Һүҙҙе «Йәнйегет мажаралары»нан башлайыҡ. Минең төп геройым һеҙҙе бик матур тылсымлы әкиәт донъяһына алып инер. Унда алыш та, көрәш тә, еңеү ҙә, еңелеү ҙә бар. Төрлө ауырлыҡтар аша Йәнйегет дуҫлыҡтың нимә икәнен, ни өсөн кешеләргә ярҙам итергә кәрәклеген аңлар. Хаталары ла булыр, ләкин был донъяла кем генә хаталанмай, шулай бит? Яңылышлыҡты төҙәтергә көс табаһың икән, һиңә яңы юлдар ҙа асыла. Мажаралар артынан мажаралар...
Һеҙ, Йәнйегеттең авторы анһат ҡына әкиәт яҙған да ултырған, тип уйлай күрмәгеҙ тағы. Үҙемдең геройым менән ҡуша мин дә әллә күпме ер-һыу гиҙҙем, мажараларға тарыным, этләндем-хитландым. Шулай булмаһа, хәл-ваҡиғаларҙы үҙең күргән шикелле яҙып буламы ни? Булмай. Бына хәҙер, ниһайәт, Йәнйегет һеҙҙе, йәғни ҡыйыуҙарҙы, ана шул боролмалы юлдарҙан үтергә һәм мажараларға саҡыра. Юлланабыҙмы? Йәнйегет менән сәйәхәт ҡылабыҙмы? Әлбиттә!
Повестарыма килгәндә, улар икеһе лә әлеге көнгә, беҙ йәшәгән заманға арнала. «Нанотолпар» малайҙар донъяһын айҡай. Тик тора белмәҫ Ишкилде иҫтәрегеҙҙе китерер әле. Уға тиңләшеүсе тәүәккәлдәр, ныҡышмалдар булырмы икән? «Нанотолпар»ҙы уҡығас, быға үҙегеҙ яуап бирерһегеҙ.
«Ә һин шатлана беләһеңме?» повесы ҡыҙҙарҙың үҙ-ара мөнәсәбәте тураһында. Мәктәптә, ғөмүмән, иптәштәрең араһында абруйлы булыр өсөн нимә эшләргә? Әгәр ҙә һине рәнйетһәләр, нисек яуап бирергә? Фариза исемле ҡыҙҙың күргән-кисергәндәре ошо һорауҙарға яуап бирә. Әгәр ҙә уның тормошо, ул яһаған аҙымдар һеҙгә ниндәйҙер кимәлдә үрнәк була икән, тимәк, яҙыусы үҙ маҡсатына өлгәшкән тигән һүҙ. Үҙ-үҙеңде эҙләү, икеләнеүҙәр, бәләкәй генә нәмәнән дә ҡыуаныс таба белеү – былар йәш дуҫтарымдың тормошо. Өс әҫәрҙә лә конфликт, көтөлмәгән хәлдәр тулып ята.
Ошо урында өҫтәйем әле: китапҡа ингән өс әҫәр ҙә «Йәншишмә» гәзитендә баҫылып сыҡты. Кемдәр уҡыған – иҫтәренә төшөрөр. Гәзит коллективына рәхмәтемде генә еткерәм. Икеләнмәй әйтә алам, минең был повестарым психологик йәһәттән өлкәндәр өсөн дә ҡыҙыҡ булыр. Әйҙәгеҙ, китап аша осрашайыҡ, эс серҙәрен бүлешәйек! «Йәнйегет мажаралары» һеҙҙе талсығып көтә!
Фәрзәнә Аҡбулатова.