Шиғриәт һәм журналистика өлкәһендә берҙәй үк уңышлы ижад итеүсе егәрле әҙибә ул Зөһрә Ҡотлогилдина. Уға 2020 йылда, ниһайәт, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге абруйлы премия бирелеүен киң ҡатлам китап уҡыусылар хуплап ҡаршы алды. Шул айҡанлы мин дә матбуғатта, шағирәне ихлас күңелдән ҡотлап, премияға лайыҡ булған «Һуғыш йылдары балалары» китабы тураһында «Йөрәк һүҙе, йөрәк хәтере» тигән мәҡәлә баҫтырғайным. Ҡазанда нәшер ителгән «Уртаҡ яҙмыш» йыйынтығы тураһында ла шул уҡ һүҙҙәр менән, ысын мәғәнәһендә йөрәк түренән урғылып сыҡҡан шиғырҙары һәм поэмалары тупланған унда, тип әйтергә була.
Зөһрә Ҡотлогилдина шиғырҙары бөтәһенән бигерәк ихласлығы, тормошсанлығы менән күңелде арбай. Күпме моң, һағыш бөркөлөп тора бында. Бер үк ваҡытта хисле лә, көслө лә шағирә ижады. Бының серен аңлар өсөн уның үҙенең тиҫтерҙәше – Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғариповаға арналған «Беҙ – фронтовик балалары» тигән шиғырына мөрәжәғәт итеү ҙә етә:
Яуҙан ҡайтҡан атайҙарҙан тыуған
Беҙ бит фронтовиктар балалары.
Беҙҙә йәшәй улар һыҙланыуы,
Онотолмаҫ һуғыш яралары.
Илар саҡтарҙа ла йылмайырға
Көс табабыҙ – яугир ҡыҙҙары беҙ.
Атайҙарҙың васыятына тоғро,
Ер һәм тел ул – һаҡлар ҡырҙарыбыҙ.
Фронтовиктар балалары... Утлы яу юлдары үтеп, һуғыш ҡырҙарында алған яраларынан һыҙлана-һыҙлана, һанаулы ғына йылдар тыныс тормошта йәшәү шатлығын татыған яугирҙарҙың кесе йәштән атайһыҙ үҫкән балалары улар. Китапта лирик геройҙың яҙмышы аша һуғыштан һуң тыуған аҙ ғына һанлы, әммә оло рухлы ошо быуын кешеләренең сағыу һәм һоҡланғыс образы күҙ алдына килеп баҫа. Тыуған илгә, тыуған еребеҙгә, атайҙар рухына тоғролоҡло быуын был. Ә йәш кенә көйөнсә тол ҡалып, ғүмере буйы, балаларым, тип йән атып йәшәгән әсәйҙәресе һуң!
Ҡыҙҙар кеүек саҡта тол ҡалғанһың
Ике ҡыҙың менән ҡосаҡта.
Өйҙөң ҡотон ләкин һүндермәйсә,
Утың янған һәр саҡ усаҡта.
Атай наҙы ҡай саҡ етмәһә лә,
Етемлектең төҫөн тойманыҡ.
Уңғанлыҡҡа һинең, йыр-моңоңа
Беҙ һоҡланып һис тә туйманыҡ...
Ысын-ысынында әсә һөйөүен, әсә хәстәрлеген тойоп үҫкән был ғаиләлә ике ҡыҙ бала. Уларҙың икеһенең дә шағирә булып китеүе бик тә тәбиғиҙер, Зөһрәнең дә, Миңлегөлдөң* дә күңелендә шиғри хис-тойғо әсә наҙында, әсәнең моңло йырҙарында тирбәлеп яралғандыр. Йыйынтыҡта авторҙың әсәһенә арнап яҙған егерменән артыҡ шиғыры урын алған. Әсәйҙәр хаҡында ошо тиклем шиғыр яҙған шағирҙар һирәктер, моғайын. Әсәһенең яҡты рухы, иншалла, инде үҙе лә әсәй ҙә, өләсәй ҙә булыу бәхетенә өлгәшкән шағирәнең һәр ваҡыт күңел түрендә. Сөнки, «Балам», «әсәм» һүҙенән» тигән шиғырҙа әйтелгәнсә, «Таң тыуһа, ерем, йылмайып, / Нурҙар сәсә күҙенән. / Көн башлана һәр бер өйҙә / «Балам, «әсәм» һүҙенән. / Мәрхәмәтлек көтә ерем / Кешелектең үҙенән. / Донъя, ахыры, яралғандыр / «Балам, «әсәм» һүҙенән».
Шағирәнең мөхәббәт лирикаһы өлгөләре лә, замандың мөһим проблемаларын күтәргән етди шиғыр һәм поэмалары ла берҙәй үк тәрән тойғо, моң, һағыш менән һуғарылған. Зөһрә Ҡотлогилдинаның тиҫтәләрсә шиғырына күренекле композиторҙар көй яҙған. Уның бигерәк тә Салауат Низаметдинов менән ижади дуҫлығы емешле булды. Уларҙың «Күҙҙәремә ҡара», «Ялан сәскәләре», «Һандуғасың булам, тимә» һымаҡ йырҙары әлдән-әле концерт залдарында, радио, телевидение тапшырыуҙарында яңғырап тора.
Татарстан китап нәшриәтенең үҙ уҡыусыларын күренекле башҡорт шағирәһе Зөһрә Ҡотлогилдина ижады менән таныштырыуы бик мәслихәт булған, тип иҫәпләйем. Бер генә теләк: бындай серияла сыҡҡан китаптарҙа авторҙың тормошо һәм ижады тураһында биографик белешмә лә бирелһә, тағы ла яҡшыраҡ булыр ине.
Рәшит ШӘКҮР,
Башҡортостандың халыҡ шағиры.