Бәләкәйҙән китап яратҡанға әҙиптәргә, ҡәләм оҫталарына табыныр дәрәжәлә ҙурлап ҡараным. «Ниндәйерәк кешеләр икән улар? Их, үҙҙәрен бер күрергә ине», – тип хыял итеп йөрөгәнемде һис онотмайым. Телевизор тигәнең төшкә лә кермәгән, шәм яҡтыһында мәктәптә тәүге дәрестәр алған ул осорҙағы ябай ауыл ҡыҙының китап яҙған кешене фәрештәләргә тиңләүе ғәжәп тә түгел инде, уйлаһаң.
Шөкөр, тормош һәр яҡлап алға бара. Бына күренекле шағир һәм журналистар Нияз Мәһәҙиев менән Зөһрә Ҡотлогилдинаның «Хан һүҙенән юғарыраҡ Әҙип һүҙе» тигән йыйынтығын алып уҡып, ифрат һөйөндөм. Башҡортостандың 100 йыллығына арналған был тос хеҙмәт емеше – киң ҡатлам уҡыусылар өсөн ҙур бүләк. Шуның менән әҙәбиәтебеҙ донъяһында исемдәре былай ҙа сағыу балҡыған авторҙарҙы ижади йәһәттән тағы ла үргәрәк күтәреп ебәрә.
Әлеге йыйынтыҡта күренекле шәхестәр, зыялылар – ҡәләм оҫталары менән әңгәмәләр, мәҡәләләр тупланған. Ни тиклем ихласлыҡ, тәрән аҡыл, күңел нуры уларҙа! Рауил Бикбаев, Назар Нәжми, Хәким Ғиләжев, Ноғман Мусин, Марат Кәримов, Хәсән Назар, Тимерғәле Килмөхәмәтов, Зәйнәб Биишева, Мөкәрәмә Садиҡова, Таңсулпан Ғарипова, Миңлегөл Хисамова кеүек иллеләп һүҙ оҫтаһының тормошона, ижад донъяһына сәйәхәт ҡылыуҙан торған йәнле әңгәмәләрҙән рухи көс, йәнгә йыуаныс алып кинәнәһең. Әлеге шәхестәрҙең ил, тел, халыҡ яҙмышы, киләсәк хаҡындағы уй-фекерҙәре менән бер рәттән ғаилә мөнәсәбәттәре, ҡәҙимге йәшәү рәүешенә ҡағылышлы ҡараштарын белеү ҙә ифрат мауыҡтырғыс. Булмаһа, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев менән «Йөрәгендә – халыҡ яҙмышы» әңгәмәһенән бер өҙөккә туҡталып үтәйек.
«– Ысын башҡорт ниндәй булырға тейеш?
– Ысын башҡорт ысын башҡорт булырға тейеш. Ҡайҙа һәм ҡасан йәшәһәң дә, һәр саҡ милләтеңә, телеңә, ереңә, тарихыңа һәм киләсәгеңә, рухиәтеңә тоғро бул – шәхестән иң элек бына шулар талап ителә. Ә был маҡсаттарға тик тырышлыҡ, тоғролоҡ, туҡтауһыҙ хеҙмәт аша ғына ирешергә мөмкин».
Аҡыллыға – ишара, тигәндәй, ошо әйтелгәндәргә битараф ҡалыу мөмкинме һуң?! Кемдәндер, ситтән әҙерҙе көтөргә түгел, ҡулдан, һәләтеңдән килгәнсә бөтәһен дә үҙеңә хәстәрләргә кәрәк, тимәк.
Әйткәндәй, күренекле кешеләрҙең дә бала сағы, үҫмер мәле була. Яҙыусы, шағир тамғаһы менән донъяға килмәй берәү ҙә. Тормоштоң үҙ ҡануны, талантҡа талапты ла ҙурыраҡ ҡуя. Башҡортостандың халыҡ шағиры Тимер Йосопов менән әңгәмәләге түбәндәге юлдарҙы ла тетрәнеп уҡыйһың.
«– Тимер ағай, һеҙ тәүге шиғырығыҙҙы ҡасан яҙҙығыҙ, иҫләйһегеҙме?
– IV синыфта уҡығанда. Раяф Әғзәмов исемле дуҫым бар ине. Яҙ хаҡында бик шәп шиғыр яҙған. Эй оҡшаны. Гөрләүектәр, ҡоштар тауышы ла ишетелгән кеүек – шул тиклем хәрәкәт көслө ине. Унан күреп, мин дә яҙмаҡсы булдым:
Беҙҙең ауыл – йәмле ауыл,
Шунда тыуҙым, шунда үҫтем,
Шәп бит, йыр кеүек яңғырап тора. Әммә унда ялған фекер һалынған. Тамаҡ ас, өҫкә кейергә юҡ, ниндәй рәхәт тормош булһын инде. IV синыфта көҙҙән дәрескә йөрөмәй башланым, яҙ булғас ҡына барҙым. Мин мәктәпкә килеү менән иптәштәр: «Тимербай йылына бер уҡырға килә», – тип көлә. Ғәрләнә торғайным. Шулай бик ауырлыҡ менән үҫтек.
Дуҫым Раяф башҡаса яҙманы, шәп хирург, ғалим булып китте».
Ошо рәүешле күп миҫал килтерергә, әҙип һүҙенең ниндәй көс-ҡөҙрәткә эйә икәненә нығыраҡ туҡталырға булыр ине. Сөнки китаптағы һәр әңгәмә, мәҡәлә һине моңландырып, уйландырып, тормошҡа бүтәнсәрәк ҡарарға мәжбүр итеп, арбап алып бара ла бара... Уларҙа барыһы ла ысын, тере факттар. Уй-хистәр ҙә – ҡәҙимгесә, ғаиләһен хәстәрләп донъя көткән, ижад утында янған төрлө яҙмышлы тәғәйен кешеләрҙеке. Быларҙы уҡыу әлеге шәхестәрҙе күреп-белгәндәр, күрмәгәндәр өсөн дә ҡыҙыҡлы, фәһемле булырына шик юҡ.
Эйе, китапты донъяға сығарыусы авторҙарҙың был фиҙакәр хеҙмәте ҙур баһаға, хуплауға лайыҡ. Инде килеп рухыбыҙҙы байытыуға тос өлөш индергән «Хан һүҙенән юғарыраҡ Әҙип һүҙе» йыйынтығы дәүләт ярҙамы менән нәшер ителеп, киң ҡатлам уҡыусыларға барып етһен ине. Шуға өмөт итәйек.