Был баҫма Матбуғат һәм киң коммуникациялар федераль агентлығының өлөшләтә финанс ярҙамы менән нәшер ителде. Китап биш романды үҙ эсенә алған: «Мөңрәй-мөңрәй килә Бөйрәкәй», «Башҡынайым ҡалды йәш кенә», «Һандуғастың һайрар ғүмеркәйе», «Йондоҙҙар төндә тоҡана», «Ҡояшлы бурандар».
Романда тотош башҡорт халҡының тарихы, үткән тормошо бирелгән. Ундағы ваҡиғалар халыҡтың, башҡорт милләтенең рухи донъяһын һәм яҙмышын асыҡ сағылдыра. Бында һәр геройҙың тормош алдында ҡуйылған һынауҙар һәм ҡаршылыҡтар менән көрәшеүе һүрәтләнә. Автор һәр образды шундай оҫта һынландырған.
Әҫәрҙең тәрбиәүи һәм әхлаҡи әһәмиәте бик ҙур. Ауырлыҡтарҙы еңеп сығыр өсөн рух һәм иман көсө талап ителгәнен уҡыусыларға әйтергә теләй автор. Төп геройҙарҙан Барсынбикә, уның ейәнсәре Мәҙинәне генә алайыҡ. Бөгөнгө донъя ығы-зығыһына батҡан күп кенә ҡатын-ҡыҙҙарға өлгө булырҙай образдар. Ниндәй генә ҡыйынлыҡтар, ҡаршылыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, үҙ фекерендә торған, аҡты ҡаранан айырған көслө лә, аҡыллы ла холоҡло, шул уҡ ваҡытта миһырбанлы ла улар. Яҡшылыҡ менән бер рәттән әҫәрҙә яуызлыҡ, хөсөтлөк, үсләшеү һәм аҙғынлыҡ кеүек күренештәр ҙә урын алған.
Алдан әйтеүебеҙсә, был китапҡа тотош быуат һыйған. Ниндәйҙер мөғжизә менән тарихи йыйынтыҡтар юҡҡа сыҡһа, Таңсулпан Ғарипованың роман-эпопеяһы буйынса егерменсе быуатты ҡайтанан тергеҙеп булыр ине. Тарих тирмәненә бойҙай бөртөктәреләй төшкән кеше яҙмыштары матурлыҡҡа һәм батырлыҡҡа һынау тота. Бәғзеһе онға әйләнә, бәғзеһе – кәбәккә...
Китапты нәшриәттең фирма магазиндарынан һатып алырға мөмкин.