Башҡортостандың халыҡ шағиры, прозаик, публицист, тәржемәсе һәм йәмәғәт эшмәкәре Гүзәл Ситдиҡованың «Балапандар күккә ынтыла» йыйынтығына мәктәпкәсә йәштәге һәм башланғыс синыф уҡыусыларына тәғәйенләнгән шиғырҙар, энциклопедик әкиәттәр ингән. Тыуған ил, иман һабаҡтары, йәйғор төҫтәре, тәбиғәт, үҫемлектәр, хайуандар донъяһы, ғаилә һәм башҡа темаларға белем, тәрбиә сығанағы булған шиғырҙар һеҙгә оҡшар, тип уйлайбыҙ.
Үҙе шуҡ булһа ла, тик «бишле» билдәләренә генә уҡыған, китап яратҡан, тиҙерәк, күберәк белем алырға тырышҡан кәзә малайы Текетек менән дуҫлашып, уның Ҡабырсаҡ менән булған йәнле аралашыуынан диңгеҙ хайуандары тормошо менән яҡындан танышырға, күп кенә файҙалы мәғлүмәттәр алырға, асыштар эшләргә мөмкинлек тыуыр. Ә ҡыҙыҡһыныусан, күҙәтеүсән Текетектең Бәшмәгестан илендә эйә булған белеме һеҙгә лә ярап ҡуйыр.
Лариса Фролова апайығыҙҙың йәмле һәм йылылыҡ бөркөп, үҙенә тартып торған һүрәттәре китаптағы ваҡиғаларҙы «терелтеп» тә ебәрә.
Хәлил Һөйөндөковтың «Изгелек» тип аталған китабында хикәйәләр һәм әкиәттәр тупланған. Зирәк, аҡыллы, тормошҡа етди ҡарашлы, ярҙамсыл, изге күңелле үҫмерҙәрҙең төрлө хәл-ваҡиғалар солғанышында юғалып ҡалмауы тасуирлана был китапҡа ингән әҫәрҙәрҙә.
Яҙыусы тураһында
Ул Баймаҡ районы Мәмбәт ауылында тыуған. Һөнәре буйынса – хәрби табип-хирург. Йәш лейтенанттан подполковник дәрәжәһенә етеп, отставкаға сыға.
«Изгелек» – Хәлил Һөйөндөковтың балалар өсөн икенсе китабы. Тәүгеһе «Сыйырсыҡ ояһы» исеме менән нәшер ителде.
Авторҙан
«Үҙегеҙҙең тиҫтерҙәрегеҙ менән булған һәр төрлө ваҡиғалар, мажаралар иленә сәйәхәткә саҡырам. Һеҙҙең һымаҡ уҡ, гүзәлдәрҙән-гүзәл башҡорт ерен төйәк итә улар. Әле мәктәп йәшендә, бәғзеләренең хатта бик кес кенә булыуҙарына ҡарамаҫтан, Ислам һәм Әлисә, Мәликә, Фәрит, Арыҫлан кеүектәрҙең был донъяға ололарса етди ҡарашы, Тыуған иленә, тәбиғәткә, кешеләргә ҡарата булған һөйөүе барығыҙҙың да күңеленә хуш килер, улар менән фекерҙәш булырһығыҙ, тигән ышаныстамын».