-9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Яңы китап сыҡты
22 Декабрь 2017, 13:01

Өләсәй бүләге

«Алыҫ-алыҫтағы ауылда үҙенең олатаһы һәм өләсәһе менән бергә көләс йөҙлө, шат күңелле Гөлсәсәк исемле бер ҡыҙ йәшәгән…Бөтә ерҙе мамыҡ ҡар, йылғаларҙы ҡалын боҙ ҡаплағас, тәҙрәләргә һалҡын ҡыштың биҙәктәре төшкәс, Гөлсәсәк Яңы йыл байрамына әҙерләнә башлаған…»

«Алыҫ-алыҫтағы ауылда үҙенең олатаһы һәм өләсәһе менән бергә көләс йөҙлө, шат күңелле Гөлсәсәк исемле бер ҡыҙ йәшәгән…

Бөтә ерҙе мамыҡ ҡар, йылғаларҙы ҡалын боҙ ҡаплағас, тәҙрәләргә һалҡын ҡыштың биҙәктәре төшкәс, Гөлсәсәк Яңы йыл байрамына әҙерләнә башлаған…»

Күренекле яҙыусы Мөкәрәмә Садиҡованың «Бәхет ҡанаттары» исемле яңы китабындағы «Гөлсәсәктең дуҫтары» әкиәте шулай башлана.

Олатаһы төрлө-төрлө уйынсыҡтар һатып алған, ә өләсәһе иҫ киткес матур күлдәк теккән. Әммә Яңы йыл байрамын ҡаршы алырға шыршы ғына юҡ икән. Көндәр һалҡынайтҡас, олатаһының аяҡтары һыҙлаған, урманға бара алмаған.

Шыршыһыҙ байрам буламы ни? Гөлсәсәк урманға үҙе барырға ҡарар иткән. Олатаһы ҡаршы килмәһә лә, өләсәһе ейәнсәренең яңғыҙ юлға сығыуына борсола башлаған. Буран сығып китһә, аҙашыр йә ас бүреләргә юлығыр, тип ҡурҡҡан. Гөлсәсәктең уйынан кире ҡайтмаҫлығын күргәс, бер икмәк менән бер көршәк бал тоттороп, хәйерле юл теләп ҡал­ған. Урманда ҡыҙыҡай төрлө мажараларға осрап, тоғро дуҫы Аҡтырнаҡ һәм үҙе ярҙам иткән ҡоштар, йәнлектәр менән Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыуҙың боҙ өйөнә барып етә. Унан шыршы алып ҡайта. Байрамға үҙенә Ҡыш бабайға юл күрһәткән бөтә урман йәнлектәрен саҡыра. Ә сәйәхәттәге мажаралы ваҡиғалар тураһында әкиәтте уҡығас белерһегеҙ.

Яҙыусы Мөкәрәмә Садиҡованың «Бәхет ҡанаттары»н өләсәйҙәр китабы тип атарға була. Сөнки бындағы байтаҡ хикәйәләрендә әҙибә бер нәмәне лә уйлап сығармай, үҙенең ейән-ейәнсәрҙәре менән бул­ған ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе мауыҡтырғыс итеп һүрәтләй. Һәр ҡыҫҡа ғына хикәйәлә бәләкәстәргә ниндәйҙер аҡыл, фәһем, өгөт-нәсихәт бирелә.

Өләсәйҙәре менән ихлас аралашып йәшәгән ейән-ейәнсәр­ҙәр бәхетле. Улар тәрбиәле, тыйнаҡ, итәғәтле булып үҫә. Нимә яҡ­шы, нимә насар икәнен кес­кәй­ҙән аңы­на һеңдерә. Хал­ҡыбыҙҙың борондан килгән ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары нигеҙендә тәрбиәләнә улар. Өләсәйҙәр һәр ваҡиғаны ябай ғына итеп аңлатып, бала күңеленә онотолмаҫ тәрбиә орлоҡтары һала белә.

Нимә ул бәхет, бүләктең ниндәйе ҡәҙерле, шәп малай ниндәй була, ысын дуҫты нисек танырға – бына шундай бик күп һорауҙарға яуап таба бәләкәс уҡыусылар әлеге китапта.

Ә бәхет ҡанаттары нимә ул? Быныһын да китапты уҡығас, үҙегеҙ белерһегеҙ. Рәссам Ирина Әхмәҙуллина йыйынтыҡты бик матур һүрәттәр менән биҙәгән.

Ейән-ейәнсәрҙәрен генә түгел, ә бүлә-бүләсәләрен дә күреп ҡыуанған билдәле әҙибә Мөкәрәмә Садиҡованың Яңы йыл алдынан ғына сыҡҡан китабы уҡыусыларға бына тигән байрам бүләге булған.

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА.

Читайте нас: