе «Пласт» ойошмаһында эшләй. Кира ла мәктәптә гел «бишле» билдәләренә генә уҡый. Уның иң яратҡан фәндәре математика, урыҫ теле һәм әҙәбиәте, инглиз теле. Әҙәби китаптар уҡырға, шиғырҙарҙы тасуири итеп һөйләргә ярата.
– Фильмда уйнаған ролем кире характерлы ҡыҙ булһа ла, миңә киноға төшөү ныҡ оҡшаны. Кастинг тураһында уҡытыусым әйткәйне, уның аша шулай барып эләктем. Минән дә: «Сәсеңде ҡырҡтырырға риза булырһыңмы?»– тип һорағайнылар, тиҙ генә яуап бирә алманым. Өс көн буйы ныҡ итеп уйланым. Бер кем, бер ниндәй кәңәш бирмәне, тик үҙем ҡырҡтырырға хәл иттем. Сөнки әсәйем дә, үҙең уйла, тигәйне. Ә былай киноға төшөү мәле ныҡ матур хәтирә булып күңелемдә ҡалды. Нимә тиһәләр, барыһын да теүәл үтәргә тырыштым. Ауылға барғанда башта әсәйем эргәмдә булды, шунан атайым килде. Улар янымда булғас, ҡыйынлыҡ кисермәнем. Мине лә бындағы тәбиғәттең матурлығы һоҡландырҙы. Гүзәллеккә иҫем китте. Һауаһы ла тап-таҙа һәм саф! Уҡытыусыма кастинг хаҡында әйткәне өсөн рәхмәтем сикһеҙ. Һеҙгә серемде сисәм: ҙурайғас, актриса булғым килә.
– Бөгөн фильмдан һуң һине һырып алыусылар кемдәр ул?
– Бар туғандарым, күршеләрем, әхирәттәрем Ксюша һәм София килде.
– Үҙеңә премьера оҡшанымы?
– Әлбиттә, күрәһегеҙ бит, барыһы ла беҙҙе уратып алды, күптәр сәскәләр бүләк итте, бүләктәр бирҙе. Арҡанан яратып, матур теләктәр әйттеләр. Бик тулҡынландырғыс мәл. Режиссёр Вилүрә апайға ҙур рәхмәт әйткем килә. Бик талапсан булһа ла, ихлас, һәйбәт кеше. Беҙгә дәртләндереү һүҙҙәрен дә йәлләмәне, уның менән бергә эшләү ныҡ оҡшаны, – ти Кира.
Фильмды ҡарап бөткәс тә тамашасылар ҡайтырға ашыҡманы. Аяғөҫтө баҫып оҙаҡ ҡул саптылар. Фильм шәп булды шул! Камиләнең әсәһе Лилиә ханым тәьҫораттары менән уртаҡлашып:
– Ҡыҙымды фильмға төшөрөргә саҡырғандары өсөн ҡыуанып бөтә алмайым. Был – үҙе бер иҫтәлекле мәл, яңы таныштар, дуҫтар тапты. Әлбиттә, ике аҙнаға ҡыҙымдың бер үҙен йыраҡҡа ебәреүе еңел булманы, борсолдоҡ та. Фильмда ҡыҙҙар бик матур, килештереп, оҫта уйнаны. Һоҡланып ҡарап ултырҙыҡ. Хатта йәштәрҙе лә тыя алманыҡ. Фильм шәп килеп сыҡҡан. Бында режиссёрҙың оҫталығы, теманы һайлай белеүе күренә. Вилүрә Әҙеһәм ҡыҙына, бар ижади коллективҡа Камиләне был ролгә алғаны һәм дуҫлыҡ тураһында шундай йөкмәткеле фильм төшөргәндәре өсөн ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Кинола иң тетрәндергән мәл – Йәмиләнең емешен ашамай, атаһына биреүе. Ҡыҙыҡайҙың бәләкәс туғандарын уйлап, үҙе бер тапҡыр ҙа татып ҡарамаған емешен: «Мин көн дә ашайым», – тип атаһы аша өйҙәгеләргә биреп ҡайтарыуы һоҡландырҙы, уйландырҙы. Фильмдың ошо өлөшөн иламайынса ҡарап булмай. Ҡайһы саҡта өлкәндәр ҙә улай булдыра алмай. Ә былай тормошта ла Камиләнең шундай ғәҙәте бар: мәктәптә емеш бирһәләр, уны өйгә алып ҡайтып, өҫтәлгә матур итеп йыуып, турап һалып ҡуя. Ҡустыһы, ағаһы менән бүлешә белә, – тине.
– Ҡыҙҙар талантлылар. Һәр әйткәнде тотоп ала беләләр. Улар менән фильм төшөргәндә бер ниндәй ҡыйынлыҡ булманы. Хатта, киреһенсә, үҙҙәренә ҡарап һоҡландым. Ҡышҡы көн ҡыҫҡа булғас, бик иртә уянырға кәрәк ине. Иртәнге сәғәт 6-нан килеп тороуҙары маҡтауға лайыҡ. Бар балалар ҙа улай түгел бит. Бер ҙә мыжып, арыныҡ, тип ултырманылар, бик түҙемле һәм тәрбиәле ҡыҙҙар. Тырышып уйнанылар. Уларға бигерәк тә ашау мәлен төшөрөү нығыраҡ оҡшаны, буғай. Шул саҡ етһә, ихласлыҡ өҫтөнлөк ала ине. Хатта беҙҙең әллә ни иҫкәртеү ҙә кәрәкмәне. Үҙҙәре ныҡ арыны. Кискеһен ашағас та ултырған ерҙәрендә йоҡлап китәләр ине. Бала ғына булып, ололар һымаҡ эшләнеләр бит. Был фильм Камиләнең күңелендә оҙаҡ һаҡланыр, тип уйлайым. Сөнки ул бүрене үҙ күҙҙәре менән беренсе тапҡыр яҡындан күрҙе. Бала саҡтағы хәтирәләр онотолмай бит, – тине Вилүрә Әҙеһәм ҡыҙы.
Балалар араһындағы бына шундай тоғро дуҫлыҡ хаҡында «Ап-аҡ ҡарҙар» фильмы. Ап-аҡ ҡарҙар шикелле балаларҙың күңеле лә саф һәм таҙа. Фильмды тиҙҙән һеҙ ҙә экрандарҙа ҡарай алырһығыҙ.
Зөһрә ХӘКИМОВА.