Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә: «Магазин «ҡыҙыл линия»ла урынлашҡан йортҡа күсеп сыҡты. Уның форматы ла үҙгәрҙе. Дөйөм майҙан 182,8 метр квадратты тәшкил итә. Ассортимент ҙурайҙы», – тип яҙҙы.
Тантанаға Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар килгәйне.
– Бөгөн беҙ республика тормошондағы мөһим ваҡиғаның шаһиты буласаҡбыҙ. Ошо көндән төп нәшриәтебеҙ сығарған китаптар Өфөнөң тарихи үҙәгендә урын ала, – тип сәләмләне уларҙы алып барыусы Илгиз Таһиров. Нәшриәттең директоры вазифаһын башҡарыусы Эльмира Хәйретдинова:
– Китап һәр ваҡыт белем, илһам һәм аҡыл сығанағы булып ҡала. Һәр кемде күңеленә хуш килгән китап таба алырлыҡ уңайлы мөхиттә ҡаршы алыуыбыҙға шатбыҙ, – тине. Ә баш мөхәррир Зөлфиә Ҡарабаева ҡунаҡтарҙы магазин буйлап ҡыҙыҡлы экскурсияға саҡырҙы.
Беҙ ҙә күҙ һалайыҡ әле. Ҙур сауҙа залында, «Китап»тың продукцияһынан тыш, илебеҙҙең башҡа нәшриәттәрендә һәм төрлө телдәрҙә баҫылған әҙәбиәт тә тәҡдим ителә. Балалар китаптарына, ижад өсөн тауарҙарға, өҫтәл уйындарына ҙур урын бүленгән. Бер яҡ стенала – сувенирҙар өсөн кәштәләр. Бында Өфө ҡалаһының 450 йыллығына арналған тауарҙар, милли биҙәүестәр, яҙыулы футболка һәм кепкалар кеүек әйберҙәр табырға була.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: магазинда айырым ижади бүлмә бар. Бында уңайлы итеп ултырып алып, китаптар менән танышырға мөмкин. Теләгән һәр кем осрашыуҙар һәм презентациялар үткәрә ала.
Магазин хеҙмәткәрҙәрен һәм һатып алыусыларҙы йәнә Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Салауат Сәғитов, бөйөк яҙыусыбыҙ Мостай Кәримдең ҡыҙы Әлфиә Кәримова, яҙыусылар Хәсән Назар, Ҡәҙим Аралбай, Гөлфиә Юнысова, Камил Йыһаншин, Айгиз Баймөхәмәтов ҡотланы. Оҙаҡ йылдар нәшриәттең баш мөхәррире һәм директоры булып эшләгән Ҡәҙим Әбделғәлим улы һәм ойошмаға исеме бирелгән халыҡ яҙыусыһының һеңлеһе Ләлә Биишева китап формаһындағы байрам тортын киҫте. Ҡәҙим Аралбай буласаҡ музейға Зәйнәб Биишеваның ғаилә фотоальбомын бүләк итте. Ләлә Ғибәҙулла ҡыҙы иһә нәшриәттең 105 йыллығы алдынан ошондай матур магазин асылыуына бик шат булыуын белдерҙе.
Ә кисен йәштәр араһында «Китап-квиз» уйыны үтте. Бишәр ҡатнашыусынан торған дүрт команда башҡорт, урыҫ һәм сит ил әҙәбиәтен белеүҙә ярышты. Уйында блогерҙар, журналистар, Өфө дәүләт фән һәм технологиялар университеты, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институты студенттары ҡатнашты.
Тантана икенсе көндө лә дауам итте. Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры актёры Шәһитулла Хамматов бәләкәстәргә «Әминбәк» әкиәтен уҡыны. Ул башҡорт һәм урыҫ телдәрендә яңғыраны. Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика интернат-гимназияһы ансамбле сығышы ла байрамға йәм өҫтәне. Ике көн буйы бөтә тауарға ташлама бирелде, ул октябрь аҙағынаса буласаҡ әле. Йәнә лотерея ла уйнатылды.
Әйткәндәй, башҡа китап магазиндары менән сағыштырғанда, бында хаҡтар түбәнерәк, ҡалала бүтән бер ерҙә лә булмаған һирәк экземплярҙар бар. Бай тарихлы «Китап» нәшриәте октябрҙә юбилейын да билдәләйәсәк. Уңыштар!