Был балалар учреждениеһы төбәк етәксеһе башланғысы менән ҡаланың Киров районындағы элекке шифахана базаһында төҙөлдө. «Салют» биналарының дөйөм майҙаны – 25,7 мең квадрат метр. Бында көнөнә 250 кешегә иҫәпләнгән реабилитация үҙәге, медицина блоктары булған стационарҙар, балалар психоневрология һәм эпилептология үҙәге, шулай уҡ 192 урынлыҡ «Йондоҙ» мәктәбе урынлашҡан. «Салют» йыл һайын һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән 7 мең баланы хеҙмәтләндерәсәк, тип планлаштырыла.
Башҡортостан Башлығы республика халҡын яңы комплекс менән ҡотланы һәм уны булдырыуҙа ҡатнашҡандарҙың барыһына ла рәхмәт белдерҙе.
– Беҙҙең республикала 20 меңдән ашыу һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән бала бар, уларға иғтибар һәм үҫеш өсөн уңайлы шарттар кәрәк. Шуға күрә беҙ ата-әсәләрҙең үтенесе буйынса «Салют» үҙәген төҙөү тураһында ҡарар ҡабул иттек, – тине ул.
Үҙәкте асыу тантанаһынан һуң республика Башлығы реабилитация-белем биреү комплексының мөмкинлектәре менән танышты. Радий Хәбиров учреждение биләмәһен ҡараны, реабилитация һәм медицина блоктарында, шулай уҡ стационар палаталарҙа булды, унда һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм уларҙың ата-әсәләре менән аралашты. Улар йәшәү шарттарын юғары баһаланы, шулай уҡ республика етәкселегенә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә ярҙам итеү системаһын үҫтереүҙәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
«Йондоҙ» белем биреү үҙәгендә төбәк етәксеһе уҡыу кластарын, ижади дәрестәр кабинеттарын, ашхананы һәм спорт залын ҡараны. Уның базаһында шулай уҡ «Салют» биләмәһендә реабилитация үтеү мөмкинлеге булмаған инвалид балаларға дистанцион белем биреү үҙәге эшләй.
Радий Хәбиров профилле министрлыҡ етәкселәре менән «Салют» базаһында медицина һәм педагогия университеттары студенттарын уҡытыу өсөн методик үҙәктәр, шулай уҡ бындай балалар менән эшләү өсөн белгестәр әҙерләүсе колледждар булдырыу мөмкинлеген тикшерҙе.
Атап әйткәндә, Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры Валентин Павлов «Салют» комплексында кафедраларҙың береһенең филиалын урынлаштырырға ниәтләүҙәре хаҡында һөйләне.
Республика Башлығы һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы комплекслы реабилитациялау барышында тупланған барлыҡ тәжрибәләрҙе файҙаланырға һәм яңы компетенцияларға эйә булыу өсөн федераль реабилитация үҙәктәре менән әүҙемерәк хеҙмәттәшлек итергә ҡушты.