Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге иң һәйбәт әҫәрҙәргә бирелә. Ул быйылдан алып йыл һайын тапшырыласаҡ. Күптән түгел был юғары исемгә тағы ла бер нисә ижадсы тәҡдим ителде. Улар араһында «Кешеләр йондоҙҙар кеүек» китабы өсөн күренекле яҙыусы Гөлсирә Ғиззәтуллина ла бар. Беҙ уға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек һәм еңеү теләп ҡалабыҙ.
– Гөлсирә Мирза ҡыҙы, бала сағығыҙ йыш иҫкә төшәме? Уны ҡайҙа үткәрҙегеҙ?
– Өйөмдөң тәҙрәһенән күренеп торған ҡайындарға ҡараһам, уларҙың күләгәһендә сәскәләрҙән ҡурсаҡ яһап уйнап ултырған бала сағымды күргәндәй булам. Ул ваҡытта беҙҙең Иҙәш ауылы хәҙерге һымаҡ ҙур түгел ине, әлеге Йәштәр урамы булған ерҙә картуф сәсә торғайныҡ. Миңә, төпсөк ҡыҙыҡайға, эш бик теймәне. Ҙурҙар картуф утағанда, йә еләк ашап, йә ҡурсаҡ уйнап, йә серәкәй емтеге булып мыжып ултыра торғайным. Иркә бала булып үҫтем, бик иртә уҡырға өйрәндем, яҡшы уҡыным, октябрят-пионер булдым – ныҡ күңелле йәшәлде. Шуға күрә бала сағымды һағынып иҫкә алам. Беҙ бит хәҙерге һымаҡ телефондан башҡаларҙың нисек йәшәгәнен ҡарап ултырмай, ә үҙебеҙ күңелле итеп йәшәй белә торғайныҡ. Ат санаһын һөйрәп Болан тауына алып менгән, унан ун бишләгән бала шуға ултырып елдереп төшкән, йәй буйы Иҙәштән сыҡмай һыу ингән, «Зарница» уйнаған саҡтар, «Бер кеше бөтәһе өсөн, бөтәһе берәү өсөн» тигән девиз менән нығытылған дуҫлыҡ, әлбиттә, оноторлоҡ түгел. Беҙҙең тимурсылар командаһы була торғайны, берәй яңғыҙ инәйҙең үҙе юҡ саҡта йә ҡарын көрәйбеҙ, йә утынын ярып өйәбеҙ ҙә ул ҡайтҡанды күреп йәшенәбеҙ. Ошо мәлдә иң тәмле тойғо: өлкән кешенең аптырап ҡалғанын һәм ихлас ҡыуанғанын күреү... Уны бер ниндәй перәник, кәнфиттәр ҙә алмаштырырлыҡ түгел. Хәйер, инәйҙәр кәнфит бирһә лә ҡыуана инек, ул саҡта бит ундай һый һирәк эләгә торғайны.
– Данлыҡлы Рәми Ғарипов исемендәге гимназияла уҡыу һеҙгә нимә бирҙе?
– Мин уҡығанда ул 1-се интернат-мәктәп тип атала ине. Үҙем IX синыфҡа барҙым һәм ике йыл буйы баш күтәрмәй уҡыным да уҡыным. Унда уҡытыусыларыбыҙ һәм тәрбиәселәребеҙҙең: «Һеҙ мотлаҡ юғары уҡыу йорттарына инеп, илгә кәрәкле белгестәр булып сығырға тейешһегеҙ», – тип тәүлек әйләнәһенә ҡабатлауы мейегә ғүмерлеккә һеңде һәм бурыс, талап булып ошо көнгә тиклем әйҙәп килә.
– Яҙыусы булып китермен, тип уйлағайнығыҙмы?
– Үҙемде иҫләгәндән алып мөңгөрләп таҡмаҡ һымаҡ шиғыр сығарып йөрөй торғайным. IV синыфтан алып журналист булырға ҡарар иттем. Ул ваҡытта хәҙерге «Йәншишмә» гәзите «Башҡортостан пионеры» була торғайны. V синыфтан уҡ шунда яҙыша башланым, етенселә шиғыр конкурсында еңеүсе булдым һәм Артектағы йәш хәбәрселәр сменаһына путёвка менән бүләкләндем. Яҙыусы булып китеүем – ана шул бала саҡ хыялдарының ғәмәлгә ашыуы.
– Атайығыҙ һеҙҙең һөнәр һайлауығыҙға нисек йоғонто яһаны?
– Мин – оя төбө, атайымдың иң иркә балаһы. Шуға күрә бик шаштырып үҫтерелгән баламын. Ҙурайып, күмәк кеше араһында йәшәргә ваҡыт еткәс, холҡомдо бер ни тиклем ипкә-һапҡа килтерергә лә тура килде. Атайым нимә теләһәм, нимә һораһам – шуны үтәргә әҙер ине. Бер мәл ул ваҡытта бик модаға инеп киткән яһалма тел эсперантоны өйрәнергә булып киттем. Атайым курс һатып алды, ә мин башланым да ташланым. Унан художестволы гимнастика менән шөғөлләнмәксе булдым, Людмила Турищева, Ғәлимә Шөғөрова тигән ҡыҙыҡайҙар донъя кимәлендә данлыҡлы ине. Махсус китаптар һатып алдырҙым, ул заманда интернет юҡ ине бит. «Улай өйрәнеп буламы ни?» – тип күңелемде һүреүсе булманы. Киреһенсә, берәй нәмәне эшләй алмайым, тип мыжыһам, әсәйем: «Һинең ошоно эшләй алған башҡаларҙан ни ерең кәм? Тырышҡан – ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан», – тиер ине. Әллә нисәмә йыл рәттән Мәскәүҙә урыҫса сыҡҡан ҡалын «Журналист» тигән журналды алдырҙылар. Уны йүнләп уҡымаған-аңламағанмындыр ҙа инде, тик өҫтәлдә ятыуы ғына ла күңелемде үҫтереп торған.
– Гөлсирә Мирза ҡыҙы, ә тәүге ижад иткән әҫәрегеҙ ниндәй булды?
– Башта шиғыр яҙа инем. Хатта интернатта уҡығанда хәҙер күренекле шағирә Йомабикә Ильясованың синыфташтары менән минең синыфташтарым ҡайһыбыҙ яҡшыраҡ яҙғаны тураһында бәхәсләшеп йөрөй торғайны. Университеттың икенсе курсында бер иртәлә уянып киттем дә, нишләптер, башҡа бер шиғыр ҙа яҙмаясағымды аңланым. Шундай бер сәйер хәл булды. Шунан бирле проза яҙам, ул минең булмышыма нығыраҡ тап килә.
– Балалар өсөн яҙылған әҫәрҙәр хәҙерге әҙәбиәттә әҙ, тиҙәр. Һеҙ бының менән килешәһегеҙме?
– Килешәм дә, килешмәйем дә... Уҡыйым тигән кешегә бик күп иҫ киткес шәп китаптар яҙылған. Тик уҡы ғына!
– Һеҙ Африкала булып ҡайтҡанһығыҙ икән. Ундағы балалар тормошо нисегерәк?
– I синыфта сағымда «Доктор Айболит» китабын уҡып Африканы күрергә теләгәйнем, ул илле йыл үткәс, тормошҡа ашты. Унда мәктәп балалары менән осрашҡанда: «Хыялланығыҙ, улар ниндәйҙер мөғжизә менән тормошҡа аша», – тигәйнем. Һеҙҙең гәзитте уҡыусыларға ла шуны ҡабатлайым. Башҡа һыймаҫлыҡ, шаҡ ҡатырлыҡ хыялдар ҙа тормошҡа ашырға һәләтле, тик ихлас теләргә кәрәк.
Африкалағы ярлылыҡ бик ауыр тәьҫир итте. Ул тиклем хәйерселекте күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Бер генә миҫал. Мин туҡтаған ауылда ғаиләлә өс етем бала йәшәй ине. Атаһы ауырып үлгән, әсәһе башҡа кешегә кейәүгә сыҡҡан, ике малай менән бер ҡыҙыҡай өләсәһендә йәшәй. Ҡыҙыҡай беренселә уҡый, дәрестән ҡайтып инде. Өләсәһе менән беҙ кукуруз башағы таҙартып ултырабыҙ. Ҡыҙыҡай келәткә инеп бер ҙур балсыҡ көршәктән ике устай тары ярмаһы алды ла ҙур килелә саҡ ҡына төйгән булды. Шунан уны сеүәтәгә һалып, икенсе балсыҡ көршәктә ултырған йылға һыуына ебетте лә күтәреп эсеп ҡуйҙы. Шул уның төшкө ашы булды.
Беҙҙең мунса кеүек ҙурлыҡта, тик ер иҙәнле өйҙә йәшәйҙәр, кискеһен бер иҫке балаҫты ырғыталар ҙа балалар шунда ятып йоҡлай, өҫтәрендә кеҫәрткеләр йөрөй. Уларҙың йөрөүе бик һәйбәт икән, сөнки был йәнлек малярия тигән ҡурҡыныс ауырыу таратҡан серәкәйҙәрҙе ашай. Бына шундай тормош.
– Башҡорт телен өйрәнеү өсөн бөтә шарттар булыуға ҡарамаҫтан, ниңә үҙ телебеҙҙә һөйләшкән балалар һаны кәмей?
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кешелә, ғөмүмән, ялҡаулыҡ көслө. Был – бер, икенсенән, хатта ата-әсәләр ҙә, кеше ни тиклем күберәк тел белә, уның мейеһе шул тиклем нығыраҡ эшләй, тигән ябай ғына нәмәне лә аңлап етмәй. Хәҙер хатта ауылдарҙа ла балалар вата-емерә урыҫса һөйләшеп маташа. Үҙҙәре әйтмешләй, был «круто».
Мин егерме биш йыл тәржемәсе булып эшләнем, донъяның төрлө илдәрен күреү бәхете тейҙе. Хеҙмәттәштәрем араһында ун икешәр тел белгәндәр бар ине. Мәҫәлән, Голландия халҡы иркен рәүештә өс-дүрт телдә аралаша. Беҙҙең быуын да кәмендә ике – башҡорт һәм урыҫ телдәрен – яҡшы белде. Башҡорт мәктәптәрен тамамлаһаҡ та вуздарға индек, кәм-хур булманыҡ. Йәнә бер нәмә: беҙҙең башҡорт теле – төрки теле һәм беҙ туған телебеҙҙе белеп кенә лә бер юлы утыҙлаған телде аңлай алабыҙ. Нисек шундай мөғжизәле мөмкинлектән үҙ ихтыярың менән баш тартырға була икәнен аңламайым. Был – минең өсөн иң әрнеткес һәм аяныслы нәмәләрҙең береһе. Теле юҡтың иле юҡ! Был матур һүҙ генә түгел, ә дөрөҫлөк. Ә илдең яҙмышы – һеҙҙең ҡулығыҙҙа!