+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Яңы китап сыҡты
30 Ноябрь 2022, 15:40

Кем ул Йөнтәфи?

Ҡар кешеләре тураһында уҡып та, ишетеп тә беләһегеҙҙер, бәлки. Баҡһаң, улар беҙҙең яҡта ла йәшәп ята икән. Исеме лә үҙебеҙсә йөрөтөлә, имеш. Был хаҡта күренекле яҙыусы, драматург Мөҙәрис Багаев «Йөнтәфи» исемле китабында яҙа. Йыйынтыҡ күптән түгел Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә баҫылып сыҡты.

Кем ул Йөнтәфи?
Кем ул Йөнтәфи?

Китап биттәрен ҡыҙыҡһынып ҡына аҡтара башлағайным, «Ҡар малайы Йөнтәфи» тигән әҫәрен таңғы дүрткә тиклем уҡығанмын да ҡуйғанмын. Яҙыусы повесының жанрын уйҙырма тип атаған. Тимәк, ышанһаң – ышан, ышанмаһаң – юҡ. Ә шулай ҙа бик мауығып уҡыла. Бала саҡтан атай-әсәйҙәр, олатай-өләсәйҙәр һөйләүе буйынса урман эйәһе, тау эйәһе (хатта был хаҡта Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбайҙың шундай исемле китабы ла бар) тураһында ишеткәнегеҙ ҙә бул­ғандыр.
Мөҙәрис Багаевтың әҫәре уйҙырма повесть тип аталһа ла, ундағы мажаралы ваҡиғаларға бик ышан­ғы килә. Бигерәк тә Йөнтәфи тигәндәре изге күңелле булһа...
...Азат исемле урмансы малайы ҡышҡы каникул мәлендә ҡуяндарға ҡапҡан һалырға китә. Барып еткәс, артыҡ әйберҙәрен ҡая таш өҫтөнә һалып тора ла эшкә тотона. Шөғөлөн тамамлап, тамаҡ ялғап алырға уйлаһа, артмағындағы аҙыҡтың юҡлығын күрә. Аптырап ҡала. Әллә алырға онотоп сығып киттеме икән? Улай тиһәң, килеп еткәс тә бер һыныҡ икмәк һындырып алып ҡапҡайны... Тирә-яғында шикләнерлек бер йән эйәһе лә күренмәй. Асығып, хәле бөтөп, ҡараңғы төшөүгә генә ҡайтып етә ул өйөнә.
Иртәгеһенә ҡапҡандарын ҡарарға барған малай тағы ғәжәпкә ҡала. Ҡапҡандарҙың береһенә ҡуян эләккән, әммә ул ипләп кенә ысҡындырып алынған. Берәй йәнлек-фәлән тамаҡлаһа, эргәһендә һөйәктәре ҡалыр ине. Ә бында хатта эҙҙәре лә һеперелеп ҡуйылған. Аптыраҡ! Айыу ҙа, төлкө лә түгел, тик кем һуң? Тирә-яғына ҡарап торған Азат ҡапыл ҙур таш артында ниндәйҙер шәүлә һелкенгәнен шәйләп ҡала. Малай, ҡурҡыуын еңеп, ят эҙ буйлап алға атлай һәм боҫоп ятҡан еренән һикереп торған йән эйәһен күреп, урынында ҡатып ҡала. Азат ҡото алынып – бер яҡҡа, ә теге йөн баҫҡан, кешегә оҡшаш йән эйәһе икенсе яҡҡа тороп саба. Саңғыһы ташҡа эләгеп, тәкмәсләп барып төшкән малайҙың башы икенсе таш­ҡа бәрелә һәм ул иҫен юғалта... Һушына килеп, күҙҙәрен асҡанда үҙҙәренең кәртә артындағы бесән эҫкертендә ятҡанлығын аңлай. Бында кем килтергән? Етмәһә, өшөмәһен тип, бесән менән ҡаплап ҡуйған. Тимәк, уны теге «шайтан» килтергән булып сыға түгелме?
Артабан әҫәрҙәге ваҡиғаларҙың нимә менән бөткәнен китапты уҡығас, үҙегеҙ ҙә белерһегеҙ. Ғәжәп мауыҡтырғыс повесть.
«Ҡар малайы Йөнәтфи»­ҙән тыш, йыйынтыҡҡа «Өс туған, кинйәләре Иштуған», «Мөғжизәле ҡурай» исемле әкиәт-пьесалары ла, «Ҡурайсы малай» тигән хикәйәһе лә ингән. Мәктәп сәхнәләре өсөн балалар пьесалары әҙлеген, хатта бөтөнләй юҡлығын, иҫәпкә алғанда, Мөҙәрис Багаевтың был әҫәр­ҙәре изгелек, тапҡырлыҡ тураһында булыуҙары менән бөгөнгө уҡыу­сылар күңеленә хуш килер, моғайын. «Ҡурайсы малай» хикәйәһе лә яу йылдарындағы ҡыйыу малайҙың батырлығын тасуирлауы менән һоҡландыра, уйландыра.
Ошондай мауыҡтырғыс әҫәрҙәр яҙған авторҙың үҙе хаҡында ла әйтеп китеү урынлы булыр. Уның быға тиклем дә балалар өсөн ижад иткән «Төпһөҙ күлдең төбө нисә ҡат?» тигән китабы донъя күргәйне.
Фёдоровка районының Батыр ауылында тыуған Мөҙәрис Багаев. Һөнәре буйынса агроном-иҡтисадсы. Әҙәбиәт донъяһынан йыраҡ һөнәр һайлаһа ла, бәләкәйҙән яҙыша башлаған, биш йәшенән китаптар уҡыған, олатаһынан доғалар өйрәнгән зирәк малай кешеләр психологияһын һиҙгер тоя белеүе менән айырылып тор­ған. Ошо сифаты ижад менән шөғөлләнә башлағанда бик кәрәк булып сыға. Әҫәрҙәре уҡымлы, халыҡсан, хатта уйҙырма тигәндәре лә ышандыра. Ҡарап тороуға тыныс ҡына кеше бүтәндәрҙәге ыңғай һәм кире сифаттарҙы тиҙ тотоп ала, ҡапыл ғына юмористик һәм сатирик шиғырҙар ижад итеп ҡуя. Пьесаларындағы бөтә йыр­ҙар­ҙың да һүҙҙәрен үҙе яҙа. Кеше психологияһын оҫта белеүе уға хикәйәләрендә лә, сәхнә әҫәрҙәрендә лә характерҙарҙы асыуҙа, геройҙарҙы һүрәтләүҙә, сюжет ҡора белеүҙә ныҡ ярҙам итә.
Мөҙәрис Багаев – оҫта прозаик та. Башҡортостан Яҙыусылар союзы, «Йәшлек» гәзите, Көйөргәҙе районы хакимиәте ойошторған Рәшит Солтангәрәев исемендәге хикәйәләр конкурсының беренсе лауреаты ул.
Инде ике тиҫтә йыл республика театрҙары сәхнәләрендә Мөҙәрис Багаевтың пьесалары буйынса ҡуйылған спектаклдәр уңыш менән бара. «Байрам ашы – ҡара ҡаршы», «Ҡартайғанда – тыртайған», «Мөхәббәт күле», балалар өсөн «Борон-борон заманда» пьеса­ларын Салауат башҡорт дәүләт театры сәхнәләштергән.
Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театры «Ике төш» исемле драмаһын ҡуйҙы.
Авторҙың Мостай Кәрим исемендәге республика Милли йәштәр театрында барған «Аҡса булһа бер муҡса», «Вәт, исмаһам, ахырызаман!» тигән спектаклдәрен тамашасылар айырыуса яратып ҡарай. Хатта бер етди ир-егеттең: «Тағы килеп ҡарарға кәрәк әле, күптән былай рәхәтләнеп көлгән юҡ ине», – тигәнен, икенсеһенең: «Көлә-көлә ауыҙ ауыртып бөттө», – тип әйткәнен ишетергә тура килде.
«Нур» татар дәүләт драма театры ла, Мөҙәрис Багаевтың ижадына мөрәжәғәт итеп, «Бер мәл ҡалала» тигән комедияһын күрһәтте.
Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры иһә авторҙың «Хикмәтле ҡул», «Вәт, исмаһам, ахырызаман!» әҫәр­ҙәрен сәхнәләштер­ҙе.
Ниңә быларҙы һанап сыҡты икән, тип аптырамағыҙ. Әгәр ҙә һеҙҙең тарафтарға ошо театрҙар гастрол­гә килһә, Мөҙәрис Багаевтың пьесаларын күрһәтһә, мотлаҡ ҡарарға тырышығыҙ. Өфөгә юлығыҙ төшһә лә, спектаклдәр һеҙҙе көтә.
Тағы шуныһына иғтибар итегеҙ әле: драматургтың пьесаларының исемдәре шундай халыҡсан, ҡыҙыҡлы итеп ҡушылған, үҙенә саҡырып тора.
Үткән йыл яҙыусы, драматург Мөҙәрис Багаев үҙенең 70 йәшлек күркәм юбилейын билдәләне. Уның ике улы ла – Фидарис менән Флорид Багаевтар «Йәншишмә» гәзитенең әүҙем йәш хәбәрселәре булды. Драматург ҡатыны Рәшиҙә менән ике улдарын да бына тигән итеп тәрбиәләп үҫтергән. Бөгөн уларҙың береһе – дәүләт хеҙмәтендә, икенсеһе – эшҡыуар. Аталары һымаҡ икеһе лә бал ҡорттары менән дә мәшғүл була, ҡулдарына балта тотоп, йорттар ҙа һала, ғаиләләре менән үҙҙәре төҙөгән өйҙәрҙә йәшәй.
Күренекле яҙыусы Мөҙәрис Багаевтың яңы китабы тураһында яҙа башлаһам да, автор хаҡында әҙме-күпме мәғлүмәт биреү ҙә зыян итмәҫ, тип уйланым. Әле уның донъя күрмәгән әллә күпме әҫәрҙәре, сәхнәләштерелмәгән бихисап пьесалары уҡыусылар һәм тамашасылар менән осрашыуҙар көтә. Әҙипкә уңыштар теләйек.


Азамат МӘҺӘҘИЕВ,
Башҡортостан һәм Рәсәй Журналистар союзы ағзаһы.

Кем ул Йөнтәфи?
Кем ул Йөнтәфи?
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: