«Бәхетстан» исемле был китап үҙенең исеме менән үк кескәйҙәрҙе уҡырға һәм илаһи донъяны өйрәнергә өндәп-саҡырып торғандай. Шуны әйтергә кәрәк: шағир тыуған Башҡортостаныбыҙҙы, өр-яңы һүҙ ҡулланып, Бәхетстан тип атай. Китап асылда республикабыҙ тураһында бай йөкмәткеле энциклопедияны хәтерләтә. Уны башланғыс синыф уҡыусылары һәм балалар баҡсаларының өлкән төркөмдәрендә тәрбиәләнеүселәр өсөн уҡыу әсбабы итеп тә ҡулланып була.
Күркәм китапҡа тупланған шиғырҙар, әкиәттәр һәм йомаҡтар ысын мәғәнәһендә беҙ йәшәгән донъяның шул тиклем ҡыҙыҡлы һәм мөғжизәле икәнен аңлата. Шағирҙың үҫеп килгән быуынды башҡорт телен яратырға, ата-бабаларҙың беҙгә мираҫ итеп ҡалдырған тыуған ерҙе һаҡларға өндәүе бөгөн бик тә мөһим. Башҡорт иленең бар донъяға дан ҡаҙанып йәшәүе шиғырҙар аша картиналар кеүек күрһәтелеүе – бик тә матур күренеш. Башҡортостаныбыҙҙа төрлө милләтле халыҡтың дуҫ йәшәүе, уның һәр кем өсөн ғәзиз бишек икәнлеге, республикабыҙға ғына хас булған символдары – башҡорт балы, ҡымыҙы, шулай уҡ сихри ҡурай моңдары, халҡыбыҙҙың данлыҡлы улы – милли батырыбыҙ Салауат та, халыҡтың үткән сал тарихы ла, башҡорт ырыуҙары һәм шәжәрәләре тураһында ғәйәт бай мәғлүмәтте автор шиғри юлдар аша балаларға еткерә.
Тыуған яғын сикһеҙ яратҡан шағир китабында Ғафури районының хозур тәбиғәтен, уның көмөш һыулы, шифалы йылға-шишмәләренең дауаһын кескәй дуҫтарына аңлата. Мәҫәлән, «Мин тамсыһы илемдең» шиғырында оло шәхес ниндәй ҙур дәрәжәләргә ирешһә лә, тыуып үҫкән ауылының ябай улы булып ҡалыуын тасуирлай. Ғөмүмән, авторҙың был китабында балаларҙың аң-зиһенен үҫтереүгә, ҡыҙыҡһыныу даирәһен киңәйтеүгә йүнәлтелгән шиғырҙар бихисап.
Китаптағы әкиәттәр өлөшөнә килгәндә, улар бик ябай телдә яҙылған. «Ай ҡунағы йыландың ерҙәге мажаралары (Йәки Урал тауы нисек хасил булған?)» тигән әкиәттәге ер-һыу атамаларын һәр уҡыусы, һис шикһеҙ, хәтерендә тиҙ ҡалдырасаҡ. Балаларҙы дуҫлыҡҡа әйҙәгән «Етем тейенкәй» исемле әкиәт-шиғыр ҙа күнелгә хуш килерлек.
Китаптың иң серле өлөшө – ул шиғри йомаҡтар. Кескәй дуҫтарына ярҙам йөҙөнән шағир ағалары уларҙың яуаптарын йәйә эсендә бирә. Йөкмәткеһе буйынса йомаҡтарҙың күбеһе Башҡортостаныбыҙҙың йәмле тәбиғәте менән бәйле. Әйтәйек, йылғалар һәм тауҙар исемдәрен, шулай уҡ миҙгелдәр сағылышын дәлилләгән йомаҡтар – торғаны бер зиһенде үҫтерерлек башватҡыстар. Был шиғри шәлкем хатта кескәй генә география дәреслеген хәтерләтә.
Китаптың биҙәлеше лә матур. Һүрәттәр республика символдары аша шағирҙың ижад иткән яҙмалары менән үрелеп бара. Башҡорт аттары; ауыл малайҙарының һыбай йөрөүе; ҡурай үҫентеһе; иманлы-мәсетле ауылдар; ейән-ейәнсәрҙәрен каникулға көткән ҡапҡа алдындағы олатай-өләсәйҙәр, ҡош-ҡорт; йыл миҙгелдәре; ауылдағы яҙғы һәм йәйге эштәр мәле; дуҫлыҡҡа һәм тыныслыҡҡа саҡырған һүрәттәр, һис шикһеҙ, балаларҙың иғтибарын йәлеп итәсәк. Был йәһәттән «Китап» нәшриәте хеҙмәткәрҙәре ҙур тырышлыҡ һалған.
Нияз Сәлимов хеҙмәт юлын яуаплы дәүләт эшенә, төрлө йүнәлештә сыҡҡан район, республика гәзит баҫмаларын мөхәррирләп, нәшер итеүгә бағышлаған. Әлеге көндә ул Башҡортостан Республикаһының Милли архивында ең һыҙғанып эшләп йөрөй. Илебеҙ һәм республикабыҙҙың төрлө мөһим ваҡиғаларына, күренекле шәхестәрҙең юбилей даталарына күргәҙмәләр әҙерләп, тарихи китаптар сығарып, халыҡҡа еткереүсе. Рәсәйҙә үткәрелгән ғилми-ғәмәли конференцияларҙа әүҙем ҡатнашыусы ла, Башҡортостан Республикаһы Архив эштәре буйынса идаралығы һәм Милли архивы органы булған «Башархив хәбәрҙәре» электрон гәзитен булдырып, уны мөхәррирләп сығарыусы ла һәм башҡа бик күп ижтимағи-мәҙәни сараларҙы ойоштороп үткәреүсе лә үҙе. Тынғыһыҙ йәмәғәт эшмәкәре, ҡәләм оҫтаһы Нияз Сәлимовты (Ниязбай Булатбай улын) Башҡортостаныбыҙға мәҙхиә йырлаған бай йөкмәткеле яңы китабы менән ихлас ҡотлап, уға киләсәктә лә ижади уңыштар һәм илһам шишмәһенең һәр саҡ нурлы булыуын теләргә ҡала.
«Бәхетстан» республикабыҙҙың Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге премияһына тәҡдим итерлек һоҡланғыс китап-энциклопедия ул!
Луиза ҒИНИӘТУЛЛИНА,
Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең ғилми архивы мөдире.