– Белеүемсә, Мәләүез районының Восточный ауылында эшләп килгән «Илһам» ансамбленә Һыртлан, Һарыш, Мотай, шулай уҡ Күгәрсен районының Йомағужа ауылдарынан сәнғәткә мөкиббән ҡатын-ҡыҙҙар йыйылған. Нисек барлыҡҡа килде коллективығыҙ?
– Һәр кемдең дә йәшерен хыялы була. Үҙ мөмкинлегеңде раҫлау, тормоштоң йәмен бөтөнләй икенсе яҡтан асыу теләге миндә һәр саҡ янар ҡуҙ кеүек йөрәгемде йылытып торҙо. Бала саҡтан йырларға яраттым. Һыртлан ауылында башланғыс синыфты тамамлағас, әсәйемдең бер туған апаһы, Башҡортостандың танылған радио хәбәрсеһе, режиссёры Фәниә инәй Хәлитова Өфөләге Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге интернат-гимназияға урынлаштырҙы. Пианинола, гитарала уйнарға өйрәндем. Шунан инде X cиныфтан һуң Башҡорт дәүләт педагогия институтының сит телдәр факультетына уҡырға индем. Ҡулыма диплом алғас, тыуған яғыма ҡайттым. Беренсе Май мәктәбендә эшләй башланым. Ауылдың уңған егете, тракторсы Илбәк Мик улы менән ғаилә ҡороп, өс балаға ғүмер биреп, оло тормош юлына баҫтырҙыҡ, Аллаға шөкөр.
Донъя бер аҙ яйланғас, күңелгә тыныслыҡ бирмәгән йыр-моңға һыуһау тойғоһо тау шишмәһеләй урғыла башланы. Шулай яныма таланттарҙы туплап, ижад эшен йәйелдереп ебәрҙем. Беҙҙең репертуарҙа халыҡ йырҙары өҫтөнлөк итә. Милли ҡомартҡыларҙы тергеҙеү һәм тамашасыға еткереү – үҙе бер ҡыуаныс. Шулай уҡ беҙ төрлө изгелек акцияларында ҡатнашабыҙ.
– «Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы» тигән маҡтаулы исемегеҙ, мәктәптә инглиз теле буйынса 38 йыллыҡ хеҙмәт стажығыҙ бар. Ҡалайтып өлгөрәһегеҙ, ваҡытығыҙҙы нисек бүләһегеҙ?
– Һөнәремде яратам. Балалар менән эшләү оҡшай. Күп сығарылыш уҡыусыларым инглиз теле уҡытыусыһы һөнәрен һайланы. Юғары уҡыу йортона ингәндәре мәктәптә яҡшы әҙерлек алғас, һис ауырлыҡһыҙ сит телдәрҙе үҙләштерә. Эшеңде яратып башҡарһаң, ваҡыт та етә, өлгөрөп тә була.
– Мәктәптә лә түңәрәк алып барғанһығыҙ, буғай...
– Эйе, балаларҙы музыкаға өйрәтеү түңәрәген ойоштороп ебәрҙем. Уҡыусыларымдың район конкурстарында еңеүе миңә дәрт өҫтәне. Ниңә әле хаҡлы ялға сыҡҡанды көтөргә, аҙнаһына бер-ике сәғәт буш ваҡыт табырға була ла инде, тип уйланым да ансамбль тергеҙеү хыялы менән яна башланым. Коллективҡа ҡыҙҙарҙы йыйырға тотонғанда йырлай белеү-белмәүен дә иғтибарға алманым. Уларҙың кешелек сифаттарын беренсе урынға ҡуйҙым. 2016 йылда тәүге репетицияға йыйылып, ансамблгә исем һайланыҡ. Фәниә Хәлитова-Сөләймәнованың «Илһам» тигән тапшырыуының исемен алдыҡ. Ҡыҙым шул исемде алырға тәҡдим иткәйне, барыбыҙға ла был ныҡ оҡшаны. Бына шулай башланып китте. Репетицияға эшкә барған кеүек, көн дә ҡалдырмай йөрөнөк. Онотолоп китеп, өсәр сәғәт шөғөлләнгән саҡтарыбыҙ ҙа булғыланы. Ауылдағы сараларҙа сығыштарыбыҙҙы халыҡ алҡышлап ҡаршылағас, үҙебеҙ ҙә дәртләнеп киттек. «Ете ҡыҙ», «Гөлнәзирә», «Ҡыҙыл юрға», «Йыйҙым еләк», «Йыуаса» тигән йырҙарҙы кинәнеп башҡарабыҙ. Әйткәндәй, «Ҡыҙыл юрға» йырына клипты Франгизә Илбәкова төшөргәйне. «Бай баҡса» тапшырыуында ла был йыр менән ҡатнаштыҡ. Инглиз, немец теленә тәржемә ителгәндәре лә бар.
«Ҡаҙ ҡанаты» һәм «Шәл бәйләнем» көйҙәренә бейеү һалдыҡ. Икеһенә лә шәл кәрәк булып сыҡты. Ғүмерҙә ырғаҡ тотмағандарға шәл, косынка бәйләргә өйрәттем. Хәҙер үҙҙәренә бер шөғөл арттырҙылар: туғандарына бәйләмдәрен бүләк итеп ҡыуаналар.
– Һеҙ бик күп изгелек акцияларында ҡатнашаһығыҙ...
– Эйе. Яҡын-тирә ауылдарға, күрше райондарға сығып концерттар ойошторабыҙ, шулай уҡ республика сараларында ла ҡатнашабыҙ. Шул йыйылған аҡсабыҙ менән ярҙам ҡулы һуҙырға һәр саҡ әҙербеҙ. Райондың йәш таланты Самир Латиповҡа, 2018 йылда ике фажиғәле хәлгә тарығандарға, Восточный мәктәбенең сығарылыш уҡыусыһы аварияға осрағас, уға дауаланыу өсөн аҡса күсерҙек. Элекке уҡыусыбыҙҙың ҡыҙы Аделияға ярҙам кәрәк булғас, ситтә ҡалманыҡ. Хәйриә концерттары ла ойоштороп торабыҙ. Аллаға шөкөр, ярҙам иткәндәребеҙҙең икеһе лә иҫән, тәүгеһе эшләп йөрөй, икенсеһе Израилдә дауаланып ҡайтып, әле реабилитация курсы үтә.
Бына нисек! Үҙҙәрен маҡтағандан-маҡтағы килә.
Ансамблдең исеме лә есеменә тап килеп тора шул. Бында талантлы ҡыҙҙар, апай-инәйҙәр йыйылған. Бар эшкә лә маһирҙар. «Гөлнәзирә» һәм «Ураҡсы ҡыҙ» йырҙарына клип та әҙерләгәндәр. Үҙҙәре үк башҡорт халыҡ кейемдәрен тегә, биҙәүестәрен етештерә, кейеҙ баҫырға өйрәнгәндәр. Алина Хантимерованы ғына алайыҡ. Ул – кейеҙ баҫыу оҫтаһы.
«Илһам» ансамбле ҡыҙҙары әле лә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һалдаттарға ярҙам күрһәтеүен дауам итә. Яуҙа иң кәрәкле техник әйберҙәр һатып алыуҙа ла ҡатнашҡандар.
Ауылдағы апай-инәйҙәрҙе күтәреп, туплап, йәшәү дәрте, илһам өҫтәгән, үҙ тамашасыһын тапҡан «Илһам» ансамбле етәксеһе Зәйлә Рафиҡ ҡыҙына ҡарап һоҡланырға ғына ҡала. Уларға дәрт, дарман һәм уңыштар теләйбеҙ. Эшләгән изгелектәре үҙҙәренә меңләтә артып ҡайтһын!
Зөһрә ХӘКИМОВА.