+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Яңы китап сыҡты
5 Сентябрь 2021, 10:00

Исеме – беҙҙең йөрәктәрҙә

Филология фәндәре кандидаты, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, Марат Минһажетдинов, Муса Мортазин исемендәге премиялар лауреаты Рәүеф Шаһиевтың «Зөмәрә апай балҡышы» тигән китабы донъя күрҙе.

Исеме – беҙҙең йөрәктәрҙә
Исеме – беҙҙең йөрәктәрҙә

Был йыйынтыҡ БАССР-ҙың, РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Өфө ҡалаһының почётлы гражданы, башҡорт халҡының илһөйәр ҡыҙы Зөмәрә Хисмәтуллинаның тормошо һәм данлы хеҙмәт юлына бағышланған, уҡыусылары хәтирәләренән тора.

– Зөмәрә Вәли ҡыҙы иҫ китмәле илһөйәр кеше ине. Үҙе географиянан уҡытты. Ул беҙгә дәреслектән һөйләмәне, географик картаһын элә, глобусы өйрөлөп ултыра. Дәресе үҙе бер мөғжизә була торғайны. Төрлө илдәргә ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс әңгәмә-сәйәхәттәр, Наурыҙҙан алып Америка, Аргентина, Бразилия, Куба, Африка илдәренә «караптарға тейәлеп, Тымыҡ океан тулҡындарын ярып йөҙә» инек. Ауыҙыбыҙҙы асып тыңлайбыҙ. Ҡыңғырау шылтырай, ишетмәйбеҙ. Ишетһәк тә, тәнәфескә сыҡҡы килмәй. Һорауҙар бирәбеҙ.
Уҡытыусыбыҙҙың күҙҙәрендә кешене үҙенә тартыу көсө булды. Бер ваҡытта ла балаларҙы әрләмәне, рәнйетмәне. Һәр ваҡыт уҡыусының яҡшы яғын күрә, ҡанат ҡуя, күтәрә белде, – тип хәтерләй остазы тураһында автор Рәүеф Вәли улы.
Ысынлап та, уның шундай бөйөк шәхес булыуын ошо китапты уҡығандан һуң тәрәнерәк аңлайһың. Зөмәрә Хисмәтуллина йәшәү дәүерендә бик күп эштәр башҡарған. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһында эшләгән сағында тыуған яҡты өйрәнеү буйынса эҙәрмәндәр менән 50-гә яҡын поход-экспедициялар ойоштора. Улар Башҡортостан һәм уның менән сиктәш Ырымбур, Һамар, Силәбе, Ҡурған өлкәләренең, Пермь крайындағы башҡорттар йәшәгән төйәктәргә, Волга ярынан Тобол йылғаһына саҡлы сәйәхәттәр ҡыла. 1982 йылда йәш эҙәрмәндәр Зөмәрә Вәли ҡыҙы етәкселегендә Салауат Юлаев һөргөнгө ебәрелгән Рогервик ҡәлғәһендә (хәҙер Палдиски ҡалаһы) була. Бында уның башланғысы менән милли батырыбыҙҙың музейы асылып, 200-ҙән ашыу экспонат менән тулылана.
Үҙе эшләгән алдынғы белем усағында 1977 йылда ойошторған этнографик музейы Башҡортостанда ғына түгел, унан ситтә лә халҡыбыҙҙың милли ғорурлығы була. Бында кемдәр генә килмәй! Япония, Голландия, Болгария һәм башҡа сит илдәрҙән ҡунаҡтар, сәйәхәтселәр халҡыбыҙҙың тормош-көнкүреше хаҡында мәғлүмәт ала. 1987 йылда республикабыҙҙың мәҙәниәт министрлығы тарафынан «Халыҡ музейы» исеме бирел­һә, 1990 йыл ул «Рәсәй мәктәптәренең өлгөлө музейы» исемен ала.
Зөмәрә Хисмәтуллина авторлығында гәзит-журналдарҙа 30-ҙан ашыу көнүҙәк мәҡәләләр, ғилми-методик сығыштар донъя күрә. Ул VII – VIII синыфтар өсөн «Башҡортостан географияһы» уҡыу дәреслеген әҙерләүҙә һәм нәшер итеүҙә даими мөхәрририәт ағзаһы булып тора. Зөмәрә Вәли ҡыҙы иҫән булһа, 91 йәш тулған булыр ине. Уны уҡыусылары һаман да хөрмәт менән иҫкә ала.
Әлеге йыйынтыҡ Учалы типографияһында баҫылған. Уны сығарыуҙа илһөйәр уҡытыусының уҡыусылары ҙур өлөш индергән. «Зөмәрә апай балҡышы» китабы менән ҡыҙыҡһыныусылар автор­ҙың үҙенә мөрәжәғәт итә ала.

Г. РАМАҘАНОВА.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: